Беҙ бергә тауҙар аҡтарҙыҡ20.05.2015
Беҙ бергә тауҙар аҡтарҙыҡ Публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың Рәғиб Ғимаев хаҡындағы яҙмаларын уҡығас, был кешене оло шәхес һәм етәксе, дәүләт эшмәкәре кимәленә күтәргән ваҡиғалар хаҡында гәзит уҡыусыларға ҡайһы бер белгәндәремде еткермәксе булдым, сөнки уның хеҙмәт юлы, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүе күҙ алдымда үтте. Ул саҡта мин партия өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире булып эшләй инем.

1959-1960 йылдарҙа БДУ-ның күп кенә уҡыу биналары, ятаҡтар төҙөлдө, йәғни төҙөлөш эше йылдам барҙы. Бында Зыя Нуриевтың етәкселеге хәл иткес булғандыр, сөнки Үҙәк комитет ҡарарында бурыс уға йөкмәтелгәйне. Ул мәлдәге ректор Шәйхулла Чанбарисов, үҙ теләгем менән вазифамдан бушатығыҙ, тип ғариза яҙҙы.
Яңы ректорҙы мин етәкләгән бүлек табырға тейеш ине. Әммә быға тиклем республика тормошонда бер нисә мөһим ваҡиға булып үткәйне. Бер көн Миҙхәт Шакиров саҡыртып алды ла: “Тиҙҙән СССР Юғары Советына һайлау була. Быға тиклемге депутатты был юлы өлкә комитет күрһәтмәҫкә булды. Уның урынына берәй көслө, йәшерәк ғалимды тап”, — тине.
Бер-ике көн уйланып, үҙемдең бүлектә эшләгәндәр менән кәңәшләшеп, юғары уҡыу йорттарында эшләп йөрөгән профессорҙарҙы ҡарап сыҡтым да Рәғиб Ғимаевҡа туҡталырға булдым: ул нефть институтын тамамлаған, биш йыл заводта эшләп алған, унда цех начальнигы урынбаҫары вазифаһына үрләгән, аспирантурала уҡыған, фән кандидаты һәм фән докторы булып киткән. Нефть институтында факультет деканы һәм кафедра мөдире булараҡ ҙур ғилми эштәргә етәкселек итә. Йәше яғынан да көслө сағы. Шакиров та риза булды. Рәғиб Нас­ретдин улы план буйынса нефть институтының үҙендә, үҙе эшләгән заводта һайлаусылар менән бер нисә осрашыу ҙа үткәреп өлгөргәйне. Әммә ул төрлө сәбәп арҡаһында төшөп ҡалды.
Бер нисә йыл үткәс, гәзиттәрҙә РСФСР һәм БАССР Юғары Советтарына һайлау буласағы хаҡында иғлан ителде. М. Шакировтың бушыраҡ ваҡытын һайлап, бер көн уға индем (шәмбе ине): “Миҙхәт Закирович, Ғимаевты РСФСР Юғары Советына тәҡдим итеп булмаҫмы икән?” — тип һорау бирҙем. Ул ниндәйҙер документты асып ҡараны ла: “РСФСР Юғары Советына беҙ бер ғалимды ла тәҡдим итә алмайбыҙ, ә үҙебеҙҙең Советҡа Ғимаевты тәҡдим итергә мөмкин, ярар, уны ғына эшләрбеҙ”, — тине. Шулай итеп, Рәғиб Ғимаев Башҡортостан Юғары Советының депутаты итеп һайланды.
Ә университетҡа яңы ректор кәрәк булғас, мин шунда уҡ М. Шакировҡа: “Үҙебеҙ депутат иткән Р. Ғимаевты тәҡдим итәм”, — тинем. Әлбиттә, ул шунда уҡ ризалығын бирмәне: “Ғимаев ректор булырлыҡ, әммә бер нисә кешене күрһәтеп ҡарайыҡ, һайлап алырлыҡ булһын”, — тине. Үҙем бер нисә кешене күрһәтәм, үҙем үк уларҙың етешһеҙлектәрен һанайым, һаман да Р. Ғимаевты тәҡдим итәм. Ниһайәт, ул ризалығын бирҙе. Әммә бының менән генә эш бөтмәне әле. Өлкә комитеттың ректор кандидатураһын тәҡдим итеү хоҡуғы ғына бар. Уны СССР Юғары белем министрлығы, РСФСР министрлығының ризалығы менән генә ҡуя алалар. Р. Ғимаев, РСФСР юғары белем биреү министрының ризалығын алып, СССР министры В. Елютинға барып ҡайтты.
