Саф һауала елдәй елеп...19.05.2015
Саф һауала  елдәй елеп... – Велосипедта йөрөгәндә Өфөгә һоҡланып туйманым. Ҡаланың үҙәге айырыуса матурайған: һәр нәмә бөхтә, килешле. Юлдарҙы төҙөкләндерергә генә ҡалды. Һөҙөмтәлә тирә-яҡ тотош йәмләнәсәк, – тип белдерҙе республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Мең велосипедсы көнө” V Халыҡ-ара фестивалендә.
Һис шикһеҙ, был спорт төрөнә иғтибар күҙгә күренеп арта. Көн дә эшкә барғанда үткән юлымдың бер яғынан автобус, машина геүләп тороуы аптырарлыҡ булмаһа ла, махсус һуҡмаҡтан велосипед­сы­ларҙың елдереүе тәүҙә ғәжәп тойола торғайны. Хәҙер инде уныһына ла күнегелде. Төрлө йәштәгеләрҙең эш урынына саф һауа һулап, һаулығына ҙур бүләк яһап, шәхси “тимер ат”ында барыуы һоҡландырып ҡына ҡалмай, мейегә “һин дә шулай итә алаһың бит” тигән уй-орлоҡ һала. Ә бының өсөн барлыҡ шарттар булдырылған – ихтыяр көсөңдө генә йәлләмә. Өлгө алырлыҡ спортсылар ҙа юҡ түгел.
Халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән “Велосипедсылар көнө” фестивале ике өлөштән торҙо: тәүҙә колонна ҡала буйлап сәйәхәт ҡылһа, һуңынан Совет майҙанында төрлө саралар уҙғарылды. Башҡалар менән бер рәттән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡала хакимиәте етәксеһе Ирек Ялалов “тимер ат”та ун саҡрым юл үтте.
Саф һауала  елдәй елеп...Әйткәндәй, “2014 – 2016 йылдарҙа Өфө ҡа­лаһын төҙөкләндереү” муниципаль програм­ма­һында велоинфраструктураны үҫтереү бүлеге бар. Унда, урман-парк биләмәләрен, тротуар­ҙар­ҙы күҙ уңында тотоп, 179 саҡрымлыҡ велосипед юлын төҙөкләндереү ҡаралған. Әлегә был эштең 30 процент самаһы тормошҡа ашырылған. Өҫтәүенә 69 саҡрымлыҡ дөйөм ҡала велоҡулса проекты тамамланыу алдында. Уның төп маҡ­саты – Черниковка, Инорс, Сипайлово, Йәшел сауҡалыҡ биҫтәләрен һәм Өфөнөң көньяҡ өлөшөн, тарихи үҙәген, Октябрь проспектын дөйөм велосипед юлдары селтәре менән бәйләү.



Вернуться назад