Халыҡ дружинаһы тергеҙелә20.05.2015
Башҡортостандың ирекле халыҡ дружиналары әүҙемселәре физик ҡағылғыһыҙлыҡҡа өҫтәмә гарантия аласаҡ. Тейешле закон проектын Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 28 майға тәғәйенләнгән пленар ултырышта ҡараясаҡ.
– Беҙгә граждандарҙы үҙ теләктәре менән йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыуға йәлеп итеү зарур. Бының өсөн әле өҫтәмә гарантиялар исемлеге барлана, шул иҫәптән физик ҡағылғыһыҙлыҡ, дружина эшендә ҡатнашырға теләк белдергәндәргә финанс ярҙам ҡараласаҡ, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Республика парламенты спикеры билдәләүенсә, әлеге закон проекты ярайһы яҡшы әҙерләнгән. Башланғыс халыҡ тарафынан яҡлау табыр тигән ышаныста ул.
“Башҡортостан Республикаһында халыҡ дружиналары тураһында”ғы закон проекты өҫтөндә эш “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа граждандарҙың ҡатнашыуы тураһында”ғы Федераль законға ярашлы тормошҡа ашырыла. Документ Республика халыҡ дружиналары штабын ойоштороуҙы күҙ уңында тота.
Республика парламенты президиумының май аҙағында үтәсәк ултырышында шулай уҡ пассажир транспортына, халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы закон проекттары ла өйрәнеләсәк.