Фекерҙәрҙә – ысынбарлыҡ22.05.2015
Гәзиттең Интернет селтәрендәге виртуаль биттәре, уҡыусыларҙың төплө, үҙенсәлекле фекерҙәрен еткереү мөмкинлеге булараҡ, көндән-көн ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Мәҫәлән, күптән түгел “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары наградаға лайыҡ булған биҙәлеш мөхәрриребеҙ Нәсих Хәлисов исеменә төрлө тарафтан йылы ҡотлау һүҙҙәре сайттың ишеген шаҡыны. Шулай уҡ башҡа мәҡәлә һәм әңгәмәләр ҙә, халыҡтың хөкөм күҙлеге аша үтеп, тейешле баһа алып тора.
Дамир Аллаяровтың “Ҡуяндан да шәберәк алға барырбыҙ” исемле яҙмаһына ҡарата: “Дөрөҫ әйтәһең, ағай. “Капиталдың милләте булмаһа ла, буржуазияның милләте бар” тигән һүҙҙәрең – башҡорт мәҙәниәтенең тарихына инерлек афоризм. Хуплайым. Һеҙҙең һымаҡ фекерле эшҡыуарҙар күберәк булһын!” – тиелгән. Күпме уҡыусы – шунса фекер тигәндәй, мәҡәлә аҙағында тағы бер үҙенсәлекле фекер өҫтәлгән: “Ысын, перспективалы буржуазия ҙур ҡала ерлегендә генә тыуа һәм йәшәй ала. Шуға ла йәштәрҙең, ауылды ҡарттарға ҡалдырып, ҡалаға китеүенә шатланам.
“Әгәр бөгөн беҙҙең милләт вәкилдәре Парижда уҡып йөрөһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине”. – Дамир, шәп девизға тиң фекер был.
“Башҡорттоң Парижды алыуы ғына түгел, унда белем туплауы менән дә ғорурланайыҡ!” – тип уҡытайыҡ балаларҙы!”
Филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов уҡыусыларҙы сәсәниә Розалия Солтангәрәева хаҡында бай мәғлүмәтле мәҡәләһе менән ҡыуандырғайны. Ул юҡҡа ғына “шундай тәрән фекерле, мауыҡтырғыс йөкмәткеле, етди, шул уҡ ваҡытта ифрат халыҡсан яҙмаһы күңелгә ныҡ йоғонто яһаны” тип баһаланманы.
Республика тарихында халҡыбыҙҙың исемен донъя кимәлендә танытҡан батыр ир-уҙамандарыбыҙ байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – билдәле офтальмолог Марат Аҙнабаев – хаҡында Көйөргәҙе районынан авторыбыҙ Тәлғәт Шаһманов яҙып сыҡҡайны. Ошо “Атай нигеҙе” исемле мәҡәлә һәм Лариса Абдуллинаның “Матбуғаттың тиражы кемгә бәйле?” тигән яҙмаһы ла уҡыусыларыбыҙ тарафынан дәррәү хупланды.
Райондан килеп, дауахана юлын тапау, оҙон-оҙаҡ сиратта тороу кеүек мәсьәләләр уҡыусыбыҙ Миҙхәт Әбделмәновты ғына борсоп ҡалмай, күптәр өсөн баш ауырыуына әйләнгән. Ул күтәреп сыҡҡан, “ҡот осҡос” тип нарыҡланған проблеманың киҫкенлеге менән килешкәндәр байтаҡ.
Журналист, шағирә Лариса Абдуллинаның бар донъяға танылыу алған башҡорт спортсыһы, бокс буйынса чемпион Хәбир Сөләймәнов менән ҡорған әңгәмәһенә лә тос фекер беркетелгән.
Көрсөк, ҡыҫҡартыуҙар, эшһеҙлек “бәлә”һе һәр ғаиләнең ишеген ҡағырға оялмай, ахыры. Ошо хаҡта Я. Усманов яҙған “Эҙләгән ҡорт бал таба йәки эш юҡлыҡҡа һылтаныр заман үтте” тигән мәҡәләгә ҡарата фәһемле фекерҙәр бар: “Эшҡыуарлыҡ һәр ваҡыт хәүеф менән бәйле, шуға ла унда ҡыйыуҙар ғына бара. Кем башлаған, шул эшләп китә. Ә зарланып йөрөгәндәр хеҙмәт һөймәй. Башҡорт эшҡыуарҙарын үҫтереү өсөн айырым мәктәп, йәғни түңәрәктәр, курстар, клубтар, ҡыҫҡаһы, уйланылған сәйәсәт кәрәк”, йә иһә “Беҙҙең милли элита формалашмаған. Эре башҡорт бизнесмендары юҡ, авторитеттар ҙа, техник яҡтан донъяға билдәле ғалимдарыбыҙ ҙа. Шуға беҙҙе һанламайҙар. Бөтөн өмөт – йәштәрҙә. Уларҙы дөрөҫ тәрбиәләйек! Динде лә үҫтерергә кәрәк, тик дөрөҫ йүнәлештә”. Көн ҡаҙағына һуҡҡан фекер был.
Сайттағы мәғлүмәттәргә ярашлы, күпселек уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған мәҡәләләр башлыса сәйәсәт, социаль өлкәләргә ҡағыла, “Аҡмулла”, “Белем һәм тәрбиә”, “Матур үтһен ялығыҙ!” махсус биттәренең дә иғтибар йәлеп итеүе күренә. “Башҡортостан” гәзитенең Интернет киңлегендә урын алған битендә редакция тарафынан ойошторолған “Рухи эстафета” акцияһы, Әҙәбиәт йылы айҡанлы иғлан ителгән хикәйәләр конкурсы хаҡында тулы мәғлүмәт бирелә. Улар менән даими танышып тороу мөмкинлеге бар.