Бөйөк Әхмәтзәки Вәлиди “Хәтирәләр”ендә тыуған ауылы Көҙәнгә айырым туҡтала. Төйәгенең тарихын барлай, халыҡтың килеп сығышы, үткәне, холоҡ-фиғеле хаҡында бәйән итә. Ә бөгөн нисек йәшәй һуң көҙәндәр? Ошо ҡыҙыҡһыныу беҙҙе халҡыбыҙҙың бөйөк улының кендек ҡаны тамған ергә алып килде.“Һәр эштә халыҡ фекеренә таянабыҙ”Урындағы тормош менән танышыу ниәтен белдергәс, ауыл хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев ихлас ризалашты. Башҡортостан дәүләт аграр университетында белем алғандан һуң яҙмышын тыуған төйәге менән бәйләгән Көҙән егете бындағы тормошто, халыҡты биш бармағылай белә.
– Көҙәндәр әле ни менән мәшғүл, Айрат Миңләхмәт улы?
– Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып йәшәп ятабыҙ. Баҡса эштәренең ҡыҙған мәле, күмәкләп ауылдың эргә-тирәһен таҙарттыҡ.
Көҙәнгә “зәңгәр яғыулыҡ” тулыһынса үткән. Һыуға килгәндә, яңы торбалар һалырға кәрәк. Уның ҡарауы, һәр йортта тиерлек ҡоҙоҡ бар.
Ауылда ике урамда асфальт түшәлгән. Республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса иҫәбенә ошо һәм башҡа юлдарҙы төҙөкләндереү эше алып барыла. Ләкин бүтәндәренә асфальт һалыу хыял ғына булып ҡалмаһа ярар ине, тим. Уның бер саҡрымына ике миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк бит. Әлегә мөмкинлеккә ҡарап йүнәтәбеҙ. Әйтәйек, былтыр ике урамға ҡом түшәлде, яңы йорттар ҡалҡҡан яҡтағы берәүһен төҙөкләндерҙек. Ғөмүмән, һәр эште халыҡтың һорауына, тәҡдименә, фекеренә таянып башҡарабыҙ.
– Ауыл тормошон йәнләндереү йәһәтенән яңы проектты тормошҡа ашырғанһығыҙ тип ишеткәйнем...
– Дөйөм алғанда, башланғыстарҙың күбеһе быуындар бәйләнешен нығытыуға йүнәлтелгән. Төйәгебеҙгә нигеҙ һалған, уны үҫтереүгә өлөш индергән ата-бабабыҙҙы онотмаҫҡа бурыслыбыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышында 396 ауылдашыбыҙ ҡатнашҡан. Үкенескә ҡаршы, уларҙың яртыһы фронттан әйләнеп ҡайтмаған. Ҡаһармандарын көҙәндәр онотмай. Ауылдың мәҙәниәт усағы янындағы Еңеү паркында яугирҙәргә обелиск бар. Бынан тыш, былтыр республикала тәүгеләрҙән булып тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл ҡуйҙыҡ. Тик паркта яугирҙәрҙең исемлеге яҙылған стела юҡ ине. Еңеү көнөнә был эште атҡарып ҡуйҙыҡ.
– Проблемалар ҙа байтаҡтыр?
– Ауыл тормошонда улар етерлек инде ул. Мәҫәлән, кәрәҙле элемтә юҡ. Төп сәбәп – Көҙәндең тауҙар араһында ултырыуы. Хәйер, мәсьәлә әкренләп хәл ителә башланы.
Сүп-сар проблемаһы көнүҙәктә тора. Ҡалдыҡтарҙы хәҙер Ишембай ҡалаһында урынлашҡан махсус полигонға сығарырға тейешбеҙ. Бының өсөн, билдәле, транспорт кәрәк, тимәк, эш кеҫәгә барып төртөлә. Ошо йәһәттән халыҡ араһында аңлатыу эше алып барабыҙ, һәр кемдең фекере иғтибарға алына.
– Төйәктең киләсәге нисек булыр тип күҙаллайһығыҙ?
– Көҙән – бер нисә ауылды берләштергән үҙәк. Унда урта мәктәп, башҡа социаль учреждениелар бар. Нисек кенә булмаһын, ауылдың киләсәген йәштәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ә уларға эш урыны, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы кәрәк. Был йәһәттән ауылда крәҫтиән-фермер хужалығы, умарталыҡ бар. Һөнәр белгән кеше төрлө йүнәлештә үҙ эшен аса ала – теләк кенә булһын.
Күсле халыҡ –
көслө халыҡАуылда 600-гә яҡын умарта булыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Саҡрымдарға һуҙылған йүкәлек янында йәшәгән көҙәндәр элек-электән был шөғөлдө үҙ иткән. Умартасылыҡҡа йәштәр ҙә битараф түгел. Мәҫәлән, Гүзәлиә менән Азамат Сәйфетдиновтар.
