Йөрәгемде әсир иткәйнең...19.05.2015
Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәренә яҙылған “Алтын балдаҡ” йыры менән Белорет һандуғасы Роза Аҡкучукова юбилей кисәһендә сихри йөрәктән сыҡҡан моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итте.
Сәхнәлә һәр яҡлап һоҡландырҙы Роза. Башҡорт һандуғасы тураһында нимә генә яҙһаң да, һөйләһәң дә, аҙ булыр һымаҡ. Оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында йәшәп, концерттарына йөрөп торһам да, уның менән яҡындан танышырға тура килмәне. Ҡыҫҡа ғына осрашыу мәлендә Роза шундай аҡыллы, йор һүҙле, ябайлығы менән үҙенә тартып торған әҙәпле кеше булып йөрәккә уйылды. Бына нисек булырға тейеш ысын йырсы!
Хәтеремдә, уҙған быуаттың 70-се йылдарында халыҡ араһында Фәриҙә Ҡудашеваға тиң булырҙай йырсы эҙләйҙәр икән тигән хәбәр таралды. Күп тә үтмәне, педучилищела Роза исемле бик талантлы ҡыҙ уҡый икән тигән хәбәр ишетелде. Миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Ҡасан ишетербеҙ, күрербеҙ тип түҙемһеҙләндем. Тиҙҙән “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл” йырҙарын Башҡортостанға яңғыратты Роза Аҡкучукова. Тора-бара ул композиторҙар Рим Хәсәнов, Хөсәйен Әхмәтовтың әҫәрҙәрен башҡарып, киң танылыу яуланы. Замандашыбыҙ Хоҙай тарафынан бирелгән талантын түкмәй-сәсмәй халҡына бирҙе. Концерт барышында тамашасы йөҙҙәрсә рауза сәскәһе менән сәхнәне тултырҙы.
Розабыҙға ихлас күңелдән шулай тип әйтке килә: сәнғәттә юғары урын биләйһең, һәр саҡ шулай матур, ғорур булып ҡал. Рәхмәт һиңә! Тамашасыларҙы яңы йырҙар менән ҡыуандырып, илһамландырып тор.