Сирҙе еңгән ир19.05.2015
Сирҙе еңгән ир Комбайнға өҫтәмә тәгәрмәс ҡуйыу
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында “Йондоҙ” тырыш кешеләре һәм уңған етәкселәре менән районда ғына түгел, хатта республикала алдынғы ху­жа­лыҡ булып иҫәпләнә. Уның рәйесе Камал Хөс­нулла улы Сәғәҙиев 1949 йылдың мартында СССР Юғары Советы Указы нигеҙендә колхоз ойош­торолғандан алып яҡшы эшләгәне, яу йылда­рын­дағы хеҙмәте һәм унан һуңғы осорҙа илде тө­ҙөк­ләндереү, ауыл хужалығы продукцияларын етештереүҙе һәм дәүләт заданиеһын үтәүҙе тәьмин иткәне өсөн Ленин ордены менән наградлана. Ошо уҡ Указға ярашлы малсылыҡта оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән һауынсы Сәфәрбикә Латипова, ветсанитар Вәлиулла Вәлиев “Почет Билдәһе” орденына лайыҡ була. 1950 — 1951 йылдарҙа башҡарған хеҙмәте өсөн халыҡ Камал Сәғәҙиевкә айырыуса рәхмәтле. Сәйетбаба ауыл Советына ҡараған “Яңы Урал”, “Мәндем”, “Туғай” колхоздарын “Йондоҙ”ға берләштереп, ҙур ойошма төҙөй ул. Етемһерәп ситтә ятҡан хужалыҡтарға ла йән инә. Рәйес яңы колхозды аяҡҡа баҫтырыуға, иҡтисадын үҫтереүгә бөтөн көсөн һала. Уның кеүек 30 йыл бер хужалыҡҡа етәкселек иткән рәйес республикала ла һирәктер.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хужалыҡтың хәле һәм колхозсыларҙың көнкүреше ауырлашыуы бер кемгә лә сер түгел. Йәйҙәрҙең ҡоро килеүе лә үҫешкә кире йоғонто яһамай ҡалмай. 1960 йылдарҙан башлап Хөкүмәттең ауыл хужалығына ҡарашының ҡырҡа үҙгәреүе, техника, минераль ашламалар һәм финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә хужалыҡтың хәле ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Хатта бик ауыр ваҡыттарҙа ла колхозсылар бирешмәй. Мәҫәлән, 1973 йылда дәүләткә иген һа­тыу планын үтәнек. Уңыш яҡшы ине, баҫыуҙарҙа гектарына 24 центнер тура килде. Йыйылмаған 950 гектар майҙанда ла бойҙай, һоло культураларының уңышы һәйбәт булды. Тик ул яландарға комбайн менән керерлек түгел ине.
23 август төнөндә ямғыр башланды — бер ҙә туҡ­тамай, көнө-төнө ҡоя ла ҡоя. Сентябрҙең уртаһы ла етте. Яландарға инерлек түгел, һауа торошо тура­һындағы мәғлүмәттәр ҙә тынысландырмай. Балан­лыҡ, Битерле, Түрешле, Ҡолҡан арты кеүек ялан­дарҙа иген йыйылмай ята. Әҙ генә ямғыр яумай тороп, ашлыҡ елләгән арала ла яландарға кереп булмай, комбайндар бата. Уйланып йөрөй торғас, техникаға өҫтәмә дүрт тәгәрмәс кейҙерергә кәрәк тигән фекергә килдем. Тик нисек ҡуйырға һуң улар­ҙы? Уныһын да уйланым. Шулай ҙа колхоздың инженерҙары һәм трактор бригадаһы етәкселәре менән һөйләшергә кәрәк. 18 сентябрҙә идара ултырышында кәңәшләшергә булдыҡ. Унда ойошма ағзалары, колхоз инженерҙары М. Йәрмиев, А. Дәү­ләтов, бригадирҙар А. Йәноҙаҡов, Х. Рахманғолов, партком секретары В. Шәрипов, ауыл Советы рәйесе Ф. Хәйруллин саҡырылды. Ултырышҡа бер генә мәсьәлә ҡуйылды: игенде нисек йыйып алырға? Колхоз рәйесе булараҡ, беренсе һүҙҙе үҙем алдым:
— Яҙғы баҫыу эштәрен, иптәштәр, районда тәү­геләрҙән булып тамамланыҡ. Райком партияның күсмә Ҡыҙыл байрағын беҙгә бирҙе, ә мине ярыш шарттары нигеҙендә “Йоматау” ял йортона путевка менән бүләкләне. Был эштә, егеттәр, барығыҙ ҙа күп көс һалды, рәхмәт һеҙгә! Иген дә ишелеп уңды. Тик уны нисек йыйып алып бөтөргә?
