Ҡарлуғас20.05.2015
Ҡарлуғас– Ипподромдан ике ат ҡай­тар­ғандар, Дамир, әйҙә, ба­рып бүлешәйек, — тине миңә Володя Петрушин, иртәнге оперативканан сыҡҡас. Институт тамамлап, был колхозға эшкә килеп төшөүемә бер аҙна ғына әле, шуға миңә ат-фәлән, ғөмүмән, транспорт кәрәкме-юҡмы икәнлеген үҙем өсөн билдәләп өлгөрмәгән­мен. Хужалыҡ бәләкәй генә, фермалар бер-береһенән өсәр саҡрымда ултыра, ул ара минең йәйәү тиҙлек менән яртышар сәғәтлек юл инде ул.
Киттек шулай ҙа. Ферма алдын­дағы кәртәлә ике ат йөрөй. Айырма шунда уҡ күҙгә ташланды: береһе — бейек кенә туры сыбай ҡашҡа, икенсеһе йылҡылдап торған ҡап-ҡара йондоҙ ҡашҡа ине. Төрлө ат тоҡомдарын әллә ни күп күреп өйрәнмәгәнгә, мин уларҙы эстән генә иҫәпләп сығарырға керешеп киттем, әммә башҡа бер атама ла килмәне. Ипподромдан килте­рел­гәс, саф тоҡомло булырға тейеш­лек­тәрен генә самалайым.
– Документтары барҙыр, — тип иҫенә төшөрҙө Володя. — Исемдәре яҙылғандыр шунда, прививкалары... Әйҙә “ҡыҙыл мө­йөш”кә.
Ул арала йылҡыла­ры­быҙ­ҙың ҡағыҙҙарын тотоп, ферма мөдире апай килеп сыҡты. Туры ҡашҡа буденновск то­ҡом­ло айғыр икән. Беҙгә юҡҡа һатмағандар уны ипподром­дан — яндырғандар. Был турала белгәс, бая ғына ту­ры­­ҡайға һоҡланып, күҙе ҡы­ҙып ҡарап торған Петру­шин­дың күңеле ҡайтты.
– Үҙемдең әлеге атым бик шәп, — тип ҡул һелтәне ул. — Агроном ат һорай ине, шуға биреп ҡыуан­дырайыҡ. Ә һиңә, Дамир, йондоҙ ҡашҡаны беркетәйек. Ҡарлуғас уның исеме. Ҡарайыҡ әле, ни өсөн бракка сығарғандар икән?
Миңә тәғәйен Ҡарлуғасты тоҡом стандарттарына тап килмәгәне өсөн ипподром һынауҙарынан бушатҡандар икән. Әллә ни түгел, орел юртағына тейешле бейеклек­тән биш сантиметрға ғына тәпәше­рәк ул. Әлбиттә, әзмәүерҙәй Петрушин уны үҙенә ала алмай — ишәккә атланған һымаҡ күренер ине. Ә минең бәләкәй кәүҙәмә был тәбәнәк ат тап-таман ғына. Ҡыуанып ҡабул иттем тиҙҙән туғанлашасаҡ колхозымдан тәүге бүләкте — ҡап-ҡара ғына йондоҙ ҡашҡа бейәне.
Кисен үк мин уны йүгәнләп-эйәрләп алдым да менеп сығып киттем. Яланда иркен­ләгәс тә, Ҡарлуғасымдың “иппо­дромлыҡ” сифаты асылды — ул тура йөрөмәй, ә һәр ваҡыт һулға тарта булып сыҡты. Шулай ҙа аҙымы һәм юртыуы йомшаҡ ҡына икән, үҙе күндәм. Хәҙер уны ҡайҙа тотоу тураһында уйларға кәрәк — фермала башҡа аттар менәнме, әллә өйҙәме? Арба-сана алып тормам инде, һыбай ғына йөрөрмөн. Ярар, тим, өй эргәһенә эйәләтергә кәрәк барыбер, баҡсала ут­лыҡ­са эшләп, шунда һоло, тоҙ һалып ҡуйырмын, һыу ялғашы ултыртырмын. Өйрә­неп китһә, бер ҡайҙа ла китмәҫ.
Бер ай тигәндә (алтын көҙҙөң сыуаҡ көндәре ине был ваҡытта) ҡара Ҡарлуғасым минең арттан эт һымаҡ эйәреп йөрөй башланы. Берәй ергә барып етеп, ары кәрәкмәҫ булһа, уны өй яғына бороп: “Ҡайт!” — тип мундаһына сәпәүең була, башын эйеп кенә утлыҡсаһына ыңғайлай. Әйткән­дәй, командаларҙы башҡортса өйрәттем мин уға, буш ваҡыттарҙа рәхәтләнеп башҡортса һөйлән­гәнемде тыңлаған берҙән-бер иптә­шем дә ул булды. Көҙгө тын кис­тәрҙә икәүләп урман-ҡырҙар гиҙеп сығып китәбеҙ, берсә ҡыҙыу ғына сабабыҙ йә яй ғына атлайбыҙ. Мин эйәрҙән төшәм дә, алтын­ланған ҡа­йын­дар төбөнә салҡан ятып, күккә төбәләм. Йә шиғыр яҙырға ултырам. Ҡарлуғас был арала тыныс ҡына яным­да баҫып тора, унан түҙем­һеҙлеген еңә алмай, ирендәре менән яурындан ҡымтып, тағы ла баҫыуҙар буйлап елергә әйҙәләй башлай.