Шулай итеп, Р. Ғимаев университет ректоры булып эшләй башланы. Тәүге көндәрҙән үк уның үҙ бурысына етди, яуап­лы ҡарауы күҙгә ташланды. Юғары белем биреү комитеты рәйесе булып эшләп алған (асылда юғары белем биреү министры) Роберт Әсғәт улы Яҡшыбаев: “Рәғиб Ғимаев үҙ эшен юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙән башланы: тиҙ генә һәр уҡытыусының шәхси документтарын өйрәнеп сыҡты, һәр кемдең кимәлен, мөмкинлектәрен, уларға ярҙам итеү юлдарын, әйтәйек, кемде аспирантураға йәки докторантураға, кемде ижади ялға йә командировкаға ебәреүгә, кемгә ғилми етәксе беркетергә һәм башҡа мәсьәләләрҙе асыҡлап сыҡты. Әлбиттә, һәр береһен саҡыртып һөйләште, дәртләндерҙе, кәрәк саҡтарҙа ҡаты итеп талап та итте, ярҙамын да күрһәтә белде”, — тип хәтерләй.
“Бер ваҡыт республика, бигерәк тә Өфө йәмәғәтселеге экологик шарттарҙы яҡшыртыуҙы талап итә башланы. Был хәрәкәт Өфөләге фенол фажиғәһенән һуң көсәйә төштө. Хатта Ағиҙел ҡалаһында төҙөлә башлаған атом станцияһын туҡтатыуға өлгәштеләр. Ә бер юғары уҡыу йортонда ла экологтар әҙерләнмәй ине. Уйланып йөрөнөм дә Рәғиб Ғимаевҡа инеп, экологтар әҙерләй башлайыҡ, тигән тәҡдим индерҙем. Ә ул: “Беҙҙең университетта, һеҙҙең факультетта экологтарҙы әҙерләү өсөн шарттар, бигерәк тә кадрҙар бармы?” — тип һораны. Ыңғай яуапты ишеткәс: “Әйҙә, үҙең барып ҡайт министрлыҡҡа, тик ышандырырлыҡ итеп хат, башҡа документтарҙы әҙерлә”, — тине. Ысынлап та, министрлыҡта мәсьәләнең өлгөргән һәм етди булыуын аңлап, экология бүлеген асырға рөхсәт иттеләр”, — тип хәтирәләре менән уртаҡлаша танышым, университеттың элекке доценты, биология фәндәре кандидаты Фәнис Исмәғилев.
Бер тапҡыр үҙем дә Рәғиб Ғимаевтың эш стиле менән таныштым: эшкә китеп барһам, университет доценты Рәйҙә Ғайсина осраны. Бер факультетты тамамлағайныҡ. Тегенән һорай ҡуйҙым: “Докторлыҡ диссертацияң ни хәлдә?” Ә ул: “Тамамланым, тик яҡлауға сыға алмайым, монография юҡ, ә уны баҫтырыр өсөн ҡағыҙ таба алмайым” (ысынлап та, ҡағыҙға ҡытлыҡ кисергән саҡ ине). “Ғимаевҡа инмәнеңме ни?” “Юҡ, ул ҡайҙан алһын, университетта ҡағыҙ юҡлығы бөтәһенә лә билдәле бит”, — ти был. Ә мин: “Һин барыбер инеп сыҡ әле, ул һәр кемгә ярҙам итергә тырыша бит”, — тип кәңәш иттем. Ысынлап та, Р. Ғайсина ректорға иртәгәһенә үк мөрәжәғәт иткәс, Ғимаев, шунда уҡ бер нефть заводына шылтыратып, быға ике тонна ҡағыҙ алып биргән.
Әлбиттә, һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәй: диссертациялар, бигерәк тә докторлыҡ диссертацияларын яҡлау күбәйеп китә, фән докторҙарының һаны 100-ҙән аша, яңы йүнә­леш­тәр, бүлектәр, кафедралар, факультеттар асыла, элеккеләре лә матди базаһын, кадрҙар составын нығыта, иң мөһиме — һәр факультетта көслө ғилми мәктәптәр барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, Рәғиб Ғимаев элекке пединститутты ысын мәғәнәһендәге классик университетҡа әйләндерҙе. Ул ректор булып эшләгәндә лә ғилми эшен туҡтатманы: бер йылды нефть ҡалдыҡтарынан ҡиммәтле бер продукция алыу юлын эшләп, заводтарҙың береһендә тәҡдим иткәне өсөн, Ҡала советы “Өфөнөң йыл кешеһе” исемен бирҙе.
