Эшһеҙлектең ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәлә икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Әлеге ваҡытта илдәге иҡтисади көрсөк арҡаһында был проблема күптәргә ҡағылды. Ойошма һәм предприятиеларҙа ҡыҫҡартыуҙар бара. Эшһеҙ ҡалған кеше тәү сиратта мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошто көйләү буйынса райондың мәшғүллек үҙәге, нигеҙҙә, ике йүнәлеште тормошҡа ашыра: беренсеһе – кешеләргә эш табыу, икенсеһе – предприятиеларға кәрәкле хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙә ярҙам итеү.
Благовар районының мәшғүллек үҙәге был ике мәсьәләне лә уңышлы атҡара. Төбәккә юл төшкәндә үҙәктең эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уның директоры Зәйтүнә ШАРАПОВАҒА мөрәжәғәт иттек.– Зәйтүнә Рәшит ҡыҙы, бөтөн ерҙә ҡыҫҡартыу, эшһеҙлектең көсәйеүе тураһында һөйләйҙәр. Благовар районында был йәһәттән хәлдәр нисек?
– Әлегә ҡулайлаштырыу елдәрен әллә ни һиҙмәйбеҙ. Беҙҙең бурыс – эшһеҙлектән яҡлау, пособие биреү генә түгел, ә халыҡҡа ысын мәғәнәһендә ярҙам итеү. Мәғлүмәт банкы булдырғанбыҙ. Үҙәктә граждандар өсөн ҡала һәм райондағы вакантлы эш урындары тураһында мәғлүмәт базаһы туплана, шулай уҡ республикалағы, сит өлкәләрҙәге ошондай мәғлүмәт менән дә уртаҡлашабыҙ. Эш биреүселәр менән берлектә халыҡҡа консультациялар үткәрелә, вакансиялар йәрминкәһе һәм башҡа саралар ойошторола.
Мәғлүмәт банкында 324 вакансия бар. Ғәҙәттәгесә, үҙәк дауаханаға табиптар, шәфҡәт туташтары талап ителә. Әйткәндәй, Украинанан килгәндәр араһында ике белгес ауыл ерендә фельдшер булып урынлашты. Балалары шундағы мәктәпкә барҙы. Күсеп китергә йыйынмайҙар. Благовар ҙа, урындағы халыҡ та оҡшаны уларға.
Ауыл хужалығы предприятиеларына эшселәр гел кәрәк. Яңылары асылғас, зоотехниктарға һәм ветеринарҙарға ҡытлыҡ артты. Һатыусыларға ла ихтыяж ҙур.
Бөгөн мәшғүллек үҙәгендә 174 кеше иҫәптә тора. Эшһеҙлек кимәле ҡала һәм район буйынса 1,35 процент тәшкил итә.
— Үҙәк тағы ниндәй бурыстар үтәй?
— Тәү сиратта һөнәри әҙерлек квалификацияһын камиллаштырыу, эшселәр әҙерләүҙе тормошҡа ашырабыҙ. Үҙәктә иҫәптә торғандар хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланған яңы һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерә. Өҫтәмә белем алырға теләгән һәр граждандың уңыштары, ынтылыштары, шәхси ҡыҙыҡһыныуы иҫәпкә алына. Был уға артабан зауығына ярашлы һөнәр буйынса үҫешеү мөмкинлеген бирә. Икенсе хеҙмәт серҙәрен үҙләштереү, квалификацияны камиллаштырыу – халыҡты эшһеҙлектән һаҡлауҙа ышаныслы аҙым.
Ҙур еңеүебеҙ – инвалидтарға эш урындары булдырыу — менән ғорурланабыҙ. Яңыраҡ ике кешене йүнселдәргә урынлаштырҙыҡ. Береһе — һаҡсы, икенсеһе диспетчер булып эш башланы. Предприятие етәкселәре лә, хеҙмәткәрҙәр ҙә бер-береһенән ҡәнәғәт. Артабан да ошо йүнәлеште үҫтерәсәкбеҙ. Әле бер нисә эш биреүсе менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
– Тиҙҙән сығарылыш уҡыусылары өлгөргәнлек аттестаты аласаҡ. Араларында һөнәр һайлағандары ла, ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалғандары ла етерлек. Уларға ярҙам итеп буламы?
– Әлбиттә, был эш күптән яйға һалынған. IX-XI класс уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш бирәбеҙ, “Асыҡ ишектәр” көнөнә алып барабыҙ. Юғары уҡыу йорттары вәкилдәре йыл һайын яҙ районға килә. Сығарылыш уҡыусылары был сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Бынан тыш, улар өсөн даими рәүештә төрлө ойошмаларға экскурсиялар ойошторабыҙ. Экология темаһына ҡағылышлы һөйләшеүҙәр үткәреү матур йолаға әүерелгән. Мәҫәлән, “Благоварпластмасс” ойошмаһы, полиэтилен етештереүҙән тыш, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын икенсел эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ошо ойошма ярҙамында балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйбеҙ. Пластмассаның быуаттар буйы серемәй ятыуы, зыянлы матдәләр сығарыуы тураһында белгәс, күптәр аптырап ҡала. IX класс уҡыусыларын шул ойошмаға алып барҙыҡ. Дөйөм алғанда, ошондай саралар ваҡытында ла ҡайһы бер һөнәргә ғашиҡ булған балалар бар.
– Тимәк, көрсөк һеҙгә ҡурҡыныс түгел?
– Әлбиттә. Иҡтисадсыларҙың күҙаллауы улай уҡ ҡурҡыныс булмаҫ тигән өмөттәбеҙ. 2008-2009 йылдарҙағы көрсөктө имен-аман үткәреп ебәрҙек. Кәрәкле тәжрибә тупланды (көлә). Районда бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһы асылыу алдында. Улар байтаҡ вакансия тәҡдим итә. Мәҫәлән, Ҡашҡалашы ауылында асыласағында 46 кешегә эш урыны бар. Уртаса хеҙмәт хаҡын 20 мең һум вәғәҙә итәләр. Шуға бошонмайбыҙ.
Ғөмүмән, үҙәккә килгән һәр кешенең күңеленә юл табып, төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ. Шуға ла бынан кеше өҙөлмәй.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.