Телдәрҙе өйрән — тарих үҙе килер16.02.2012
Телдәрҙе өйрән — тарих үҙе килерҺуңғы осорҙа Иран хаҡында йыш һөйләйҙәр, сөнки ул донъя сәйәсәтендә ярайһы уҡ ҙур урын алып тора. Был ил тураһында фекерҙәр ҙә, ҡараштар ҙа төрлө. Ҡолаҡ ишеткәне — аҡ, күҙ күргәне — хаҡ, тигәндәй, үҙемдең күҙәтеүҙәрҙе бәйән итмәксемен.

Таңдар аҙан менән ата

Киң билдәле төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә ханым менән телефон аша һөйләшергә насип булғайны. Шул саҡ ул атаһының: “Телдәрҙе өйрән — тарих үҙе килер”, — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ғалимдың әйткәне бик дөрөҫ, сөнки үҙем дә фарсы теле аша донъяны тағы ла сағыуыраҡ, байыраҡ яҡтан астым, Иран иле, уның тарихы һәм мәҙәниәте хаҡында күпте белдем.
Унда таңдар иртәнге аҙан менән ата. Тәбиғәте үҙенсәлекле: илдең бер сигендә 25 градуслыҡ эҫе йәй булһа, икенсеһендә 25 градуслыҡ һалҡын ҡышты күҙәтергә мөмкин. Ирандарҙың яғымлылығы, татыулығы оҡшаны. Таксистан башлап дәрәжәле етәксегә тиклем бер-береһенә ихтирамлы, мәрхәмәтле. 2007 йылда Иранға тәүге тапҡыр курсташым Илгиз Сәлихов менән барғайныҡ. Бындай йылы мөнәсәбәтте күреп: “Ҡояш шулай бер туҡтауһыҙ йылылыҡ һипкәнгәлер”, — тип һығымта яһағайныҡ.
Иран ҡатын-ҡыҙҙары төҫкә сибәр, үҙ баһаһын белә. Ғосмандар дәүеренән ҡалған ҡара чадор рәсми кейем иҫәпләнә, ул кәүҙәне баштан алып аяҡҡаса ҡаплай. Телдәрҙе өйрән — тарих үҙе килерТөрлө төҫтәге сағыу яулыҡтар күркәмлек, нәзәкәтлек өҫтәй. Ир-ат араһында галстук тағыусылар һирәк. Ғөмүмән, кейемдәрҙә сөннәти һыҙаттар Көнбайыш стиленә ҡарағанда нығыраҡ өҫтөнлөк итә. Йәмәғәт транспортында, метрола урындарҙың ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн айырым булыуы уңайлы. Мосолман илдәрендә гүзәл заттың хоҡуғы сикләнгән, тип хаталы фекер йөрөтөүселәр был ханымдарҙан көнләшер ине, сөнки Иранда ҡатын-ҡыҙға оло хөрмәт менән ҡарайҙар. Улар юғары вазифалы эшкә урынлаша, машина йөрөтә, араларында тотош экспедицияларға етәкселек итеүсе ҡыйыуҙары ла осрай.
Иран гүзәлдәренә хас холоҡ һыҙаттары таң ҡалдырҙы. Мәҫәлән, урынлыға инәлтә белеү уларҙы тағы ла һөйкөмлөрәк итә, тип һанала. Шулай бер мәл Иран егете Украина ҡыҙына өйләнергә була. Никах уҡыған мулла ризалыҡ һорағас, ҡыҙ: “Мең тапҡыр ризамын, эйе, эйе, эйе!” — тип яуаплаған. Ҡунаҡтар көтөлмәгән ҡыйыу яуапты ишетеп, аптыраған, ти. Йола буйынса, мулла һорауҙы өс тапҡыр ҡабатламайынса, яуап бирергә ярамай икән. Яуап урынына еңгәләре: “Ул әле яланда сәскә йыя”, — тип алдар булған.