Улар – һөнәре буйынса уҡытыусы. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған йәштәрҙе яҙмыш бөтөнләй икенсе юлдан алып киткән: ҡалала торлаҡ мәсьәләһенең киҫкенлеге, башҡа йырып сыға алмаҫлыҡ һынауҙар тыуыуы сәбәпле, тыуған ауылына ҡайтҡандар. Хәйер, Сәйфетдиновтар тормошондағы был боролошҡа рәхмәтле – сихәтле һауалы изге ереңдә үҙ эшең менән шөғөлләнеүгә ни етә?!
– Йылдың нисек килеүенә ҡарап, умартаны йә ишәйтәбеҙ, йә кәметәбеҙ. Уларҙың янында көнө буйы уралыу, хәстәрләү – ҙур бәхет, – ти Гүзәлиә. – Балдың күбеһен һатабыҙ. Өй төҙөгәнлектән, килгән аҡса йорт өсөн кәрәк-яраҡҡа тотонола.
Сәйфетдиновтар умарталарын йәйгеһен урманға алып бара икән – йүкәлектә ҡуртымға ер алғандар. Йәштәр ауылдағы өлкәндәрҙән һорашып, китап, Интернет аша шөғөлө буйынса даими тәжрибә туплай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә башлығы менән осрашып һөйләшеү насип булманы. Оҫта ҡуллы Азамат, баҡтиһәң, башҡаларға йорт та һалыша икән. Ғөмүмән, һөнәрле булһаң, ялҡауланмаһаң, ауылда гөрләтеп донъя көтөргә була тигән һүҙҙәргә йәнә бер инандырҙы Сәйфетдиновтар. Үҙ эшен асыу, йорт төҙөү өҫтөнә өс бала үҫтерә бит улар!
* * *
Әйткәндәй, Көҙәндә йүнселдәр байтаҡ. Ауыл хужалығы тармаҡтары ярҙамында хәлен яҡшыртҡандар менән бер рәттән магазин тотҡандар ҙа бар. Һүҙем – Әлфиә һәм Ринат Лотфуллиндар хаҡында.
Йүнселлеккә бер нисә йыл элек тотона улар. Башта бәләкәй генә кибет асалар. Ә инде халыҡ һөйөүен яулағас, үҙҙәре магазин төҙөй. Лотфуллиндарҙың тауары сифатлы, арзан, шуға тиҙ үтә.
– Күберәк табыш алыуҙы түгел, ә халыҡты яҡшыраҡ, сифатлыраҡ хеҙмәтләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ, – ти йүнсел ғаилә.
Ишле ғаиләнең
ишле бәхетеЛотфуллиндарҙың күркәм йорто әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра. Һис шикһеҙ, унда йәшәгәндәр үҙҙәре лә матур күңелле, тормоштоң ҡәҙерен белгән кешеләрҙер.
– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ! – тип ҡаршы алды беҙҙе Минзилә менән Әхмәт Лотфуллиндар. Өс быуын вәкилдәрен һыйҙырған икән күркәм йорт: күрешергә олатай һәм өләсәй ҙә килеп сыҡты, мәктәптән балалар ҡайтып инде. Ишле ғаиләнең ҙур өҫтәл янында кинәнеп сәй эскәненән дә матур күренеш юҡтыр.
…Тәскирә инәй һәм Мөхәммәт олатай Лотфуллиндар биш балаға ғүмер биргән. Үкенескә ҡаршы, күптән түгел бер улдарын юғалтҡандар. Ҡалғандары тыуған ауылында, Стәрлетамаҡта тамыр йәйгән, Себерҙә йәшәгәндәре лә бар. Биш “ағас”тан 15 “үҫенте” сыҡҡан, бүләләр өсәүгә еткән.
Ата-әсәһе нигеҙендә йорт һалған Әхмәткә үҙе кеүек уңған кәләш тап булған. Ә донъялары бәләкәй түгел уларҙың: ҙур өй, 20-нән ашыу умарта, һыйыр, йылҡы малдары, ҡаҙ-өйрәк… Әйткәндәй, йортто ауылды социаль яҡтан үҫтереүҙе маҡсат итеп алған федераль программаға ярашлы төҙөгәндәр. Шәхси таҡта ярыу цехы эште күпкә еңеләйткән.
