Йылдың төп ваҡиғаһына әҙербеҙме?19.05.2015
15 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев менән осрашты.
Һөйләшеүҙә республиканың саммиттарға әҙерлеге һәм был сараларҙың артабанғы үҫеш өсөн әһәмиәте тикшерелде.
– ШОС дәүләттәре башлыҡтарының саммитын үткәреүгә әҙерлек тамамланып килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Отелдәр әҙер тиерлек, Конгресс-холда эш тамамланды. Өфөләге меңгә яҡын йортто реконструкцияланыҡ, яңырттыҡ. Ҡала күркәмләнде. “Өфө – Аэропорт” автомобиль юлын төҙөкләндереү тамамланып килә. Ошо көндәрҙә аэропортта яңы терминал асылды. Ҡыҫҡаһы, яҡын арала Өфө саммиттарға тулыһынса әҙер буласаҡ.
Дмитрий Мезенцев үҙ сиратында Өфөләге тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ойошма илдәре өсөн саммиттар — йылдың төп ваҡиғаһы, тип билдәләне.
– Ҡабул ителәсәк мөһим документтарҙың береһе — ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы, — тине ул. — Был — ойошма ағзалары булған илдәрҙең артабанғы эҙмә-эҙлекле үҫешен һәм бәйләнешен тәьмин итәсәк ябай документ ҡына түгел, ә төбәктә ШОС-тың позицияһын нығытыуға, халыҡ-ара мәсьәләләрҙә әүҙемерәк ҡатнашыуға этәргес. ШОС стратегияһының ойошмаға нигеҙ һалған дәүләт башлыҡтары тарафынан тап Өфөлә ҡабул ителеүен хәтерҙә тотасаҡбыҙ.
***
Ошо уҡ көндә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов менән осрашты. Сарала төбәктәрҙәге юл инфраструктураһы проекттарын, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырылған проекттарҙы финанслау мәсьәләләре ҡаралды.