Сикһеҙ ҡалҡыулыҡтар,
Ҡола яландар,
Йәшел туғайлыҡтар,
Көмөш йылғалар…
Изге төйәгебеҙ, тыуған еребеҙ,
Ғәзиз Туҡ-Сораныбыҙ — илебеҙ!
Ҡушымта:
Туҡ-Соран, Туҡ-Соран,
Шатлыҡҡа, моңға тулған,
Инде нисә быуаттар
Һиңә ғашиҡ башҡорттар!
Һине ҡәҙерләнек,
Ташлап китмәнек,
Һинең ҡосағыңда
Мәңге йәшәнек…
Йөрәк ҡаушаманы ҙур һынауҙарҙан,
Сөнки беҙ ғәйрәтле башҡорттарҙан!
Ҡушымта:
Ысын хазинабыҙ —
Оло шәхестәр:
Дауыт Юлтый,
Сәғит Агиштар,
Беҙҙең Мөхәмәтша Буранғол —
Аҡыл эйәләре Туҡ-Сорандан ул!
Ҡушымта:
Зәм-зәм шишмәләрҙә
Гәлсәр һыуҙар,
Йөрәк, күңелдәрҙә
Изге һүҙҙәр —
Рухлы усағыбыҙ, Туҡ-Сораныбыҙ,
Яҡты йондоҙобоҙ һәм даныбыҙ!
Ҡушымта шул уҡ.
Фәниә Дауытова яҙған йыр