“Аллаһ Тәғәләнән сабырлыҡ һорайбыҙ”22.05.2015
“Аллаһ Тәғәләнән сабырлыҡ һорайбыҙ” – Һабантуйҙарҙағы көрәштә тәкәләр алған Денис улым 17 йәшендә гүр эйәһе булды, — тине Вәсил Зәбир улы. Ҡайғылы атаның йөҙөнән күҙ йәше тәгәрәне. Бер аҙ тынысланғас, ул һүҙен дауам итте. — Туғыҙ йылдан һуң юл һәләкәтендә 30 йәшлек өлкән улым Рәнис баҡыйлыҡҡа күсте. Әле генә йәшәй башлаған һөлөктәй ике баламды юғалттым. Ҡайғыларҙы, йөрәк яныуҙарын баҫыу өсөн күпме дарыу эстем, файҙаһы булманы. Ғәзиз балаңды юғалтыу асыһын дарыу баҫмай икән. Унан, ҡайғылар ваҡыт үтеү менән баҫыла, тиҙәр. Дөрөҫ түгел. Денис менән Рәнис һәр саҡ йөрәк түремдә, уларҙы гелән иҫкә алам, һағынам...

Вәсил Мөхәмәтйәнов Ҡыйғы райо­нының Ибрай ауылында тыуған.
– Атайым “Йондоҙ” ширҡәтендә механизатор ине, әсәйем дә шунда эш­ләне. Беҙ алты бала үҫтек, — ти ул. — Күп бала­лы ғаиләлә туғанлыҡ хистәре ныҡ бу­ла, әле лә бер-беребеҙ менән аралашып йәшәйбеҙ. Үрге Ҡыйғыла урта мәк­тәп­те тамамлағас, мине армияға ал­ды­лар. Хәрби бурысымды үтәгәс, Мә­лә­үездә шоферға уҡыным. Унан ауылға ҡайтып, ширҡәт рәйесен йөрөттөм.
Йөрәгемде ҡабатланмаҫ сихри хис ялманы: ауылыбыҙҙың һылыу ҡыҙы Раузаға ғашиҡ булдым. Йәш саҡта бит башта эшләйһең, аҙаҡ уйлайһың: 16 йәшлек сибәркәйҙе киске уйындан һуң урлап алып ҡайттым. Инде 35 йыл Рауза менән матур ғына йәшәйбеҙ, ва­ҡыт үткәне һиҙелмәй ҙә. “Ғүмер аҡҡан һыуҙай тиҙ үтә”, — тип юҡҡа ғына әйт­мәй­ҙәр икән. Биш йыл водитель, тағы бишендә комбайнсы, һуңынан бригадир, ун йыл ат ҡараусы булып эшлә­нем. Шунан ширҡәт тарҡалды. 2000 йылдан бирле өйҙә мал ҡарайым, хәҙер биш һыйыр, бер ат аҫрайым. 15 гектар пай ерендә бесән үҫтерәм. Улдарым үҙҙәре трактор ҡороп алды. Шуның менән бесәнен дә йыябыҙ, уны техникаға арба тағып ташыйбыҙ.
Һүҙгә Рауза Мәхмүтйән ҡыҙы ҡушылды:
– Һигеҙ балалы ғаиләлә тыуғанмын. Кейәүгә сыҡҡас, тәүҙә ҡайным, ирем­дең өс энеһе менән бергә йәшәнек. Тормош арбаһын тыныс ҡына тарт­тыҡ. Өс йылдан, туғандар ярҙамы менән, үҙебеҙгә айырым йорт төҙөнөк. Мин “Йондоҙ” хужалығында һауынсы булдым, унан балалар баҡсаһына күстем, әле унда ашнаҡсы булып эшләп йөрөйөм. Вәсил менән дүрт балаға ғүмер бирҙек...
Иҫән балаларының һәр береһе үҙ донъяһын ҡорған. Улдары Әнис Екатеринбург ҡалаһында төпләнгән. Хә­ләл ефете Дилә менән Вәсилә, Вил­дан исемле балалар үҫтерәләр. Төпсөктәре Флүр Лилиә исемле уңған, аҡыллы ҡыҙға өйләнгән. Улар ата-әсәһе менән бергә йәшәй. Өлкәндәргә Нәркәс исемле ейәнсәр бүләк иткәндәр.
Улдары Рәнис хәрби бурысын Чечняла үтәй. Хоҙай һаҡлағандыр: тыуған йортона иҫән-имен ҡайта. Өйләнә, улдары Айнур тыуа. Ҡатын-ҡыҙҙың бе­рен­се бәхете — әсә булыуҙа, икен­­­сеһе ба­лаһының балаһы тыу­ғас, тиҙәр. Дө­рөҫ һүҙҙәр икән. Ә бына “Ейәндәр ба­ла­лар­ҙан яҡыныраҡ” тигәндәр менән ки­лешмәй Рауза. Балаңды яратаһың, уны һәр саҡ ҡарайһың. Ә ейәнде һөйөү — икенсе хис. Был ике төшөнсәне сағыштырып булмай.
Рәнис Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡала­һында эшләй. Фатир бирәләр. “Ул саҡта улым эй ҡыуанғайны: үҙ ҡыуышың булыу — ҙур бәхет бит, — тип хәтерләй әсәһе. — 2011 йылда яңы машина һатып алды. 17 июлдә уны беҙгә күрһәтергә тип, улым менән Лилиә килен Ибрайға ҡайтырға сыҡҡан. Һатҡы беҙҙән 100 саҡрым тирәһе, ҡайтып етергә күп тә ҡалмаған, ҡаршыға башҡа машина сыҡҡан. Рәнис өс көн иҫһеҙ ятты ла 20 июлдә арабыҙҙан китте. Чечняла утты-һыуҙы кискән, унан һау ҡайтҡан балам, бында ҡайтҡас...”
Килен менән аралашып торалар. Ейәндәрен дә ҡунаҡҡа килтерә Лилиә. Ни хәл итәһең, артабан йәшәргә кәрәк.
– Рауза менән дин юлындабыҙ. Исламға килеүебеҙҙең бәрәкәтен әйтеп, аңлатып булмай. Беҙ бары тик Ал­лаһ Тәғәләгә генә буйһоноулы. Нисек кенә ауыр булһа ла, юғалтыуҙарға түҙергә тырышабыҙ. Хо­ҙайҙан сабырлыҡ һорайбыҙ. Улдарыбыҙ рухына бағышлап доғалар уҡыйбыҙ, — ти Вәсил ағай.


Вернуться назад