Әлеге аҙна республикала, май аҙағында яҡшы йолаға әүерелгәнсә, нефть химияһы билдәһе аҫтында үтә. Бөгөн “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында ХХIII Халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар-2015” күргәҙмәһе асыла. Иртәгә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында
V Халыҡ-ара “Ҙур химия” форумы эшен башлай. Күргәҙмәне ойоштороусыларҙың һәм йыйынға әҙерләнеү буйынса саралар координаторының береһе — Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы. Мөһим ваҡиғалар алдынан министр Алексей
Карпухин ошо хаҡта һөйләй.– Алексей Иванович, әлеге “Башҡортостан Республикаһында нефть һәм газ аҙналығы” ҡатнашыусылар, тематикаһы, тикшереүгә сығарыласаҡ мәсьәләләрҙең әһәмиәте йәһәтенән әүәлге сараларҙан нимәһе менән айырыла?
– Әйтергә кәрәк, быйылғы саралар июль айында Өфөлә уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселәренең саммиттары билдәһе аҫтында үтә. Шуға күрә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре, БРИКС дәүләттәре вәкилдәре иҫәбенә ҡатнашыусылар составы ла киңәйә. Ошо илдәрҙең сәйәси эшмәкәрҙәре лә, эшлекле даирәләр, ғилми мөхит вәкилдәре лә киләсәк. Илебеҙҙәге генә түгел, тотош донъялағы нефть химияһы тармағы алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана. Темалар төрлө буласаҡ.
– Көнбайыш тарафынан Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади санкциялар индерелгәндән һуң айырыуса көнүҙәккә әүерелгән импортты алмаштырыу мәсьәләһе күтәрелерме?
– Әлбиттә. Нефть химияһы бөтөн иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһен тәшкил иткән республикабыҙ өсөн был проблема иң мөһимдәр иҫәбенә инә.
Бәләкәй тоннажлы химия кластеры нигеҙендә нефтте химик эшкәртеүҙең ғилми-тикшеренеү институтында федераль субсидия иҫәбенә өр-яңы үҙенсәлекле Коллектив файҙаланыу үҙәге төҙөлдө. Ул бәләкәй тоннажлы химия продукттарын етештереү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеген бирә. Үҙәккә бик күп эксперттар килде. Уларҙың фекеренсә, ойоштороуҙың икенсе этабы тамамланыу менән (беҙ был эште йыл аҙағында ахырына еткерергә ниәтләйбеҙ), был үҙәк йыһазландырылыуы йәһәтенән илдәге иң яҡшылар иҫәбенә инәсәк. Әҙерләү, бәләкәй йәки уртаса партиялар менән етештерергә өйрәнеү, төрлө май, ҡатнашмалар, һыуытыусы шыйыҡсалар сығарыу технологияһы үҙенсәлектәрен аңлау бурысы тора.
Импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән бөгөн етди шөғөлләнәбеҙ. Был өлкәлә ҙур компанияларға тәҡдимдәребеҙ бар. Әммә эште тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт талап ителә.
– Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүгә бәйле хәл нисек? Яҡын киләсәктә үҫеш мөмкинлеге бармы?
– Әлбиттә, бар. Республикала машиналар эшләү комплексы ярайһы уҡ үҫешкән. Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүгә килгәндә, ошо йүнәлештә йылдам үҫеш өсөн тейешле тәүшарттар етерлек. Һуңғы биш йылда тармаҡтағы алдынғы предприятиелар төп фондтарын етди нығытты, үҙенсәлекле ҡорамалдар һатып алды, сифатҡа идара итеүҙең алдынғы системаларын ғәмәлгә индерҙе. Бөгөн тармаҡ предприятиелары етештергән тауар импортты алмаштырып ҡына ҡалмай, ҡайһы бер күрһәткестәре йәһәтенән сит илдекенән байтаҡҡа өҫтөнөрәк тә. Миҫал рәүешендә “Уралтехнострой — Туймазыхиммаш” корпорацияһын һәм ОЗНА акционерҙар компанияһын әйтергә мөмкин. Уларҙың заказдары етерлек, күрһәткестәре яҡшы.
– Башҡортостандағы һәм Татарстандағы нефть химияһы предприятиеларын сеймал менән тулыраҡ тәьмин итеү мөмкинлеген биргән Ямал-Волга буйы продукт үткәргесен һалыу мәсьәләһе күптән тикшерелә. Форумда ошо тема күтәрелерме?
– Эйе, был мәсьәлә ҡараласаҡ. Ошо проектты тормошҡа ашырыу ҡыҙыҡһындырған Рәсәй төбәктәре етәкселәренең башланғысына ярашлы, “Ҙур химия”ла ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшмә үткәрә. Әле мәсьәлә ентекле тикшерелә, башҡарылған һәм алда торған эштәргә байҡау яһала. Йыйында был тема мотлаҡ күтәреләсәк. Шулай ҙа уның үҙенсәлектәре, барлыҡ нескәлектәре хаҡында һүҙ алып барырға иртәрәк әлегә.
– Форум һөҙөмтәләре республика иҡтисадына нимә бирер?
– Башҡортостан сарала үҙенең ҙур етештереү һәм ғилми ҡеүәтен күрһәтәсәк. Коллегаларыбыҙға мөмкинлектәребеҙ хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Оҙайлы һәм үҙ-ара файҙалы килешеүҙәр төҙөлөүен көтәбеҙ. Нефть, газ, химия тармағында республикабыҙ алдынғылыҡты һаҡлап ҡалһын өсөн тырышабыҙ.
Үҙ хәбәрсебеҙ әңгәмәләште.