Эскелекте еңеп буламы?20.05.2015
Эскелекте еңеп буламы? Эскесе менән йәшәүҙең ниндәй бәлә икәнен ғаилә ағзаларынан да яҡшыраҡ белгән кеше юҡ. Әммә был бәләгә тарығандар күпселек осраҡта әлеге проблеманы үҙҙәре хәл итергә мәжбүр. Хәмер яратҡан кешене дауалар өсөн тәү сиратта уның өс көн эсмәүен тәьмин итергә (ғәмәлдә был мөмкин түгел), уның ризалығын алырға (әлбиттә, ул ҡаршы буласаҡ) кәрәк. Бындай осраҡта элек айнытҡыстар бер ни тиклем ярҙам итә торғайны, әммә улары ла ябылды. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Кемдән ярҙам һорарға? Биш йыл элек Өфөлә Социаль-реабилитация үҙәге эшләй башланы. Бында меңләгән кешегә ярҙам иткәндәр. Үҙәктең эш алымдары тураһында һөйләүҙе һорап, уның директоры Абдразаҡ МУСИНҒА мөрәжәғәт иттек.


Эскелекте еңеп буламы?– Абдразаҡ Әбделәхәт улы, бын­да­ғы бөхтәлек, таҙалыҡ ял йортондағы кеүек.
– Беҙҙең учреждениеға элекке ай­ныт­ҡыстарҙың ике бинаһын бирҙеләр. Бе­рен­сеһе баш ҡаланың Еңеү урамы, 3 ад­ресы буйынса урынлашҡан. Унда 30 урынға иҫәпләнгән дүрт палата, ҡабул итеү бүлеге, медицина кабинеты, персонал өсөн ял бүлмәһе һәм башҡалар бар. Был үҙәк Октябрь, Орджоникидзе, Калинин райондарын хеҙмәтләндерә. Икенсе үҙәк, әле беҙ осрашҡаны, К. Маркс ура­мы, 51/1 адресы буйынса урынлашҡан. Киләсәктә өсөнсөһөн асыу теләге бар. Бынан тыш, иҫкәртеү саралары менән әүҙемерәк шөғөлләнергә ине.
– Элекке айнытҡыстарҙың бурысы һеҙ етәкселек иткән учреждениеға йөкмәтелдеме?
– Эйе, дөрөҫ. Элек Өфөлә биш айнытҡыс эшләй ине. Ғәҙәттә, унда кө­нө­нә – 150, байрам мәлдәрендә 200 кеше килтерелә торғайны. Рәсәй Эске эштәр министрлығында штат ҡыҫҡар­тылыу сәбәпле, айнытҡыстарҙы ябырға ҡарар иттеләр. Тик йәмғиәттәге эскелек проб­лемаһы хәл ителмәне бит. Иҫерек килеш ҡазаға тарыусылар булды һәм әле лә бар. Иҫерек булһалар ҙа, әҙәм балалары бит улар. Ғөмүмән, эш тәж­рибәмә таянып, шуны әйтә алам: эскелек ул – сир. Элекке айнытҡыстарға альтернатива табырға кәрәк ине. Ләкин был системаны замансараҡ ойоштороу көн талабы булды. Ул мәлдәге Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев “Алкоголь тәьҫирендәге иҫеректәр өсөн социаль-реабилитация үҙәге” тип атал­ған яңы муниципаль учреждение булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Эскелекте еңеп буламы?– Һеҙҙең тәжрибә менән уртаҡ­ла­шырға Рәсәйҙең күпселек өлкә­лә­ре­нән вәкилдәр ҙә килеп киткән икән...
– Эйе, бындай үҙәктәр Рәсәй буйынса алтау ғына. Шуға ла тәжрибә уртаҡ­лашырға теләүселәр етерлек. Һамар, Тверь, Пермь, Омск, Түбәнге Новгород, Ҡазан, Брянск, Улан-Уде ҡалалары, Пермь крайы, Дағстан, Сыуашстан, Коми республикаларынан, Калининград, Псков, Воронеж өлкәләренән килгән вәкилдәргә документтар төҙөү, үҙәкте йыһазландырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ярҙам иттек, кәңәштәр бирҙек. Берәгәйле эш һөҙөмтәле була.
– Эш тәртибе нисек ойошторолған?
– Фельдшерҙар, санитарҙарыбыҙ бар. Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙәккә килтерелгән кешене ҡабул итә. Уның бар мөлкәте яҙып алына, дөйөм сәлә­мәтлек торошона баһа бирелә, алкотес­тер ярҙамында уның ни ҡәҙәр иҫерек булыуы билдәләнә. Әгәр алкоголь кимә­ле 1,5 промилле булһа, үҙәктә ҡунып ҡайтырға кәңәш бирәләр. Шаһиттар һәм видеокамера күҙәтеүендә ҡиммәтле әй­берҙәре, аҡсаһы, документтары сейфҡа бикләнә. Ҡуныу бушлай. Әгәр душ, кер йыуыу машинаһы менән ҡулланырға теләһәләр, был хеҙмәттәр өсөн түләргә тейештәр.
Элек айнытҡыс хеҙмәткәрҙәренә ҡа­рата урынлы-урынһыҙ төрлө дәғүәләр булғылай ине. Хәҙер бындай шиктәргә юл ҡуйылмай, сөнки бөтөн ерҙә видео­теркәү бара. Беҙҙең маҡсат – кеше ғүме­ренә һәм һаулығына хәүеф янағанда уны ҡурсалап алып ҡалыу.
– Эскеселәрҙе дауалау һеҙҙең ҡарамаҡҡа кермәй, шулай ҙа был мәсьәләгә битараф ҡала алмайһы­ғыҙҙыр?
– Юҡ, әлбиттә, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ. Баш ҡаланың дауалау учреждениелары менән хеҙмәт­тәш­лек итәбеҙ. Беҙгә килгән кешене артабан дауаларға кәрәк икән, уның ризалығын алып, һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.
– Миңә ҡалһа, ғаиләлә эскән кеше булһа, тәү сиратта уның яҡындары ҡурсалауға һәм ярҙамға мохтаж.
– Мин дә күптән шундай фекергә килдем. Иҫерек кешенең холҡонан, уның ҡыланыштарынан яҡындары ныҡ зыян күрә. Тап ошо арҡала үҙәктә психолог штаты асырға булдыҡ. Ул эскеселәрҙең ғаиләләре менән дә шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, эскән кешене артабан дауалауға ризалатыр өсөн эш алып барасаҡ. Улар бит үҙҙәренең ауырыу икәнен танып бармай һәм күпселек осраҡта дауаланыуҙан да баш тарта.
– Оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау сис­те­маһында эшләгән кешеһегеҙ, әле иһә эскеселәр менән көн һайын күҙ­мә-күҙ осрашаһығыҙ. Был бәләнән нисек тә ҡотолоп буламы?
– Бының өсөн системалы эш алып ба­рыр­ға кәрәк. Айныҡ тормошто пропа­гандалауҙы мәктәп эскәмйәһенән баш­лау шарт. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәк­тәптәрҙә бындай саралар исем өсөн генә алып барыла. Алкоголле эсемлектәр 21 йәше тулмағандарға һатылырға тейеш түгел.
Ә инде күптән эскән кешеләрҙе айнытыу мөмкин түгел. Совет заманында дауалау-хеҙмәт предприятиелары бар ине. Шуларҙы тергеҙеү был яман сирҙән ҡотола алмағандар өсөн шәп сара булыр ине.
Медицинский центр в Уфе. Вес спектр медицинских услуг!

Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад