“Мәңгелек ут” — тере хәтер20.05.2015
Республикабыҙ “Мәңгелек ут” мемориалдары һаны буйынса Рәсәйҙә тәүге тиҫтәгә инде.

Алынған мәғлүмәттәр буйынса, илебеҙҙә 3 969 “Мәңге­лек ут” мемориалы иҫәпләнә. Шуларҙың 852-һе даими яна, тағы ла 3 038-е байрам көндәрендә ҡабыҙыла. Иң күп мемориал Краснодар, Ставрополь һәм Алтай крайҙа­рында, Ырымбур, Ростов, Воронеж, Си­лә­бе, Белгород өлкәләрендә теркәлгән. Башҡортостандағы ҡала һәм райондарҙа улар – 108. Ә бына Ауырғазы, Краснокама, Күгәр­сен, Саҡмағош райондарында һәм Меж­горье ҡа­ла­һында “Мәң­гелек ут” бө­төнләй юҡ.
Күршебеҙ Та­тарстан беҙ­ҙән бер аҙ ғына ҡалыша — унда 96 мемориал. Чукоткала һәм Магадан өлкәһендә “Мәңгелек ут” бөтөнләй юҡ, ә Не­нец автономиялы округында, Тыва һәм Йәһүд автономиялы өлкәһендә – берәр генә.



Вернуться назад