Ямғыр ҡамасаулаһа ла…20.05.2015
Хужалыҡтарҙа баҫыу эштәре дәррәү бара. Тәүге булып сәсеүгә “Ергән” МТС-ының Ишембай бүлексәһе, “Лейтер Е.Г.” крәҫтиән (фермер) хужалығы төштө. Әлеге көнгә яҙғы культуралар 8830 гектар майҙанды биләй.

Әл­бит­тә, механиза­торҙар­ға йыш яуған ямғырҙар ҡама­саулай. Шу­лай ҙа көн асылып, бер аҙ елләтеү менән хужа­лыҡтар эшкә керешә. “Куликов В. Н.”, “Шаһиева Ф.Р.”, “Карюгин А.Н.”, “Шәрәфет­динов Н.Ф.”, “Моторин А.В.” кеүек бәләкә­йерәк фермер хужалыҡ­тары сәсеүҙе теүәлләп тә ҡуйҙы инде.
Көнбағыш, шәкәр сөгөлдө­рөн сәсеү ҙә әүҙем бара. Тәү­геһе бил­дәләнгән майҙандың – 60, икен­се­һе 25 процентында бураҙнаға һалынған. “Татлы тамыр”ҙы бы­йыл да районда “Ергән” МТС-ының Ишембай бүлексәһе 400 гектар ерҙә үҫтерәсәк. Шул уҡ ваҡытта ужым культураларына химик утау үткәрелә.





Вернуться назад