Урта һәм оло йәштәге ҡатындарҙың бассейнда ял итеүе — үҙе бер мәрәкә тамаша. Улар, таҡмаҡ әйтеп, бейеп, ҡуҙ самауырын бушатҡансы сәй эсеп, күңел асырға ярата. Араларында бер юлы ике ҡуянды тоторға оҫтарып бөткәндәре лә осрай: мут йылмайып, нисек итеп бассейнда үҙҙәренә килен һайлап алып ҡайтыуҙарын һөйләп көлөшәләр.
Ир-егеттәре мөһабәт кәүҙәле, таҙа. Был сәләмәт тормош алып барыуға, хәмер эсмәүгә бәйле, спорт менән шөғөлләнергә әүәҫтәр.
Ирандар сифатлы туҡланыуға ҙур иғтибар бүлә. Тиҙ генә ҡапҡылап сыға торған урындарҙа ла төп ризыҡҡа өҫтәп, ҡорот, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, йәшелсә, яңы ғына һығылған емеш-еләк һуты, дуғ (ҡымыҙ) тәҡдим итәләр. Йөҙөм, өрөк, сәтләүектән дә өҙөлмәйҙәр. Милли аш-һыуҙарында тәмләткестәргә ҙур әһәмиәт бирелә. Борон улар алтынға тиң булған. “Тәмләткестәр ҡушып, ташты ялаһаң да туйып була” тигән әйтемдәре бар.
Иҫерткес эсемлек һатҡандарын күрмәҫһең. Унда төнгө клубтар ҙа юҡ. “Йәштәр ҡайҙа таныша, күңел аса?” — тип ҡыҙыҡһынғайным башта. Яһалма боҙҙан эшләнгән ҡаяға үрмәләү, тауҙай диңгеҙ тулҡындарын буйһондороп махсус таҡтала йөҙөү (сёрфинг) кеүек мауыҡтырғыс спорт төрҙәрен күргәс, был һорау юҡҡа сыҡты.
Теһранда яҡынса 13 миллион кеше йәшәй. Транспорт ныҡ үҫешкән һәм яйға һалынған. Шартлыса ғына булһа ла юл ҡағиҙәләре бар. Шартлыса, тим, сөнки уны үтәүселәр юҡ кимәлдә. Хуш китерлек тәьҫораттар артынан әллә ҡайҙа йөрөргә кәрәкмәй, светофорҙың ҡыҙылы янған саҡта автобустар менән уҙышыу ҙа етә. Мотоциклдарҙың ағымға ҡаршы елдереүе лә ғәҙәти күренеш. Барыһы ла үҙ-ара ышанысҡа, яҡшы мөнәсәбәткә ҡоролған, шуға күрә шаярыуҙар бәлә-ҡазаһыҙ тамамлана.
Эш көнө беҙҙәгегә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ, сөнки төшкө аш менән намаҙға оҙағыраҡ ял сәғәте бүленә. Ял көндәренең кесе йома һәм йома булыуы ифрат уңайлы. Халыҡ эштән иртә ҡайта. Ғаиләләре менән лимон, мандарин, фисташка, нар ағастары күләгәһендә сәй эсергә яраталар, йәшәү тәмен беләләр. Ғөмүмән, Иранда ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға иғтибар артҡандан-арта. Атай тәрбиәһенең көслө булыуы һиҙелде. Ололарҙы бик ихтирам итәләр, атай-әсәй һүҙен йыҡмайҙар.
Башҡорттарҙы ҡунаҡсыл тиһәләр, ирандар тағы ла ҡунаҡсылыраҡ: табында Хафиз Ширази менән Фирҙәүисиҙең шиғырҙарын һөйләйҙәр, ҡунаҡҡа бүләк биреп, бейетеп, күңелен күрәләр. Башҡортостанға ҡайтыр алдынан дуҫтарым Зәйнәб менән Нәхиде лә “ҡунаҡ оҙатыу” йолаһын урын-еренә еткереп башҡарҙы. Күстәнәстәрен биргәс, изге Ҡөрьән китабын үптереп, аҫтынан үтергә ҡуштылар. Был юлдарҙың фатихалы, уң булыуын юрау икән. Артымдан бер сынаяҡ йылы һыу һибеп оҙатыуҙары Иранға тиҙерәк имен-һау әйләнеп килеүемде теләүҙәре булған.

