Уттан ҡалмай, онотма!20.05.2015
Башҡортостан Хөкүмәте 15 майҙан республикала янғынға ҡаршы махсус режимды ғәмәлгә индерҙе.

Уға ярашлы, республика баш­ҡарма власть органдарына билә­мәләрҙә янғын хәүефһеҙ­ле­ген күҙәтеү, бар­лыҡ янғын һүндереү бүлексәләрендә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойоштороу, телефон элемтәһе менән тәьмин итеү, янғынға ҡаршы агитацияны әүҙемләштереү кеүек саралар комплексын тормошҡа ашырырға ҡушылды, ошо уҡ тәҡдим ҡала һәм район хакимиәттәренә лә еткерелде.







Вернуться назад