Рәғиб Ғимаев, әлбиттә, университетты киңәйтеү һәм нығытыу тураһында уйлана ине. Бер көн миңә лә: “Әйҙә, Мәскәүгә министрлыҡҡа барып ҡайтайыҡ, ректор менән өлкә комитет вәкиле килһә, иғтибарлыраҡ булалар”, — тине.
Бына РСФСР-ҙың юғары белем биреү министры И. Образцовҡа барып индек. Төҫө боҙолған, кәйефе юҡ. Беҙ йомошобоҙҙо әйтә башланыҡ: йәнәһе, беҙҙең университет бөгөн уҡытыусылар ғына әҙерләй, ә башҡа тармаҡтар өсөн белгестәр уҡытылмай, шуның өсөн педагогтарҙы ике мәртәбәгә ҡыҫҡартырға, улар урынын төрлө сәнәғәт өлкәләре өсөн һөнәрҙәргә бирергә кәрәк. Икенсенән, элекке пединститутты ысын университетҡа әйләндереү, йәғни халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарына кадрҙар әҙерләү, өсөн яңы уҡыу корпустары, ятаҡтар төҙөү талап ителә. Бының өсөн аҡса бүлеүҙәрен һораныҡ.
Беҙҙе тыңлаған һайын министрҙың йөҙө асыла, кәйефе күтәрелә башланы. “Ә уҡытыусыларҙы ҡайҙа әҙерләмәксе булаһығыҙ?” — тип һораны. “Беҙҙә өс пединститут, ун бишләп педучилище эшләй. Ҡытлыҡ юҡ”, — тип яуаплайбыҙ. Ә ул: “Әле генә мин Үҙәк комитеттың уҡыу йорттарының фән бүлегендә булдым. Унда урта мәктәптәрҙә яңы реформа үткәреү буйынса ҡарар әҙерләйҙәр. Минән дә, Елютиндан да классик университеттарҙа уҡытыусыларҙы әҙерләүҙе ике мәртәбәгә арттырыуҙы, башҡа тармаҡтарға әҙерләүҙе шул тиклем ҡыҫҡартыуҙы талап иттеләр. Беҙ был ҡарарҙың илгә, уның хужалыҡ тармаҡтарына ҙур зыян килтереүен аңлатып маташтыҡ һәм хәҙергә уларҙың ҡарарына ҡултамға ҡуймай торҙоҡ. Ә һеҙ бөтөнләй ҡапма-ҡаршы фекер менән килгәнһегеҙ, тимәк, Елютин менән беҙ дөрөҫ юлда торабыҙ. Шуның өсөн мин һеҙгә ярҙам итәсәкмен”, — тине лә үҙенең урынбаҫарҙарын саҡырҙы, уларға мәсьәләнең асылын аңлатып, иртәгәгә тиклем мөмкин тиклем күберәк аҡса табырға ҡушты. “Ә һеҙ, — тип Ғимаев менән миңә өндәште, — Башҡортостан өлкә комитеты менән министрлыҡтың уртаҡ дөйөм ҡарарын әҙерләй тороғоҙ: министрлыҡҡа аҡса бүлергә, ә һеҙҙең өлкә комитетына төҙөләсәк университетҡа урын һәм төҙөлөш тресын билдәләргә тип”, — тине.
Иртәгәһенә тағы йыйылдыҡ. Әҙерләнгән ҡарарға, министрлыҡ алдағы йылға 60 мең һум аҡса бүлә, тип яҙылды. (Хәҙерге аҡсаға күсерһәк, 10-13 миллиард тирәһе булыр). Ҡарарға И. Образцов ҡул ҡуйҙы.
Мәскәүҙән ҡайтҡас, Р. Ғимаев, Б. Ғәлимов һәм мин М. Шакировҡа индек. Һүҙҙе башлап: “Миҙхәт Закирович, һеҙ ялда саҡта беҙ Мәскәүгә министрлыҡҡа барып ҡайттыҡ, университеттың яҙмышы хаҡында министр Образцов, уның урынбаҫарҙары менән һөйләштек. Улар ярҙам кәрәклеген аңланы һәм киләһе йылға 60 мең һум аҡса бүлергә булды. Шул турала уртаҡ ҡарар ҙа эшләнек. Беҙгә урын һайларға һәм төҙөүҙе алып барасаҡ тресты билдәләргә генә ҡалды”, — тинем дә ҡарарҙы уның алдына һалдым. Күҙ йүгертеп сыҡты ла, төҫө боҙолоп: “Вы не с того конца начали”, — тип ҡуйҙы. “Ғәфү итегеҙ, беҙ иң мөһиме — аҡса табыу тип уйлағайныҡ шул”, — тинем дә: “Миҙхәт Закирович! Өфөнө һеҙҙән дә яҡшы белгән кеше юҡтыр, шуның өсөн университетты ҡайҙа төҙөү урынын үҙегеҙ әйтерһегеҙ, бәлки?” — тигән булам. “Юҡ, ул турала һуңғы ваҡытта уйлағаным юҡ, урынды үҙегеҙ эҙләп табығыҙ, тапҡас, килеп әйтерһегеҙ”, — тине лә урынынан тора башланы.