Башҡорттарҙы күрҙем

Ғалим Салауат Ғәлиндең бер китабында Иранда башҡорт ауылдары барлығы хаҡында уҡығайным. Ҡыҙыҡһынып, төрки халыҡтар йәшәгән ауылдар буйлап йөрөп сыҡтым. Кешеләре менән аралашып, йәшәү рәүештәрен күреп, башҡорттарға яҡын булыуҙарына инандым.
Иран төркиҙәре араларға бүленгән. Ҡашҡайлылар үҙҙәре генә өс аранан тора: дерешури, бөлөк, ғашғули. ХХ быуат урталарына тиклем ырыу-ырыу булып йәшәгәндәр. Башлыҡтары хандар булғанға күрә, ул осорҙо “илханиҙар дәүере” тип йөрөтәләр. Ирандың көньяҡ һәм көнсығышында бахалыу, әйнәнле, нәфәр, хорасанлы, пичагчи, теймурташ, гоудари, ҡарайи, ҡарагүҙле, кеңгерлө, ҡаратаусы, афшар, каджар кеүек төрки халыҡтар көн күрә. Фарсы теленең генә рәсми тел булып иҫәпләнеүе башҡаларҙы ҡыҫырыҡлай, бөтөүгә дусар итә һымаҡ.
Әхәр ҡалаһынан ҡайтып барғанда бер ғаилә менән таныштыҡ. Ағай кеше уҡытыусы булып сыҡты. Ҡатыны фарсы телен белмәй. “Әйҙәгеҙ, улай булғас, һеҙ — үҙегеҙсә, мин үҙемсә һөйләшәйек”, — тиеүемә, ул, иренең бөйөрөнә төртөп: “Әллә нимә ди шул”, — тип тороп әйтеп һалды. Телдәребеҙ, ысынлап та, бик оҡшаш булып сыҡты. Мәҫәлән, икмәкте “ипәк” тиҙәр. Ҡорот эшләйҙәр, беҙҙеке һымаҡ ҡул тирмәнендә талҡан тарталар, ҡаймаҡ менән балды бергә ҡушып ашайҙар, умартала бал ҡорто тоталар, айран, ҡымыҙ яһайҙар, балаҫ һуғалар, ҡорама тегәләр. Иранда йылҡы итен ашау мәкруһ һаналыуға ҡарамаҫтан, ат көтәләр (!). Милли кейемдәре энәһенән-ебенә тиклем башҡорттоҡона оҡшатып тегелгән. Шалҡан менән сөгөлдөрҙө урамда уҡ бешереп һатыуҙары ҡыҙыҡ тойолдо. Шиғисылыҡҡа күсмәйенсә сөнниҙәр булып ҡала алғандар. Тәбиғәте лә хас беҙҙекесә — ағаслы урмандары, тауҙары, шишмәләре бар. Теһранға ҡайтыр алдынан мәтрүшкә, ромашка йыйҙым.
Телдәрҙе өйрән — тарих үҙе килерТағы шуныһы ҡыҙыҡ: Иранда Боджнурд һәм Бирдженд тигән ҡалалар бар. Был беҙҙең “башҡорт” һәм “бөрйән” тигәнгә ауаздаш бит! Оҡшаш ер-һыу атамаһы, ҡала исемдәре байтаҡ. Бәләкәй саҡтан уйнап үҫкән “ҡурсаҡ”тың фарсы телендәге “арусак” (киленсәк), “көсөк”төң “кучек” булыуы ла аптыратты. Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәребеҙ әлегә тиклем өйрәнелеп бөтмәгән. Телсе ғалимдарыбыҙ һәм тарихсыларыбыҙ өсөн бик мауыҡтырғыс өлкә был.
Ғәмәлһеҙ ғилем – файҙаһыҙ, тигәндәй, телдәребеҙҙең оҡшаш яҡтарын һәм тарихты ғына тикшереп ҡалмайынса, киләсәктә Иран менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу хаҡында ла уйланырға кәрәк. Ул бәйләнештәрҙе архитектура өлкәһенән башлап, ике ил араһындағы көслө иҡтисади хеҙмәттәшлеккә тиклем үҫтерергә мөмкин. Ҡасандыр уҡымышлы башҡорттарҙың фарсы телен яҡшы белеүен дә оноторға ярамай.
Һүҙ аҙағында
Иран үҙенә килгән һәр кешелә яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдыра. Унда таш-ҡом өҫтөндә лә рауза гөлдәре үҫтереп, хатта елдән дә файҙа ала белгән тырыш, тәрбиәле, әхлаҡлы кешеләр йәшәй. Әлегә тиклем туристар тапап өлгөрмәгән эскерһеҙ, таҙа, йыйнаҡ ил.
Зәлифә ҠУЛБИРҘИНА.
Теһран — Өфө.


Вернуться назад