“Нива” комбайндарына өҫтәмә дүрт тәгәрмәс ҡу­йырға тәҡдим итәм. Быны нисек эшләү хаҡында бер ни тиклем уйланым. Ултырыштан һуң комбайн эргәһенә барып аңлатырмын. Оҡшатһағыҙ, мин әйткәнсә эшләрбеҙ.
Өсөнсө ялансылыҡ бригадаһы етәксеһе Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Ғиндулла Сабит улы Фәтҡулов былай тине:
— Кем күргәне бар бер комбайнға һигеҙ тәгәрмәс ҡуйып йөрөгәндәрен? Шулай мөмкин булһа, заводта эшләп сығарырҙар ине. Ваҡыт әрәм итеп, юҡты һөйләп ултыраһығыҙ. Игенде ҡул салғыһы менән сабып, ат арбаһына тейәп, ялан ситенә сығарып өйәйек, һуңынан комбайндар менән һуҡтырырбыҙ.
— Ярай, иптәш Фәтҡулов, тәҡдимең өсөн рәхмәт, — тинем мин.
Артабан колхоз инженеры М. Йәрмиев һөйләп китте:
— Аҙнабай Сәғит улы булдыра алмаҫты тәҡдим итеп ултырмаҫ. Минең менән оҙаҡ йылдар тракторсы булып эшләгән, бригада етәксеһе бурысын үтәгән сағында ла һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылды. Минең уйымса, быны ла атҡарып сығырбыҙ.
Унан трактор бригадаһы етәксеһе Хөсәйен Рахманғолов һүҙ алды:
— Ниңә инде, Аҙнабай Сәғит улы, үҙең уйлағанды беҙгә күптән әйтмәҫкә, бығаса әллә күпме эш башҡарыр инек! Булдырабыҙ уны, ниндәй яңылыҡ булһа ла, районда беҙ башлап ебәрәбеҙ бит әле. Тик, иптәш Йәноҙаҡов, беҙҙе дәртләндерергә лә онотмағыҙ.
— Ярай, егеттәр, уныһы булыр, – тинем. – Ултырыш ошоноң менән тамам, хәҙер комбайндар янына барайыҡ, унда барыһын да аңлатырмын. Алғы яҡҡа өҫтәмә тәгәрмәстәр ҡуйыу өсөн кәрәкле деталдәрҙе һәм тәгәрмәстәрҙе сафтан сыҡҡан иҫке комбайн­дарҙан алырға кәрәк. Артҡыларын да ошо тәртиптә эшләп була.
Инженер М. Йәрмиев:
— Быны ике көндә үтәргә мөмкин, — тип ҡуйҙы.
— Ҡулайлаштырабыҙ уны, тик артҡы тәгәрмәс­тәрҙе үҙгәртеп ҡороуы ҡатмарлыраҡ, — тине тәжри­бәле комбайнсы Хәмит Фәхретдинов.
Тимерсе Мөхәмәт ағай Кинйәбаев: “Егеттәр, уны­һын үҙем эшләйем”, – тип ике көндә башҡарып та ҡуйҙы.
Шулай итеп, тиҙ арала “Нива” комбайнына өҫтәмә дүрт тәгәрмәс кейҙереп, комбайнсы Хәмит Фәхрет­динов Түрешле яланындағы бойҙайҙы сабып, һу­ғырға тотондо. Был беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Комбайн баҫыуҙа трактор кеүек йөрөй. Ошо техника менән Түрешле, Битерле, Баланлыҡ һәм Ҡолҡан арты яландарында 260 гектар игенде урып һуҡтыҡ. Механизаторҙарҙың, белгестәрҙең тырышлығы арҡа­һында бөтөн уңыш юғалтыуһыҙ йыйып алынды. Уртаса һәр гектарға 27,8 центнер ашлыҡ тура килде. Һөҙөмтәлә колхозсыларға күпмелер иген таратыл­ды, малға фуражды мул ҡалдырҙыҡ, киләһе йылға орлоҡто етерлек кимәлдә һалдыҡ, хатта страховка фонды өсөн дә һаҡлап ҡуйҙыҡ. Колхоз тарихында беренсе тапҡыр дәүләткә иген һатыу планын өс йыллыҡ күләмендә үтәнек. Был ҙур ҡаҙаныш булды, хужалыҡтың да, колхозсыларҙың да хәле яҡшырҙы.
