Милләт, тел, әҙәп мәсьәләләре элек-электән иғтибар үҙәгендә торған. Был айырыуса һүҙ сәнғәтенең үҫеш тарихында асыҡ күренә. Кешенең ғәҙеллек, батырлыҡ, тоғролоҡ, ихласлыҡ һәм башҡа күркәм сифаттары боронғо легенда, риүәйәт, әкиәт, эпос, йырҙарҙан алып әлеге ҡәләм оҫталары әҫәрҙәрендә лә данлана. Ә бөгөн был рухи ҡиммәттәрҙе баһалайбыҙмы? Китаптарҙың артҡы планға күсеүе менән бер рәттән дәүер һулышын ваҡытында сағылдырған милли матбуғаттың ҡәҙере бөтөүе милләтебеҙҙең киләсәгенә янамаймы?Был мәсьәләне “Башҡортостан” гәзите миҫалында асыҡлап ҡарайыҡ. Ул бит – республиканың төп милли баҫмаһы ғына түгел, ә осорҙоң рухи берҙәмлеге күрһәткесе лә! Башҡорт райондарының береһендә “Башҡортостан”ға йөҙ самаһы ғына кешенең яҙылғанын күреп, баш ҡалабыҙҙа “Өфө-матбуғат” киосктарын байҡағандан һуң рухи берҙәмлек төшөнсәһенең ни ҡәҙәр төшкәнлегенә инанырға мәжбүр булдым. Милләттәштәребеҙ меңәрләп йәшәгән урындарҙа үҙебеҙҙең матбуғатҡа битарафлыҡ хөкөм һөрөүе аяныслы хәл бит!
– Юҡ, аңлай алмайым быны, – тип аптырауын белдерҙе Ә. Вәлиди урамында урынлашҡан “Өфө-матбуғат” киоскы һатыусыһы Гөлдәр апай ҙа. – Кеше төрлө хәлгә ғәмһеҙ ҡарай ала, әммә милли баҫмаларға битарафлыҡты һис тә ҡабул итеп булмай.
Ысынлап та, бында башҡортса, татарса донъя күргән гәзит-журнал үтмәҫ тауар кеүек ята. Ә бына Революция һәм Цюрупа урамдары киҫешкән урындағы киоскта эшләгән Тамара Александровна:
– Алмаһалар, үҙем “димләп” ебәрәм! – тип ҡыуандырҙы. – Ихлас һөйләшеп, йылмайһаң, кеше ылығырға тора бит. Эш хаҡың гәзит-журналдың һатылыу-һатылмауына бәйле булғас, икеләтә тырышам!
Артабан юлланам. Зенцов һәм Аксаков, Цюрупа менән Коммунистик, Киров һәм Ленин урамдары киҫешкән урындарҙа, Менделеев, Октябрь революцияһы, Октябрь проспектындағы, Сипайлово биҫтәһендәге ҡайһы бер “Өфө-матбуғат” киосктарында “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Йәншишмә”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдары һатыуға ике-өс бөртөк кенә килгән, әммә улары ла уҡыусыһын “тилмереп көтөп” ята...
– Бында милли матбуғат баҫмалары һатылғанын кешеләр тәүҙә бөтөнләй белмәй ине, яйлап өйрәтеп алдым, – тине Чудинов урамы менән Октябрь проспекты киҫешкән урындағы киоск һатыусыһы. Ә Гоголь урамындағыһы көн дә тиерлек сығып торған “Башҡортостан”дың һатыуға ҡуйылмауы хаҡында белдерҙе. “Йыш килгәс, уны халыҡ алып өлгөрмәй”, – тип аңлатты ул.
Алда әйтеп үткәнемсә, барлыҡ милли баҫмалар ҙа һатыуға ике-өс дана ғына сығарыла.
– Бәлки, уларҙың данаһын арттырырғалыр? – тим.
– Юҡ, быларын алһалар ҙа, яҡшы булыр ине әле, – тип яуапланы барыһы ла.
– Киоскта гәзит-журналға яҙҙырыу эшен алып бараһығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Эйе, – тиҙәр. – Яҙылыусылар һирәкләп булһа ла табылып тора. Был алым бик тә отошло: беренсенән, баҫмаға яҙылыу осһоҙораҡ, икенсенән, гәзиттең бер һаны ла юғалмай.
Ғөмүмән, “Өфө-матбуғат” киосктары буйлап йөрөгәндә “Ниндәй милли баҫмалар һатыуға ҡуйыла?”, “Нисәшәр дана?”, “Кешеләр һатып аламы?” тигән һорауҙарға яуап эҙләргә тырыштым. Күреүебеҙсә, халыҡ гәзит-журналға бик иғтибар бүлмәй. Әллә теләмәйме? Был күренеште бит 175 меңләп башҡорт йәшәгән баш ҡалала күҙәттем! Әҙәби һәм мәҙәни сараларға милләттәштәрҙең йөрөмәүе тураһында йыш һөйләйбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матбуғатҡа яҙылыу менән дә шул уҡ хәл. Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ беҙҙең хәстәрлеккә мохтаж бит. Ҡайҙа һуң беҙҙә ғәм, сәм?
Денис ҒИЛМАНОВ,
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты.