Компьютерҙы башҡортса өйрәнәйек16.02.2012
Мәктәптәрҙә балаларҙың компьютерҙа эшләгән сағына тура килеп: “ошоно ғына отсканировать итеп бир әле”, “плавающий окноһына баҫма”, “памятка ҡуйырға онотма”, “пока спящийға ҡуйып тор”, “личный кабинетҡа инегеҙ”, “курсорығыҙҙы строкаға направлять итегеҙ”, “файлдан мои материалыны табығыҙ” тигән һөйләшеүҙәргә шаһит булғаным бар. Башҡорт ауылындағы, туған телдә белем бирелгән мәктәптә булған хәл был.
Теүәл фәндәрҙе башҡортса уҡытыу кәрәкмәй тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Беҙҙең быуын уларҙы ғына түгел, урыҫ телен дә башҡортса тиерлек уҡып сығып, бер ҙә юғалып ҡалмаған — юғары белемлеләр бихисап! Ә юғары уҡыу йорттарына инә алмауҙарына туған телдә белем алыу түгел, ә уҡытыусыларҙың сифатһыҙ эше сәбәпсе. Фәнде яҡшы төшөнгән бала акцент менән хаталы һөйләһә лә, теманы аңлауын раҫлай ала.
Әле инглиз телен белеүҙе беренсе урынға ҡуйырға тырышыусылар ҙа бар. Уны өйрәнеү кәрәк, әлбиттә, әммә кешене инглизсә белеү генә уҡымышлы итмәй. Улай булһа, был телдә һөйләшкән барлыҡ әҙәм ғалим булыр ине.
Ғөмүмән, беҙҙә телдәрҙе уҡытыу тураһында әленән-әле бәхәстәр ҡубып тора. Былтыр йәй Швейцарияла булғайным. Унда немец, француз, итальян телдәре рәсми тел тип иҫәпләнә.
Донъяла теге йәки был милләттең мәҙәни-мәғрифәт кимәлен “үлсәү”ҙең яҙылмаған билдәләмәләре — һүҙ байлығы, энциклопедиялары, һүҙлектәре, белешмә баҫмалары бар. Тимәк, компьютер төшөнсәләрен башҡортсаға мотлаҡ тәржемә итергә кәрәк! Хатта улар менән бик аҙ белгес ҡулланған осраҡта ла, сөнки был — тел статусының күрһәткесе!
Тағы ла шуныһы: үрҙә миҫалға килтерелгән кеүек, башҡорт ауылдарында ла балалар компьютерҙы дәрестә генә ҡулланмай бит. Был техника көнкүрешебеҙгә ныҡлап инде. “Компьютер”, “принтер” кеүек урыҫ теленә үҙгәрешһеҙ күскән һүҙҙәрҙе башҡортсаға тәржемә итеү кәрәк, тип әйтмәйем. Ә бына ябай ғына “мышка”, “плавающее окно”, “спящий режим”, “ожидание” тигәндәрен ниңә үҙебеҙсә атамаҫҡа?! Юғиһә был балала башҡорт телендә ундай төшөнсәләрҙең тәржемәһе юҡ икән тигән фекер уята, телебеҙҙең мөмкинлектәрен сикләй.
Минең бәләкәстәр өсөн компьютер тураһында яҙған әҫәрем бар. Унда клавиатураға — хәрефлек, мышкаға төрткө тип атама биргәйнем. Сысҡан түгел, ә тап төрткө, йәғни һуҡыр сысҡан. Ҡулланылышы ла ошо һүҙҙең мәғәнәһенә тап килә — уға төрткөләп эшләйбеҙ, үҙенең “күҙе” лә юҡ. Техника телен ҡыҙыҡлы итеү — балалар өсөн үҙе бер ылыҡтырғыс алым, минеңсә. Инглиз телендәге китаптар тап ошоноң менән ота, тип һөйләй Англияла уҡып ҡайтҡан йәштәребеҙ.
Компьютер техникаһына бәйле төшөнсәләрҙе тәржемә итеү, әлбиттә, бер кешенең генә эше түгел. Был бурысты инглиз телен, информатиканы, компьютерҙы һәйбәт белгән белгестәрҙең бергәләп башҡарыуы мөһим. Мәҫәлән, Татарстанда был йәһәттән эш күптән бара, дәреслектәр ҙә әллә ҡасан уҡ сығарылған, яңыртыла, камиллаштырыла. Уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү ҙә файҙаға булыр, моғайын.