Итәк тултырып балалар үҫтермәһәң, киләсәгеңде хәстәрләмәһәң, ошо тиклем йорт һалыу, донъя туплауҙың мәғәнәһе булыр инеме? Юҡтыр. Минзилә менән Әхмәт иһә биш балаға ғүмер биргән. Өлкәндәре Айһылыу менән Айнур Салауат ҡалаһында эшләп йөрөй, Сыңғыҙ Ишембай ҡалаһындағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика гимназия-интернатында белем ала, Алтынай менән Искәндәр ауылда уҡый. Ошондай матур донъя көткән ишле ғаиләләр күберәк булһа, һис шикһеҙ, “Ауылдар ниңә бөтә?” тигән һорау тарихта ғына ҡалыр ине.
Көҙәндәргә битарафлыҡ килешәме?Ауылдың рухи кимәлен самалар өсөн урындағы почта бүлексәһенә бағыу ҙа етә. Был йәһәттән көҙәндәргә һүҙ тейҙерерлек түгел – милли баҫмаларҙы күпләп алдыра улар. Район гәзите “Торатау” ғына ла 130-лап дана таратыла.
Әйткәндәй, “Башҡортостан”ды иң күбе Ишембай районында уҡыйҙар. Ләкин Көҙәндәге хәл аптырашҡа һалды: бында төп башҡорт баҫмаһын ете генә кеше алдыра. Сәбәпте асыҡлау маҡсатында урындағы почта бүлексәһе етәксеһе Фирҙәүес Иҫәнамановаға мөрәжәғәт иттем.
– Был урында 20 йыл хеҙмәт итәм, – тине ул. – Почта таратыусы булып эшләгән сағымда халыҡ матбуғат баҫмаларын күпләп алдыра торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа гәзит дуҫтары кәмегәндән-кәмей. Барлыҡ баҫмаларға ҡағыла был мәсьәлә. “Башҡортостан”ды әле ни бары ете кеше алдырғанына үҙемдең дә йөрәгем әрней. Егерме йыл эсендә тәүге тапҡыр күрәм бындай хәлде. Ни хәл итәһең, хаҡтарҙың артыуына һылтана халыҡ. Ысынлап та, “тешләшә” шул улар. Шулай ҙа көҙәндәргә – бөйөк Вәлиди яҡташтарына – бындай битарафлыҡ килешәме икән? Һәр хәлдә, Фирҙәүес ханым һөҙөмтәне ике тапҡыр арттырырға һүҙ биреп ҡалды. Һис шикһеҙ, һүҙендә торор ул. Ана бит, халыҡ үҙен нисек маҡтай: матбуғат баҫмалары, хаттар ваҡытында килә, түләү, аҡса күсереү йәһәтенән проблема юҡ. Ғөмүмән, халыҡ ауылда почта бүлексәһе барлығына, унда мөләйем ҡыҙҙар эшләгәненә ҡыуанып бөтә алмай. “Башҡортостан” гәзите лә шатланыр әле…
Тиҫтәләгән ауылдың терәк-таянысыМәктәп – ауылдың ҡото, терәк-таянысы. Әгәр ул балалар тауышынан гөрләп тора икән, төйәктең киләсәге бар тигән һүҙ.
– Көҙән урта дөйөм белем биреү мәктәбенә туғыҙ ауылдан 93 бала уҡырға йөрөй, – тине директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2011” конкурсының район этабы еңеүсеһе Менәүәрә Зарипова. – Мәктәптең интернатында 22 бала йәшәй.
Күптән түгел аккредитация үттек, мәктәп 11 йыллыҡ булып ҡалды. Яҡшы күрһәткестәребеҙ байтаҡ, ғорурланыр уҡыусыларыбыҙ күп. Мәҫәлән, IV класс уҡыусыһы Гүзәл Иванова – мәктәбебеҙҙең ғорурлығы, олимпиадаларҙа даими ҡатнаша, тәүге урындарға лайыҡ була. Тырыш ҡыҙ урыҫ әҙәбиәтенән башланғыс кластар уҡыусылары араһында үткәрелгән район олимпиадаһында I урынды яуланы. Бының менән туҡтап ҡалмайынса, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында йәнә беренселекте алды, хәҙер иһә ил кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Беҙҙә балалар өсөн янып-көйгән тәжрибәле уҡытыусылар эшләй. Мәҫәлән, Гүзәлде ҙур конкурстарға әҙерләгән педагог – Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Рима Мәжитова – был мәктәптә 1978 йылдан бирле хеҙмәт итә.
Тәжрибәле уҡытыусылар менән бер рәттән йәш белгестәр ҙә тырышып эшләй бында. Мәҫәлән, ошо район егете Илнур Баймөхәмәтовҡа ҙур өмөт бағлай хеҙмәттәштәре. Егет математика, физика, информатика фәндәренән төплө белем бирә, уҡыусыларҙы конкурстарға әҙерләй, үҙе лә төрлө бәйгеләрҙә ихлас ҡатнаша. Быйыл, мәҫәлән, “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының район этабы номинацияһында еңеүсе тип билдәләнгән.
