Тоннель төҙөлөшө дауам итә19.05.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов менән Өфө йылғаһы аша күпер эргәһендәге автомобиль юлы тоннеле төҙөлөшөн ҡараны.
Ер аҫтынан һалынған дүрт һыҙатлы юл — М5 “Урал” һәм М7 “Волга” федераль трассаһын тоташтырған автомагистралдең иң ҡатмарлы өлөшө. Тоннелдең оҙонлоғо — 1 249, бейеклеге — 5, һәр йүнәлештәге юлдың киңлеге — 8,5 метр.
Республика Башлығы әйтеүенсә, йыл һайын Башҡортостан ҡаҙнаһынан юлды тәртиптә тотоуға 200 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Тоннель төҙөлөшөн тамамлау өсөн 9 миллиард һум кәрәк. Смета хаҡы ҡиммәт булыу һәм финанслауҙың етмәүе арҡаһында ер аҫты коридоры төҙөлөшө 23 йылға һуҙылған. Был транспорт артерияһын сафҡа индереү өсөн тағы ла ике күпер һәм 9 саҡрым автомобиль юлы һалырға кәрәк. Тоннель менән бергә участканың дөйөм хаҡы 21 миллиард һум тәшкил итә.