Шулай уҡ силос культураларын саба торған ике “СК-2,5” комбайнын да өҫтәмә тәгәрмәстәр менән ҡулайланыҡ. Ә сөгөлдөрсө Миңләхмәт Харис улы Сибәғәтов, үҙенә тәғәйенләнгән техниканы шулай йыһазландырып, 60 гектар майҙандағы йәшелсәне тулыһынса йыйып алды. Был яңылыҡтар тураһында райондың “Йондоҙ” гәзите хәбәрсеһе Динә Зәйнул­лина, комбайнсы Хәмит Фәхретдиновты эш мәлендә фотоға төшөрөп, гәзиттә баҫтырып сығарҙы.

Үләтлелә мал ҡышлатыу

1971 йыл ауыл хужалығы өсөн насар булманы: игенде юғалтыуһыҙ йыйып алдыҡ, силос культураларын соҡорҙарға ваҡытында һалдыҡ, ашлыҡ һатыу планын үтәнек, хеҙмәткәрҙәргә лә иген бирҙек. Мал һаны 13,5 процентҡа артты, колхозсыларҙыҡы ла күбәйҙе.
Бына шулай кинәнеп йәшәп ятҡанда, мал аҙығын иҫәпләп ҡарағас, ҡышҡы осорға самалыраҡ тойолдо. Булған малды ҡыҫҡартырға бер ҙә уй юҡ, нисек булһа ла ҡышлатып сығарырға кәрәк. Йәшел үләнгә аяҡ баҫһаҡ, көрәйеп, матурланып китәсәктәр. Әммә йәшел үләнгә нисек барып етергә тигән уй борсой.
Ошо һорауға яуап эҙләп, колхоздың әүҙем хеҙ­мәт­кәрҙәрен, элекке етәкселәрен, идара ағзаларын йыйып, кәңәшләшергә булдыҡ. Ултырышҡа хужа­лыҡтың партком секретары В. Шәрипов, ауыл Советы рәйесе Ф. Хәйруллин һәм элекке бригадирҙар И. Ғәлиәхмәтов, Г. Ғәзизов, Х. Вәлиев, В. Вәлиев, М. Хәсәновтарҙы, тәжрибәле белгес, данлыҡлы колхоз рәйесе Камал Хөснулла улы Сәғәҙиевте саҡырҙыҡ. Уларҙың алдына малды нисек итеп юғалтыуһыҙ ҡышлатып сығарыу мәсьәләһе ҡуйылды. Беренсе булып колхоз рәйесе һүҙ алды:
— Иптәштәр, хужалыҡта эш яҡшы ғына бара. Малдың ҡышлауы зарланырлыҡ түгел. Уларҙың һа­нын кәметмәй һәм продуктлылығын да һаҡлап, бар аҙыҡ менән яҙға сығырға ине. Бының өсөн 250-300 баш һыйыр һәм йылҡы малын Үләтле утарына ҡышлауға ҡыуырға кәрәк. Ошо фекергә нисек ҡарайһығыҙ, иптәштәр?
– Үләтле утарына малды ҡышлатыуға алып ба­рыу дөрөҫ булыр, – тип һүҙ башланы Иҡсан Ғәлиәх­мәтов (ул йәш сағында 20 йылдан ашыу 2-се бригадаға етәкселек иткән). – Бына Икенсе Бөтә донъя һуғышы йылдарында ла утарға мал ҡыш­латыуға барғандар. Колхоз рәйесе Камал Хөснулла улы Сәғәҙиев был урындарҙы бик яҡшы белгән. Революцияға тиклем Сәйетбаба халҡы ҡайһы бер ҡоролоҡ йылында шул Үләтле утарына барып, малын ҡышлата торған булған.
Уның фекерен башҡа аҡһаҡалдар ҙа хупланы: “Үләтле утарына күптән инде мал алып барғаныбыҙ юҡ. Унда йыла өлгөргән”. Идара ултырышына саҡы­рылған иптәштәр бер тауыштан малды ҡышлатыуға ҡыуырға риза булды.
Үләтле утарының үҙенсәлеге шунда: йыла ағас­тары ҙур майҙанда үҫә. Өс яҡлап бейек тауҙар уратып алған, уларҙан шишмә сығып ята. Һыуы ҡыш көнө лә туңмай. Көслө ел-буран да был урынға ҡағылмай. Үләтле борон-борондан ата-бабалары­быҙҙы үҙенә тартып торған һәм ҡоролоҡ йылдарында ҡотҡарып ҡалған, сөнки бында тау биттәре ҡарҙан иртә асылып, йәш үлән бер-ике аҙнаға алдан сыға.