– Диплом алғас, үҙемде төрлө өлкәлә һынап ҡараным, – ти Илнур. – Һөҙөмтәлә мәктәпһеҙ йәшәй алмаҫымды аңланым. Уҡыусылар араһында эшләү – үҙе ҙур бәхет. Улар ихлас, күңелдәре ҡағыҙҙай аҡ. Шул уҡ ваҡытта коллективтың да һәр башланғысымды хуплауы дәрт өҫтәй.
Көҙән мәктәбе – бай тарихлы уҡыу йорто. Ошо данлы сылбыр дауам итә күрһен. Ни тиһәң дә, бер нисә ауылдың тотҡаһы бит ул Көҙән мәктәбе.
“Аслыҡ”, халыҡ театры һәм хоккей“Ауылдыҡылар буш ваҡытында ҡайҙа барһын инде?” – ти ҙә тора күптәр. Ойоштора белһәң, халыҡта дәрт-дарман, сәм етерлек! Теләһә, уларҙан да шәп актер, спортсы юҡ! Һәр хәлдә, бына көҙәндәр буш ваҡытын компьютер янында ултырып үткәрмәй. Клубтан, китапхананан, спорт майҙансыҡтарынан ҡайта белмәй улар.
– Халыҡтың өйҙән сыҡмауын күптәр телевизорға, Интернетҡа һылтай ҙа ҡуя, – ти китапханасы Светлана Ибәтуллина. – Беҙ ҙә замандан артта ҡалғандарҙан түгел. Әммә халыҡтың китапхананан өҙөлгәне юҡ. Бындағы 12 мең китап араһынан иң танылғандары – Рәлис Ураҙғоловтың “Аслыҡ” романы менән Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”е. Улар килгәндән бирле ҡулдан төшмәй. Шундай әҫәрҙәр күберәк булһа, китап уҡыусылар ҙа ишәйер ине.
Әйткәндәй, район үҙәк китапхана системаһында Көҙән филиалы тәүгеләрҙән булып “моделле” исемен алған. Тимәк, бында Интернетҡа сығыу мөмкинлеге лә бар. Шул уҡ ваҡытта китапхана – халыҡтың аралашыу урыны. Бында осрашыуҙар даими үтә, түңәрәктәр эшләй. Күптән түгел хатта бушлай ғәрәп телен дә өйрәтә башлағандар, был ғилемде 20-ләп кеше туплай. Уҡыусылар араһында ауыл хакимиәте башлығының да булыуы күпте һөйләй.
Көҙән клубын билдәле артистар урап үтергә тырыша: сер түгел – юл сығымдары аҡланмай. Уның ҡарауы, халыҡ үҙе дәртле бында. Мәҙәни саралар йыш уҙғарыла, шәмбе клуб дәртле бейеүҙәрҙән һелкенеп тора. Үҙешмәкәр артистарға ла бай Көҙән. Мәҫәлән, “Дарман” халыҡ театры уңышлы эшләй. Уның тамашаларына йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә ихлас йөрөй. Илап та, көлөп тә кинәнә халыҡ. “Дарман”дар күптән түгел Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар” әҫәрен, Нәжиб Асанбаевтың “Һыу юлы” комедияһын сәхнәләштергән. Улар район буйлап гастролдәр ҙә ойоштора. “Халыҡ театры” исеме һәр кемгә тәтемәй шул, тырыштарға, талантлыларға ғына бирелә.
Рухы ғына түгел, тәне лә сәләмәт көҙәндәрҙең. Ауылда уҙғарылған спорт уйындарында бала-саға менән бер рәттән сал сәсле ағай-апайҙарҙы ла осратыу сәйер күренеш түгел. Халыҡтың иң яратҡан урыны – хоккей майҙансығы. Әйтеүҙәренсә, ул быйыл ҡыш ҡына асылған. Районда ошондай 15-ләп майҙансыҡ бар.
Ауылда һыу ятҡылығы булмау сәбәпле, көҙәндәр быға тиклем сәкән һуға алмаған. Быйыл иһә халыҡ әлеге мәсьәләне бер көндә дәррәү хәл иткән: урындағы эшҡыуарҙар, урмансылар ярҙамында боҙ майҙансығы булдырып, уны таҡта менән уратып кәртәләгәндәр. Хоккей ҡабының исеме лә шәп – “Толпар”. Киләсәктә унда “Был майҙансыҡта буласаҡ донъя чемпионы тәүге шайбаһын индергән” тигән яҙыу барлыҡҡа килмәҫ тимә!
Махсус битте Рәмил МАНСУРОВ әҙерләне.