Вокзалыбыҙ күркәм буласаҡ22.05.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы — Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин менән осрашты.

Сарала Өфөләге тимер юлы инфра­структураһын ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерләү, шулай уҡ ҡала яны биләмәләренә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
– Халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек барышында вокзал төҙөүҙе генә күҙ уңында тотмайбыҙ. Үҙебеҙҙең инфраструктураны, биналарҙы, ҡоролмаларҙы төҙөкләндереү йәһәтенән байтаҡ сараны тормошҡа ашырабыҙ. Бөгөн уларҙың барыһы ла контролдә тотола һәм билдәләнгән ваҡытҡа әҙер буласаҡ, — тине Сергей Соложенкин. — Вокзалға килгәндә, унда эште 20 июнгә тамамларға ниәтләйбеҙ. Шуға күрә бөгөн ҙур тырышлыҡ һалабыҙ. Беренсе ҡатта ла, платформаларҙа ла, тоннелдә лә эш тулыһынса башҡарыласаҡ.
Төбәк етәксеһе ҡала яны поездары һәм электричкалары эшен ойоштороу мәсьәләһен дә күтәрҙе.




Вернуться назад