Ошо фекерҙәремде Интернетта башҡортса форумдарҙа күтәргәйнем. Кәрәкмәй, тип ҡаршы килеүселәр, ҡаты бәхәстәр ҙә булды. Был тема буйынса байтаҡтан шөғөлләнеүсе егеттәр ҙә ҡатнашҡайны унда. Әҙер эштәрҙең дә булыуы бик һөйөнөслө. Улар, әлбиттә, камиллаштырыуҙы көтә.
Мин иһә киң ҡулланылышта кәрәк булырҙай үҙ вариантымды әҙерләнем. Был эштә Интернет аша танышҡан Иҙел Ғабдуллин исемле егеттең тос ярҙамы тейҙе — “Бәйләнештә” сәхифәһендә “Башҡортса компьютер төшөнсәләре” тигән төркөмдө тап ул асҡайны. Осраҡлы ғына барып юлығып, мин дә ҡатнашып киттем, тора-бара төп тәржемәсегә әйләндем. Айбулат Ишназаровҡа ла рәхмәт — фекерҙәрен әйткеләп торҙо. Һөйләшеү йәнле, ҡыҙыҡлы барҙы. Үҙем белмәгән төшөнсәләрҙең аңлатмаларын шул егеттәрҙән алдым. Теге йәки был ғәмәлдең мәғәнәһенә төшөнгәс, уны нимәгәлер оҡшатып, хатта яңы һүҙ уйлап сығарырға ла тура килде — мәҫәлән, шул уҡ “төрткө”нө. Төшөнсәләрҙең инглизсә аңлатмалары менән ҡыҙыҡһынып, һүҙлектәр буйынса ла эшләнем.
Ошо хеҙмәтебеҙ менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырмаҡсымын. Был эш айырыуса уҡытыусыларға кәрәкле булыр — балаларға компьютерға бәйле төшөнсәләрҙе башҡортса өйрәтергә ярҙам итер тигән ышаныстамын. Әлбиттә, һәр тәржемәне камил тип әйтмәйем. Улар бәхәс тә уятыр. Әммә боҙ ҡасан да булһа ҡуҙғалырға тейеш бит!
Гүзәл СИТДИҠОВА.


Һүҙлек

Автоматическое обновление — үҙ-үҙенән яңыртылыу.
Автономно — үҙаллы. Работать автономно — үҙаллы эшләү.
Антивирусная программа — компьютер вирустарынан һаҡлаусы һәм таҙартыусы программа.
База данных — бирелмәләр базаһы.
Бегунок — шылдырғыс.
Бегущая строка — йүгерек юл.
Боковая панель — ситке аҫлыҡ.
Браузер — (инглизсә — browser, урыҫса — обозреватель, программа просмотра) — браузер, күҙәткес.
Веб-разработчик — веб-әҙерләүсе, сайттар эшләүсе.
Вернуть — кире ҡайтарырға.
Взлом компьютера — компьютерҙы боҙоп инеү.
Вкладка браузера — браузер (күҙәткес) һалынмаһы.
Во весь экран — тулы экран.
Водяной знак, подложка, филигрань — (инглизсә — Watermark) һыу тамғаһы, аҫтар, филигрань (семәр).
Вставить ссылку — һылтанма өҫтәргә.
Вставить гиперссылку — гиперһылтанма ҡуйырға, өҫтәргә.
Вставка — өҫтәлмә.
Входящие и исходящие сообщения (письма) — килгән һәм ебәрелгән хәбәрҙәр (хаттар).
Выделение файлов — файлдарҙы айырымлау.
Выделенный участок — айырымланған өлөш.
Выделить все — барыһын да айырып билдәләргә.
Выноска — сығарма.
Вырезать — ҡырҡып ташларға.
Двоичный — икешәрле.
Декодировать — кодты сисеү.
Делегирование полномочий — вәкәләт биреү, вәкәләткә эйә итеү.
Диск гибкий — бөгөлсәк, һығылмалы диск.
Диск жесткий — ҡаты диск.
Дисковод — дискйөрөтмә.
Доступ — инеү мөмкинлеге.
Доступ неограниченный — инеү мөмкинлеге сикләнмәгән.
Заголовок сообщения — хәбәрҙең исеме.
Загрузить — индерергә, һалырға.
Загрузка программного обеспечения — программа тәьминәтен индереү.
Загрузите бесплатно! — бушлай индерегеҙ!
Закладка — һалынма.
Заливка фона — ерлек буяу. Цвет заливки — ерлек төҫө.
