Нур һибеп йәшәй яҙ ҡыҙы19.05.2015
Нур һибеп йәшәй яҙ ҡыҙы Ул баҡсаһында аллы-гөллө сәскә үҫтерергә ярата. Айырыуса петунияларҙы үҙ итә: талымһыҙ һәм матур бит, хатта тәүге ҡар бөртөктәре төшкәндә лә балҡыуҙан туҡтамай. Ниндәй генә төҫлөһө юҡ уларҙың! Ә бүлмәләге гөлдәр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Күҙҙең яуын алып, хуш еҫ таратып ултыра улар. Ғөмүмән, гөлдәр – был эшлекле ханым өсөн күңел йыуанысы, илһам, көс сығанағы.

Бәләкәйҙән сәскә яратҡан ҡыҙҙың артабанғы яҙмышын Башҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультеты менән бәйләүе ғәжәп түгел. Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылынан килгән Мөнирә студент йылдарында уҡ алсаҡлығы, әүҙемлеге менән абруй яулай. Ойоштороу һәләте, дәртле һәм талантлы булыуы уға үҙешмәкәр түңәрәккә етәкселек итеүгә, факуль­тет­тың бейеү ансамблендә шөғөлләнеүгә юл аса. Уңған студент шулай уҡ үҫемлек­тәрҙең физиологияһы һәм биохимияһы фәне буйынса олимпиадала ҡатнашып, үҫемлектәр донъяһын тәрән өйрәнеүен, белеүен иҫбатлай. Ғөмүмән, институттың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән Мөнирә уҡытыусыларын әленән-әле яңы уңыштары менән ҡыуандыра. Булдыҡлы, өлгөр һәм эшлекле булыуын ул ата-әсә­нең тәрбиәһенән һәм уларҙың өлгөһөнән килә тип иҫәпләй.
Атаһы Басим Ғафуан улы ғүмер буйы колхозда тракторсы булып эшләһә, әсәһе Мәрхәбә инәй хат ташый. Йортон улар һәр саҡ бөхтә, матур, гөл-сәскәгә күмеп тота.
Мөнирә буласаҡ хәләл ефетен тап студент йылдарында осрата. Төркөмдәше, Баймаҡ егете Йәлил Һөйөндөковҡа ке­йәүгә сыға, ҡыҙҙары Гөлназ донъяға килә. Диплом алғас, йәштәрҙең икеһен дә ғилми эш менән шөғөлләнеү өсөн Өфөлә ҡалдыралар. Мөнирә Басим ҡыҙы фәнни-тикшеренеү лабораторияһының ер белеме һәм игенселек кафедраһында эш башлай. Төрлө ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә, тәжрибәләр яһай, яңы асыштары менән ҡыуандыра.
1990 йылда Һөйөндөковтар өс балаһы менән Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылында урынлашҡан “Баймаҡ” тәжрибә хужалығына эшкә ҡайта. Тап ошонда Мөнирә Басим ҡыҙы һөнәри йәһәттән ҙур тәжрибә туплай, фәнни тикшеренеүҙәре нигеҙендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Артабан ғаиләне Сибайҙа асылған институтҡа (әлеге БДУ-ның Сибай филиалына) эшкә саҡыралар. Тәүәккәлләй Һөйөндөковтар: күңелдәре ҡушҡан эште башҡарып, төрлө дәрәжәгә лайыҡ булалар, бихисап ғилми тикшеренеү үткәреп, китап, монография, уҡыу-уҡытыу әсбап­тары, мәҡәләләр яҙалар. Мөнирә Басим ҡыҙы 1998 йылда – ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, 2013 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә була. Быйыл ул профессор исемен алды.
Мөнирә Һөйөндөкова эшенә ифрат яуап­лы ҡараған етди ғалимә генә түгел, ҡәҙерле әсәй, һөйөклө ҡатын, хәстәр­лекле өләсәй, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп торған ҡыҙ һәм килен дә. Коллективта ул – абруйлы хеҙмәткәр, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған педагог. Хеҙмәт юлын ябай лаборанттан башлап кафедра мөдиренә тиклем күтәрелгән тәжрибәле ғалим булараҡ, янынан кәңәш һорағандар өҙөлмәй. Студенттар өсөн ул – талапсан, әммә иң яратҡан уҡытыу­сыларҙың береһе. Мөнирә ханым һәр саҡ йәштәр араһында ҡайнап йәшәй, студент сараларының әүҙем ойоштороусыһы ла ул.
Йортонда иһә – уңған хужабикә. Уның йылдар буйы экзотик гөлдәрҙе үҫтереү менән шөғөлләнеүе, берҙән, күңел ҡушы­уы буйынса башҡарылһа, икенсенән, туплаған тәжрибәһе ярҙамында яңынан-яңы асыштар яһай. Беҙҙең төбәктә нин­дәй сәскәләрҙең яҡшы үҫеүе, ҡайһыһын нисек хәстәрләү кәрәклеге хаҡындағы уй-фекерҙәре менән әленән-әле “Баҡсасы” клубы ағзаларына лекциялар уҡыһынмы, дуҫтарын, таныштарын баҡса тәрбиәләү серҙәренә өйрәтһенме – барыһына ла өлгөрә уңған ханым. Әйткәндәй, уның ҡыҙҙарының исеме лә “гөл” һүҙе менән башлана – Гөлназ һәм Гөлшат. Улар ике­һе лә – биология фәндәре кандидаттары.
Яҙ – Мөнирә Басим ҡыҙының иң яратҡан миҙгеле.
– Ошо мәлдә донъяға килгәнгәме, әллә бар тереклек ҡайтанан йәшәргәнгәме, яҙҙы айырыуса яратам. Ана, баҡсамда ла миҙгелдең тәүге бүләге – ләлә сәскәләре бөрөләнде, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә, – тине ул.
Ә минеңсә, Мөнирә Басим ҡыҙының күңелендә – яҙ, шуға күрә һәр саҡ балҡып йәшәй, янындағыларға ла нур өләшергә һәләтле. Ошоноң менән бәхетле ул. Хәйер, ғәрәп теленән тәржемә иткәндә, Мөнирәнең исеме лә нур һибеүсе, яҡтыртыусы тигәнде аңлата бит.







Вернуться назад