Беҙ ҙә, китергә кәрәклеген аңлап, тиҙерәк тайыу яғын ҡараныҡ. Бына өсәүләп Октябрь проспекты яғына йүнәлдек. Ҡала агентлығы янынан үтеп барғанда ҡайһыбыҙҙыр юлдың һул яғындағы урынға иғтибар итте. Инеп ҡараныҡ: ҙур ғына буш майҙан, кәмендә 20-25 гектар булыр. Ҡаршыла — ауыл хужалығы институты. Университетты ошонда ултыртһаҡ, студенттарҙың ҙур ҡаласығы булыр ине, тип уйланым. Иртәгәһенә үк Миҙхәт Закировичҡа инеп, шул урынды һорағайныҡ, ул шунда уҡ кире ҡаҡты: “Унда бер министрлыҡ завод төҙөйәсәк, шул турала килешеү ҙә төҙөлгән, һуңлағанһығыҙ”, — тине. Тағы ла сығып киттек. Эҙләй торғас, Фәндәр академияһының ботаника баҡсаһы янындараҡ, бынан барғанда һул яҡта, ике яланға тап булдыҡ: береһе 15-20 гектар самаһы, икенсеһе — бәләкәйерәк, бер-береһенән 100 метр алыҫлыҡта. Араларында ваҡ ҡына ҡыуаҡлыҡтар үҫеп ултыра. Ҙурында корпустарҙы, бәләкәйендә ятаҡтарҙы урынлаштырырға булыр ине. Тағы Шакировҡа барып индек. Тағы ла кире ҡаҡты: “Ул урында һөт комбинаты төҙөләсәк”, — тине. “Был эште мин Министрҙар Советына тапшырҙым. Миңә башҡа инеп йөрөмәгеҙ, Хөкүмәт менән хеҙмәттәшлек итегеҙ”, — тине.
Хөкүмәт, бер аҙна көттөрөп, Иҫке Өфөлә урынлашҡан “Дом агронома” тип йөрөтөлгән урынды бирҙе. Унда 20-ләп шәхси баҡса, иҫке генә өйҙәр урынлашҡайны. Әммә, ерен тикшереп ҡараһалар, әлеге карст булып сыҡты, ул урында ҙур йорттар ҙа төҙөргә ярамай икән. Иң аҙаҡ Хөкүмәт хәҙерге университеттың административ корпусына ҡаршы булған, йәғни Гоголь, Пушкин, Аксаков урамдарындағы кварталды тәҡдим иткән, тик университет ундағы шәхси йорттарҙы, хужаларына фатир биреп, бушатырға тейеш булған.
Ул саҡтарҙа фатирҙа теркәлгән һәм бәлиғ булған һәр ғаилә ағзаһына айырым фатир бирергә кәрәк ине. Әлбиттә, тормошҡа ашырырлыҡ ҡарар түгел. Шулай итеп, 60 мең аҡса юғалды, әммә Хөкүмәт, урындағы власть вәкилдәре менән яҡшы мөғәмәләлә булып, университетҡа Киров заводының ҙур бер өлөшөн, унан Минһажев һәм Революция урамдарында урынлашҡан уҡыу корпустарын алды. Уҡытыусылар өсөн Энгельс урамында ҙур йорт, медицина институты менән бергә тағы бер кооператив йорт төҙөнө.
Рәғиб Ғимаевҡа эшләүе бик ауырға тура килде, ниңәлер, Миҙхәт Шакиров уға мәрхәмәтле булманы, ярҙам итергә тырышманы, ректор итеп ҡуйғанда үҙе ҡаршы килмәгәйне. Әле лә беҙ һораған урындарҙы ҡарап үтәм, бер ниндәй завод та төҙөлмәгән, дөрөҫ, “Огни Уфы” тигән бер күңел асыу йортон һалып ҡуйғандар, ә теге яландарҙа һөт комбинатының эҙе лә юҡ...










Вернуться назад