Заполнитель — тултырмыш.
Запустить — эшләтеп ебәрергә.
Запуск исполняемого файла — башҡарылма файлды ебәреү.
Знак, символ — тамға, символ.
Значение — ҡиммәт, мәғәнә.
Значок программы — программаның билдәһе.
Изменяемый — үҙгәртелеүсән.
Источник данных — бирелмәләр сығанағы.
Клавиатура — хәрефлек
Клавиша быстрого вызова — ашығыс төймә.
Клавиша доступа — инеү төймәһе.
Ключевое слово — асҡыс һүҙ.
Кнопка “Свернуть” — “Йыйырға” төймәһе.
Кнопочная панель — төймәле аҫлыҡ.
Компилировать — мәғлүмәти күсермә, мәғлүмәти ҡараҡлыҡ.
Копировать — күсермә яһарға.
Курсив — курсив, ҡыя шрифт.
Лента новостей — яңылыҡтар таҫмаһы.
Материнская плата со встроенной видеокартой — видеокарта индерелгән төп плата.
Междустрочный интервал — юл аралығы.
Метка — инәү, билдә.
Мышка — төрткө.
Нажать и удерживать кнопку мыши — төрткө төймәһен баҫырға һәм тотоп торорға.
Накопитель дисковый — диск туплағысы.
Настраиваемый — көйләнеүсән.
Неверный ввод пароля — паролде яңылыш индереү.
Непечатаемые знаки — баҫылмаҫ йәки баҫҡанда күренмәҫ тамғалар.
Общая папка — дөйөм папка.
Окно предупреждения — киҫәтеү тәҙрәһе.
Отладка программы — программаны көйләү.
Отменить ввод — индереүҙе туҡтатырға.
Отступ — сигенеш, аралыҡ.
Отступ красной строки — ҡыҙыл юл аралығы.
Оттенок — төҫ, сатҡы.
Параметры страницы — биттең сиктәре.
Перейти — күсергә.
Переменная — үҙгәргес.
Перенаправление трафика — трафикты икенсегә йүнәлтеү.
Печать — баҫып сығарыу, документты принтер аша сығарыу.
По левому (правому) краю — һул (уң) сиктән (ҡырҙан).
По умолчанию — килешеү буйынса. Браузер по умолчанию — килешеү буйынса күҙәткес.
Подключение — тоташыу.
Подчеркнутый — аҫтына һыҙылған.
Поле ввода пароля — серһүҙ индереү һыҙаты.
Приложение — ҡушымта.
Панель — аҫлыҡ.
Панель перехода — күсештәр аҫлығы.
Панель управления — идара итеү аҫлығы.
Пароль — пароль, серһүҙ.
Перекрестная ссылка — аралаш һылтанма.
Перекрывающиеся окна — ҡапланыулы тәҙрәләр.
Плавающие окна — ҡалҡынсаҡ тәҙрәләр.
Поверхность кнопки — төймә өҫтө.
Подогнать размер — дәүмәл таманлау.
Подтвердить подлинность — төп нөсхәһен раҫларға.
Подчеркнутый — аҫтына һыҙылған.
Полужирный шрифт — ярымҡалын шрифт.
Правка — төҙәтеү.
Предварительный просмотр — ебәргәнсе тикшереү, алдан ҡарап сығыу.
Привязка — ҡушҡыс, бәй.
Пробел — арауыҡ, буш ара.
Проводник — сағылдырғыс.
Программное обеспечение — программа тәьминәте.
Пропускная способность — үткәреү һәләте, мөмкинлеге.
Рабочий стол — эш өҫтәле.
Разметка страницы — бит дәүмәлен билдәләү.
Разрыв страницы — битте өҙөү.
Распаковать исполняемый файл — башҡарылма файлды тағатыу, һүтеү.
Расширение браузера — браузер (күҙәткес) өҫтәмәһе.
Расширение файла — файл өҫтәмәһе.
Режим ждущий — көттөрөү режимы.
Режим спящий — йоҡо режимы.
Разметка — тамғалау, билдәләү.
Разработка — эшләнмә.
Резервная копия — һаҡлыҡ күсермә.
Свободная память — биләнмәгән хәтер, буш хәтер.
Сноска — төшөрмә.
Сохранить копию как — күсермәне ошолай һаҡларға.
Ссылка — һылтанма.
Угловые скобки — шаҡмаҡ йәйәләр.
Установочный диск — индереү дискы.
Учетная запись — иҫәп яҙмаһы.


Вернуться назад