Иңендә – ауыл хәстәре20.05.2015
Иңендә – ауыл хәстәре Был хәл үҙгәртеп ҡороу осоронда була. Ирҙәр күпләп араҡы менән мауыға башлай, шул сәбәпле эшкә ваҡытында йөрөмәгән осраҡтар ҙа күбәйә. Шул саҡтағы ферма мөдире Нурия Иштуғанова бындай күренешкә битараф ҡала алмай. “Йәшел йылан” менән шаярғандарҙы автобусҡа тейәп, Ырымбур өлкәһенә дауаларға алып бара. Шулай итеп, улар күрше өлкәгә өс тапҡыр юллана. Бынан һуң күптәр дөрөҫ юлға баҫып, әҙәмсә йәшәй башлай. Бындай изгелеге өсөн хәстәрлекле ханымға бөгөн дә рәхмәт әйтеүселәр байтаҡ...


Ана шул саҡта уҡ Нурия Иштуғановаға ҡарата Иҫке Бәпес халҡының ихтирамы бермә-бер арта. Эйе, ул – тормошто күргән кеше. Ҡатын-ҡыҙ затынан булһа ла, ҡурҡып тормай, 18 йәше тулыр-тулмаҫтан колхоз эшенә егелгәйне. Эштең дә ниндәйен башҡарҙы бит әле! Шофер! Ә бит йөк машинаһын “теҙгенләү” һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Уңған ҡатын белемен дә камиллаштырғас, тора-бара уны ферма мөдире итеп үрләтәләр.
Шуға ла ауыл хакимиәте башлығы итеп кемде ҡуйырға тигән һорау тыуғас, бөтәһе лә Нурияға текәлә:
– Ҡыҙым, һин генә булдыра алаһың, – тип уға ышаныс белдерә ололар.
– Эйе, ойоштороу һәләтең бар. Һине бында бөтәһе лә хөрмәт итә. Башҡа ҡулай кандидат юҡ, – тип йөпләй бүтәндәре.
– Әлләсе, ҡулымдан килерме икән? – тип икеләнеп ҡарай Нурия, ләкин халыҡ үҙ һүҙендә ныҡлы тора:
– Атайың да егәрле булды, колхозда бынамын тигән итеп эшләне. Һин дә унан ҡалыш­майһың. Беҙҙең һүҙҙе йыҡма...
Был көндән егерме йыл ваҡыт үтеп киткән. Ә инде икеләнеп кенә ризалашҡан Нурия Иштуғанова хәҙер ике тиҫтә йыл Иҫке Бәпес ауыл хакимиәтен етәкләй.
– Халыҡ менән эшләүе ҡыйын түгелме? Берәй эш ҡушһаң, тыңлап баралармы? – тип һорай ҡуйҙым.
– Шөкөр! – тине, ихлас йылмайып, Нурия ханым. – Беҙҙең халыҡ дәртле бит ул. Әгәр һәр кеше менән типә-тиң һөйләшһәң, уртаҡ тел таба алһаң, бер ҙә ҡатмарлы түгел. Бына яңыраҡ зыярат кәртәләгәйнек, халыҡ дәррәү ҡатнашты.
Етәксе үҙе башҡаларға өлгө булырға тейеш тигән фекерҙә Нурия Хәсән ҡыҙы. Дө­рөҫ, әгәр һин йәшәү рәүешең менән бүтәндәргә дәрт-сәм өҫтәй алмаһаң, ундай кешене кем тыңлар? Был йәһәттән Нурия ханым бәхетле. Тормош иптәше Рәүеф Басир улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдары Рәмил ғаи­ләһе менән район үҙәгендә йәшәй, ә ҡыҙҙары Нурсилә фельдшер булып эшләй.
Ауылда матур итеп ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән уңған йәштәрҙең йылдан-йыл арта барыуына һөйөнә етәксе. Шулай ҙа күңелде әрнеткән күренештәр хаҡында ла әйтмәй булдыра алманы.
– Берәй эскән ирҙе әрләһәң, тота ла “ауыл­да эш юҡ бит” тип зарлана башлай, – ти Нурия ханым, ауыр көр­һөнөп. – Былай тип ялҡауҙар ғына яуап бирә. Әгәр күпләп ҡош-ҡортон, мал-ты­уарын аҫраһаң, бынамын тигән йәшәргә була. Яңыраҡ йәш ғаилә ауыл уртаһында ике ҡатлы йорт һалып сыҡты. Ундай уңғандар беҙ­ҙә етәрлек ул. Тырыштар гөрләтеп донъя көтә!
Бар ғүмерен халыҡ менән эшләүгә арнаған Нурия Хәсән ҡыҙы бөгөнгөһөнән ҡәнәғәт. Уның уңғанлығын дәүләт тә лайыҡлы баһаланы: республикабыҙҙың Почет грамотаһы, “Баш­ҡорт­остан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Рәсәйҙең башҡа миҙалдары менән бүләкләнгән. Әммә был уның өсөн иң мөһиме түгел. Ауылдаштарының хөрмәтенән, ихлас рәхмәт һүҙҙәренән дә олораҡ баһа юҡтыр.






Вернуться назад