Ағаслы йортҡа ҡош ҡуныр19.05.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Бөтөн Рәсәй ағас ултыртыу көнө” акцияһы уңайынан республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Урмансылар паркында ылыҫлы ағас ултыртты, биләмәне төҙөкләндереү йәһәтенән башҡарылған эштәр менән танышты.

Былтыр йәй паркта 40 гектарҙан ашыу майҙанда ҡороған ағастар киҫелгәйне. Алты саҡрымдан ашыу һуҡмаҡ тулыһынса реконструкцияланды, велосипед юлдары һалынды, яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылды. Шулай уҡ автомобиль ҡуйыу майҙансыҡтары төҙөлдө, сүп-сар ташлау һауыттары, биобәҙрәф кил­терелде, спорт майҙансыҡтары, ял зонаһы, балалар ҡаласығы йыһаз­ландырылды.
Әлеге акцияға ярашлы, Башҡортостанда 270 гектар майҙандағы урман фондында, шулай уҡ ҡала һәм ауыл биләмәһендәге 45 гектар ерҙә бер миллиондан ашыу ағас ултыртыу күҙаллана. Сараларҙа 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашасаҡ.




Вернуться назад