Уңыш серен уртаҡлашырҙар22.05.2015
26 майҙа, Эшҡыуарлыҡ көнөндә, Өфөлә Эшлекле хеҙмәттәшлек ассоциацияһы UFA BUSINESS CONNECT осрашыуын ойоштора.
Сараның пленар өлөшөндә ун эшҡыуарҙың һәм бизнес тренерының уңыш сере менән уртаҡлашыуы, ҡиммәтле кәңәш һәм һорауҙарға яуап биреүе көтөлә. Мәҫәлән, маркетолог һәм BLOOM BOOM сәскә кибетен асҡан Азамат Иҫәнсурин Өфөләге гөлдәр баҙарын яулау тәжрибәһе менән таныштырасаҡ, ә “Үҙ компаниям” ресторандар селтәре хужаһы Андрей Трофимов кулинарияла уңыш яулау хаҡында һөйләйәсәк.
– Спикерҙарыбыҙ үҙ көсөнә ныҡлы ышана. Алдан күрә белгән кеше булараҡ улар бизнесты үҫтереү өсөн уңайлы мөхит кәрәклеген яҡшы аңлай. Өфө йәмғиәте ресторандарҙың, төрлө хеҙмәттәрҙең, тауарҙарҙың муллығына әкренләп күнегә бара. Шуға күрә эшҡыуарҙар тәжрибә менән уртаҡлаша, сөнки үҙҙәре лә күп төрлөлөк яҡлы, — тип белдерҙе Эшлекле хеҙмәттәшлек ассоциацияһы директоры, иҡтисад фәндәре кандидаты Артур Бастанов.







Вернуться назад