Атайым урынына мисәт һуҡтым19.05.2015
Атайыбыҙ Һиҙиәт Ишбаев 1912 йылда Яманғол ауылында тыуып, йәшләй етем ҡалып, ағай-еңгә ҡулында тәрбиәләнгән. Кушнаренко районында тракторсыға уҡыған, һуғышҡа тиклем Мораптал “МТС”-ында механик булып эшләгән.

Бронь биреп алып ҡалһалар ҙа, үҙ теләге менән ил һаҡларға киткән. Унда элемтәсе вазифаһын башҡарған, тик ҡаты яраланғас, Ырымбур госпиталенә оҙатылған. Туғыҙ ай буйы дауаланырға тура килгән уға. Аяғы бер аҙ арыуланғас, 1944 йылдың апрелендә 120 саҡрым ерҙе ат санаһында үтеп, алып ҡайттылар. Май айында уҡ колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнде, ҡултыҡ таяғы менән булһа ла көн дә эшкә йөрөнө, халыҡ менән бергә булды. “Яңы юл” колхозын үҫтерәм тип аяҡтан йығылды ҡәҙерлебеҙ. Мисәт күтәрергә лә хәле етмәй ине, шуға был эш миңә, алты йәшлек ҡыҙына, йөкмәтелде.
Әсәйем һөйләүенсә, атайыбыҙ хеҙмәттә элемтәсе вазифаһын башҡарғанда бик ҡаты һыуыҡ тейҙергән, яраһы ла уңала алмаған. 1946 йылда ғәзиз кешебеҙ вафат булды, беҙ дүрт бала тороп ҡалдыҡ. Әммә һигеҙ йәшлек ағайымдың ғүмерен ағыулы ашлыҡ өҙҙө, бер йәшлек һеңлем дә оҙаҡ йәшәмәне. Әсәйемә бер йыл эсендә өс ҡайғы кисерергә тура килде, әммә ул бирешмәне: ике ҡыҙы менән тормош йөгөн тартты. “Аталары ҡайтып вафат булған” тигән һылтау менән ике йыл буйы пособие бирмәнеләр. Райондан килгән бер кешегә кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тоттороп ебәргәс, аҡса юлланды, тик атайыбыҙҙың документтары әйләнеп ҡайтманы, юғалды. Хәҙер иһә уның ҡайҙа һуғышҡанын, кем булғанын белмәйбеҙ...
Атайлы көйөнсә лә һуғыштың барлыҡ ауырлығын үҙ елкәһендә татыған ул һәм ҡыҙҙар илебеҙҙә беҙ генә түгел. Киләсәктә бындай ҡот осҡос хәлдәрҙе һис кемгә күрергә яҙмаһын.





Вернуться назад