Ҡыҙыл галстук таҡтығыҙмы?19.05.2015
Бөгөн – Пионерия көнө. Был ойошма 1922 йылда төҙөлә һәм 1991 йылда, СССР тарҡалғас, бөтөрөлә. Гәзит уҡыусылары­быҙға иһә “Һеҙ ҡыҙыл галстук таҡтығыҙмы, ошондай ойошма бөгөн кәрәкме?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Гүзәл РӘХМӘТОВА, Баймаҡ районы:
– Беҙҙең мәктәптә пионерҙар ойошмаһы һәйбәт эшләй торғайны. Октябрят саҡта барабан һуғыусы булырға хыяллана инем. Өйрәнеп алдым! Ҡыҙыл галстук тағып, барабан ҡағып, тигеҙ сафта ауыл буйлап үтеү шундай ҙур байрам һымаҡ ҡабул ителә торғайны. Нисек кенә булмаһын, мәктәптәрҙә балаларҙы туплаған ошондай ойошма бу­лырға тейеш. Юғиһә хәҙерге үҫмерҙәр бер маҡсатһыҙ йәшәгән кеүек.
Зәлиә ХӘЙРЕТДИНОВА, Балтас районы:
– Бала саҡтың иң сағыу иҫтәлектәре пионерия менән бәйле. Тантаналы рәүештә ҡыҙыл галстук бәйләнеләр, ант бирҙек. “Тимурсылар” командаһы булып, өлкән йәштә­геләргә ярҙам итә торғайныҡ. Ветерандарҙың иҫтәлек­тәрен тыңлау сағыу ваҡиға булып хәтерҙә уйылып ҡалған. Балаларымдың мәктәбендә ошондай ойошма булмауы үкенесле. Пионерия беҙҙе берҙәм, ярҙамсыл, ғәҙел булырға өйрәтте.
Илдар ШӘРИПОВ, Өфө районы:
– Булғанды емереүе еңел, тергеҙеүе ҡыйын. Йылдар үтеү менән пионерҙар ойошмаһының булмауы мәктәптең тәрбиә эшендә ҙур юғалтыу икәнен күптәр аңланы. Уны ҡайһы бер мәктәптәрҙә тергеҙеү ҙә бигүк һөҙөмтәле булманы. Пионерия үҫмерҙәргә күпте бирҙе: сәмләнеп, ярыша-ярыша уҡыныҡ, ял да итә белдек.
Айгүзәл САТТАРОВА, Ишембай районы:
– Октябрятҡа алғандан һуң пионер булырға хыяллана инек. Әммә ил тарҡалды, ойошма бөттө. Шул саҡта буҫлығып илағаным әле лә хәтерҙә. Пионер булырға яҙманы миңә...
Айнур САМАТОВ, Благовар районы:
– Бөгөн йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү мөһимлеге тураһында күп һөйләйҙәр. Пионерҙар ойошмаһы иһә тап ошо йүнәлештә эшләй ине. Тимәк, уны юғалтып, ҙур тәрбиәүи мәктәптән мәхрүм ҡалдыҡ. Балаларҙы туплаған ошондай ойошма булырға тейеш – быны заман раҫланы.
Л. ҒАФАРОВА яҙып алды.



Вернуться назад