Өс йыл тулмаһа ла ярай20.05.2015
Дәүләт Думаһы торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға кредит аҡсаһы кәрәккәндә тәүге иғәнәне түләүгә әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлеген биргән закон проектын хупланы. Уның буйынса капиталды баланың өс йәше тулғанын көтмәйенсә лә тотонорға мөмкин.
Ғәмәлдәге законға ярашлы, кредит йәки заем буйынса тәүге иғәнәгә әсәлек капиталын балаға өс йәш тулғас ҡына файҙаланырға рөхсәт ителә ине. Ә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар бик күп. Биш йыл эсендә капиталды тотоноу тураһында ғариза менән өс миллиондан ашыу ғаилә мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 1,89 миллионы уны торлаҡ буйынса кредитты йәки заемды түләүгә тотонған.
Федерация Советы тарафынан хупланғандан һуң, проектҡа Рәсәй Президенты ҡул ҡуйырға тейеш.