Атай-олатайҙарҙың өлгөһөндә февралдә алты йөк һалам, бесән, бер санаға тоҙ тейәп, Үләтле утарына оҙаттыҡ һәм йыла ҡырҡыу өсөн диләнкә бүл­дереп, билет алып ҡуйҙыҡ.
Ҡортсолар, малсылар йәшәгән алты мөйөшлө дүрт йортто тәртипкә килтерҙек. Малсылар, йыла та­шыу­сылар эшкә алдан әҙерләнде, күбеһе үҙе теләк белдерҙе. Мәҫәлән, Шәйбәк Рахманғолов, Фәтих Си­ра­ев, Лотфорахман Йәнмырҙин, Миҙхәт Ғәлиәхмә­тов, Миңләхмәт Ғилманов, Һаҙый Исхаҡов һәм башҡалар.
Малды оҙатыр ваҡыт етте. Ферма мөдире, кол­хоз­да абруйлы ойоштороусы, тәртипле, йомшаҡ һүҙ­ле Аллабирҙе Һөйөндөков етәкселегендә 110 баш тана һәм 30 баш йылҡы малын оҙаттыҡ. Улар­ҙың барыр урынын алдан ҡарҙан таҙартып, һалам, бесән һалып сыҡтылар, йыла ағастары ташып ҡуй­ҙылар. Мал торған урындарҙы ҡайырҙары ашалған йыла ағастары менән уратып алдылар. Шулай итеп, эш башланды. Ағас өйөмдәре малды елдән һаҡлай. Ҡыш булһа ла, төҙөлөш бригадаһы килеп, япма эш­ләне. Унан һуң йәнә 120 баш үгеҙ һәм 58 баш йылҡы оҙаттыҡ. Барлығы 380 баш малды утарҙа ике ай ярым ҡышлаттыҡ, үлем осраҡтары булманы. Март урталарында көндәр йылына башланы, ә ап­рель айында ҡар иреп, Үләтле яланының тау бит­тәре асыл­ды. Мал да матурланып китте, сөнки йыла, ҡарама ағастарының ҡайырҙары аҡ­һымға бик бай, туҡлыҡлы. Бындағы егеттәр бик тырышып эшләне, ә Аллабирҙе Һөйөндөковтың, етәксе булараҡ, уларҙы дуҫлыҡ мөхитендә хеҙмәт иттерә алыуы маҡтауға лайыҡ.
Шулай итеп, йәш малды утарҙа ҡышлатып, һауым һыйырҙарының продуктлылығын кәметеүҙән һаҡлай алдыҡ. Аҙыҡҡа һаҡсыллыҡ һөҙөмтәһендә уларҙың һанын да кәметмәнек. Яҙға етеп, йәшел үләнгә аяҡ баҫтыҡ, үлән күтәрелә башланы, ағастар бөрөләнде, мал күҙгә күренеп көрәйҙе. Май урталары ине, мал Мәндем йылғаһы аша кисеп сыға алырлыҡ булғас, барыһын да иҫән-һау Сәйетбаба фермаһына алып ҡайтып, үлсәп, төркөмдәргә айырҙыҡ һәм йәйләү­ҙәргә оҙаттыҡ.
Бында йыл да оҫта малсылар эшләне. Колхоздың идара ағзаһы, хеҙмәт ветераны Шәйбәк Рахман­ғолов 20 йылдан ашыу иптәштәре Лотфорахман Йәнмырҙин, Заман Рәхмәтуллин, Сөнәғәт Ғарифул­лин менән йәйләү осоронда көнөнә 500-600 грамм артым алыуға өлгәште. Көндәр йылынып, үлән бер аҙ күтәрелгәс, ҡышҡы быҙауҙарҙы ла Мәндем йылға­һы буйындағы Түңәрәк ялан йәйләүенә оҙатабыҙ. Уларҙы яратып тәрбиәләгән Аллабирҙе ағай Фәт­тәхов ғаиләһе менән йәй буйы шунда була. Балалары лагерҙағы кеүек ҡояшта ҡыҙынып, Мәндем йылғаһында һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап, яңы уҡыу йылы башланғансы атайҙарына мал ҡарашты. Баш­маҡ­тар ҙурайып, көрәйеп, сентябрь аҙаҡта­рында фермаға ҡайтты.



Вернуться назад