Бер тапҡыр Ҡарлуғастың “осошон” үлсәп ҡарарға ла форсат сыҡты. Йылы кистә яй ғына баҫыу юлынан ҡайтып киләм. Йәнәшәләге машина юлынан беҙҙең һөт машинаһы ҡыуып етте. Йөк машинаһына феләк тейәп ташыуҙан ялҡып, ниһайәт, ып-ысын цистерналы һөт машинаһы алғайныҡ.
– Догоняй, Дамир! — тип ҡысҡыр­ҙы асыҡ тәҙрәнән шофер Сергей. — Измерим скорость твоей кобылы!
Теҙгенде ҡағып ҡына атымды юрттырыуға күсерҙем дә Сергейға йәнәшә генә барырға ҡуштым. Турараҡ арауыҡҡа сыҡҡас, ҡуш аяҡлап саба башланыҡ. Ҡолаҡта йы­лы ел геүләй, күҙгә йәш төйөлдө.
— Күпме? — тип ҡысҡы­рам, та­ғылғандай эргәмдән килгән “газон”ға боролоп.
— Әлегә етмеш кенә, — тип яуаплай Сергей. — Тағы өҫтәй ала­һыңмы?
— Башыбыҙ икәү түгел! Ярай, елдер алға, — тим дә, һуҙылып осҡан ҡошсоғомдо тыя башлайым. Алда ауыл да күренде, ә ат ҡараусы ерле юҡтан ат саптырып йөрөгәнде өнәмәй. Вазифам буйынса етәксеһе һаналһам да, был мәсьәләлә уның хаҡлығын танымай булмай — кәрәк­мә­гән­дә “намет” менән йөрөү ма­лай­лыҡҡа тиң. Ғөмүмән, ауылда атта сабып йөрөү элек-электән оло хәбәр килте­реүгә тиңләнгән. Туҡтатып, муйынынан һөйөп алам да үрелеп кенә һәр ваҡыт ке­ҫәмдә йөрөткән шәкәр киҫәген ауыҙына ҡаптырам. Йомшаҡ ирендәре менән ипләп кенә эләктереп ала ул, ҡытыр-ҡытыр кимергәндә рәхмәтле ҡарашы осҡонланып китә...
Киләһе ураҡҡа тиклем шу­лай дуҫ-туған булып йәшәнек беҙ. Уғаса беҙҙең колхоздың үҙәк ауылында оло төҙөлөш башланды, гел шуның урта­һында ҡайнағас, һыбай ситкә йөрөүҙең кәрәге ҡалманы. Был арала атымды колхоз өйөрөнә ҡушырға тура килде. Шартына килтереп, моңло ғына ҡыңғырау таҡ­тым мин уға, нуҡтаһын да кейҙереп ебәрҙем.
Аҙна үткәс, ат ҡараусы кил­тер­ҙе ҡайғылы хәбәр:
— Атыңды яндырғандар, Дамир, — тине ул ғәйепле генә ҡиәфәт менән. — Күмеп ҡайтырға кәрәк, һин бара­һыңмы?
— Нисек... яндырғандар? Кем? — Оҙаҡ ҡына аңламай торҙом әле үҙемдән күпкә өлкән ағайҙың аҡ­ланған һымаҡ һөйләнеүен. Баҡти­һәң, бөтөн сәбәп “ҡоро закон”да булған икән. Ураҡ осоронда райком ҡарары менән колхоз ауылдарында араҡы һатыу тыйылып тора шул. Көн дә эсеп өйрәнгән кеше ҡайҙан алһын ҡан ҡыҙҙырғысты? Ә бына күрше районда бындай тәртип юҡ икән. Шуға ла беҙҙекеләр, нисек кәрәк шулай, йә машинала, йә “Беларусь” тракторында, йә хатта комбайнда ла кистәрен күрше райондың сиктәш ауылына хәмергә саба, имеш!
Ә был юлы ҡыҙышып алған егеттәрҙең ҡул аҫтында техника булмай сыға. Шуға эргәлә йөрөгән өйөрҙән иң тыңлаусан атты тотоп алып, ферма янында туғарып ҡалдырылған йөк арбаһына егәләр ҙә елдерәләр кибеткә. Ваҡыттары үтә ҡыҫынҡы була, магазин ябылырға күп ҡалма­ған. Ахмалға төшөр­гәнсе ҡы­уып, турараҡ тартып, шыбыр тиргә батҡан атты ауыл ситендәге йылғаға сумыралар иҫерек баштар. Батҡыл йылға эсенән ауыр арбаны һөйрәп сығара алмай, шунда йығыла Ҡарлуғасым...
— Бараһыңмы хушла­шыр­ға? — тип һорай икән минән конюх Иван.
— Ә?.. Әй, юҡ, — тип шым ғына яуаплай алдым уға. Әйҙә, ул арғымаҡ күңелемдә һаман да иркен болондарҙа башҡа аттар менән утлап йөрөһөн. Төнгө тауыштар ара­һында уның таныш ҡыңғы­рауын ишетермен, иртәгә миңә ат кәрәк булмай әле, тигән тыныс уй менән ҡабат йоҡлап китермен...




Вернуться назад