Ә сере бик ябай икән...20.05.2015
Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙарының үҙ ҡалаһын яратыу сере асыҡланды – был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң матбуғат саралары буйынса комитет ултырышында ҡала мэры
Алексей Изотов һөйләне.


Комитеттың май айы ултырышының көн тәртибендә биш закон һәм бер парламент ҡарары проекты тикшерелде. Улар буйынса фекер алышыуҙы башларҙан алда депутаттар урындағы үҙидара органда­рының социаль йүнәлештәге эшмәкәрлек менән шө­­ғөл­лән­гән эшҡыуарҙарҙы һәм коммер­цияға ҡара­ма­ған ойошмаларҙы яҡлауы тура­һындағы мәғлүмәтте тыңланы. Был эш йүнәлешен Стәр­летамаҡ ҡалаһы миҫа­лында ҡаранылар.
Ҙурлығы буйынса республикала Өфөнән ҡала икенсе урында торған ҡала башлығы социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам­лашҡан эшҡыуарҙарға урындағы үҙидара яғынан да төрлө ташламалар булыуы тураһында һөйләне. Мәҫәлән, ер менән фай­ҙаланған йәки бина биләгән өсөн улар ҡуртым хаҡын түләмәй. Был иһә Стәр­лета­маҡ эшҡыуарҙарын ошо йүнә­лештә йүнсел­лек күрһәтергә дәртләндерә.
Бынан тыш, депутаттар Бишбүләк райо­нында Тумаш исемле яңы ауылды бар­лыҡҡа килтереү тураһындағы (был хаҡта беҙҙең гәзит 1 май һанында хәбәр иткәйне инде) закон проектын икенсе уҡыуҙа тик­шер­ҙе. Шулай уҡ Күгәрсен районындағы Волостновка ауыл Советы үҙәген Волостновка ауылынан Ҡалдар ауылына күсереү буйынса фекер алыштылар. Әле хакимиәт урынлашҡан би­на бик иҫке, почта һәм бүтән ойошмалар менән өйҙәш булғас, йомош менән килгән­дәргә уңайһыҙға тура килә. Ә Ҡалдар ауылында шарттары яҡшы булған заманса бина яртылаш буш тора. Ауыл Советының исеме үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ.




Вернуться назад