Ҡыҫҡаса...20.05.2015
Францияның “Шарли Эбдо” сатирик журналының рәссамы Ренальд Лузье эшенән киткән. Мәғ­лүм булыуынса, баҫмала нәҡ уның Мөхәммәт пәйғәмбәргә кари­катураһы донъя күргәйне. Бынан һуң редакцияға һөжүм итеп, 12 кешене үлтерҙеләр, баш мө­хәррир, йәнә 11 журналист йәрәхәтләнде. “Бындай фажиғәнән һуң редакцияла эшләй алмайым”, – тип аңлатҡан рәссам.
***
Япония ғалимдары һарым­һаҡ­тың дауалау үҙенсәлеген асыҡ­лаған, уның ярҙамында мейе яман шешенән ҡотолорға мөмкин, ти­ҙәр.
***
Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй тарихын яңы дәреслектәр буйынса өйрәнә башлаясаҡтар.
***
30 майҙа Силәбе ҡалаһында 11-се тапҡыр балалар һабантуйы уҙғарыла. Уны ҡала хакимиәте ярҙамында өлкәләге Башҡорт халыҡ үҙәге, Башҡортостандың даими вәкиллеге, урындағы балалар фонды ойоштора.
***
Хорватияның Загреб ҡалаһында үткән Европа чемпионатында яҡ­ташыбыҙ Рөстәм Арыҫланов самбо буйынса 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙал яуланы.


Вернуться назад