Илде игенсе туйҙыра16.05.2015
Илде игенсе туйҙыра Яҙға аяҡ баҫтыҡ. Тәбиғәт менән бергә кешелек тә ҡышҡы йоҡонан уяна, игенселәр өсөн мөһим осор – сәсеү кампанияһы башланды. Ауыл ерендә был мәлдә төҙөкләндереү эштәре лә киң ҡолас ала, ҡыҫҡаһы, һәр ҡайҙа эш ҡайнай. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Ринат ХӘЙРУЛЛИН менән әңгәмәбеҙ – төбәктең иҡтисади хәле, халыҡтың йәшәйеше, көнитмеше хаҡында.


– Ринат Мәсғүт улы, былтырғы һөҙөмтәләр менән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Уҙған йылға бер төрлө генә баһа биреп булмай. Көнбайыш илдәренең санкциялары арҡаһын­да Рәсәй ҙур ауыр­лыҡ кисерә. Әммә республика етәкселеге төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен күҙ­ҙән ысҡындырмай. Республикабыҙҙың иҡтиса­дын күтәреү маҡсатында Хөкүмәт Премьер-ми­нистрының беренсе урынба­ҫары Рөстәм Мәр­ҙәнов етәкселегендә комиссия төҙөлгән, ул бер генә кире кү­ре­неште лә иғтибарҙан ситтә ҡалдыр­май. Һөҙөмтәлә беҙҙең район да юғал­тыу­ҙарһыҙ эшләп килә. Иң мөһиме – иҡ­ти­садта ла, социаль өлкәлә лә то­тороҡ­лолоҡ һаҡланып ҡалды.
– Быйылғы сәсеү эштәре көрсөктөң киҫкен­ләш­кән осоронда бара. Район хужалыҡтары был имтиханға әҙерме?
– Яҙғы сәсеүҙе 35 мең гектар май­ҙанда үткә­рергә уйлап торабыҙ. Ужым культураларын 12,6 мең гектар ерҙә сәсеп ҡалдырҙыҡ. Ужым баҫыуының торошо ҡәнәғәтләнерлек, бәлки, бер мең гектар тирәһе ерҙә генә киренән сәсергә тура килеүе бар. Бөгөн 1826 тонна минераль ашлама, шул иҫәптән 550 тонна азот алғанбыҙ. 520 тонна яғыулыҡ туплаған­быҙ, был – яҙғы баҫыу эштәре өсөн кәрәк булғандың яртыһы. Сәсеү орлоғон да яңыртабыҙ. Ошо маҡсатта 82,3 тонна элиталы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар бар.
Февраль-март айҙарында “Венеция” санаторий-профилакторий базаһы ниге­ҙендә ауыл хужа­лығының төп белгестәре өсөн курс ойош­торҙоҡ, уларҙы Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусы­лары алып барҙы. 70-тән ашыу белгес белемен камиллаштырҙы, һаулығын нығытты.
Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ йәм­ғиәте нигеҙендә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса район агрокон­ферен­цияһы үтте. Ер эшкәртеү тех­нологияһы һәм ауыл хужалығы культураларының орлоғон һынау, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың төп принциптарын, тупраҡты эшкәртеү техникаһын, яҙғы сәсеү ваҡытында хә­үеф­һеҙлек сараларын яйға һалыу мәсьә­лә­ләре ҡаралды. Сарала ҡатнашыу­сылар ошо йәмғиәттең яҙғы сәсеүҙе нисек ойоштороуы менән танышты, аграр университет ғалимдары үҙ фекере менән уртаҡлашты. Яҙғы сәсеүҙе уңышлы үткәреү маҡсатында ауыл ху­жалығы предприятиелары механизатор­ҙар өсөн агроуҡыу үткәрҙе. Белемде шулай даими камиллаштырып һәм яңыртып торғанда ауыл хужалы­ғында алға китеш буласаҡ.
Хөкүмәт тә һиҙелерлек ярҙам күрһәтә. Йылдың тәүге өс айында тауар етеш­тереүселәргә 39,4 миллион һум, шул иҫәптән үҫемлекселек буйынса 10,6 миллион һум субсидия бирелде. Беҙ, ер ке­шеләре, бер ниндәй көрсөккә лә ҡарамай эшләргә тейешбеҙ. Илде бит игенсе туйҙыра.
– Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда ауыл хужа­лығына ярҙам итеү маҡсатында төрлө прог­рам­малар бар. Ә һеҙҙең район уларҙа ҡат­нашамы?
– Малсылыҡты үҫтереү буйынса ҡабул ителгән “500 ферма” республика маҡ­сатлы программаһында райондың һигеҙ хужалығы ҡат­наша: Ленин исемендәге, Киров, Вәлиев исемендәге, “Рәсәй”, “Игенсе”, “Шишмә”, Йәнекәев исемендәге, Дүр­төй­лө МТС-ының үҙәк филиалы. Был хужалыҡ­тарҙа һөттөң сифаты һәм етеш­тереү күләме иң юғары күрһәткестәргә эйә. Киров исемендәге то­ҡомсолоҡ заводы, һәр һыйырҙан уртаса 7109 килограмм һөт һауып, эш һөҙөмтәләре буйынса республикала икенсе урынды яуланы.
Районда тоҡомсолоҡ эше яҡшы ойош­торолған. Тоҡомсолоҡ статусы булған 20 ауыл хужалығы предприятиеһының 14-е маҡсатлы рәүештә республика һәм баш­ҡа төбәктәр өсөн дә йәш мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Былтыр 97,6 миллион һумлыҡ 953 баш тоҡомло йәш мал һатылды.
2012 – 2016 йылдарҙа райондың һигеҙ ауыл хужалығы предприятиеһы һәм быйылдан “Иген­се” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Башҡорт­остан Республика­һында һауын һыйырҙарын үрсетеү һәм һөт етештереүҙе арттырыу” програм­маһында ҡатнаша.
2012 – 2014 йылдарҙа ошо программа­ларҙы үтәү барышында ауыл хужалығы пред­приятие­ларында 250 миллион һум­лыҡ эш баш­ҡа­рылды һәм йыһаз алынды, шуның 80 миллион һумы субсидия рәүешендә ҡайтарылды.
Хөкүмәттең ярҙамы арҡаһында үткән йылда ауыл хужалығы предприятиелары тотош район­дың финанс сығанаҡтары иҫәбенә 77 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм йыһазы алды. Һуң­ғы биш йылда 589 миллион һумға 531 берәмек техника булдырылды. 2012 – 2015 йыл­дарҙа иһә Хөкүмәттең ярҙамы 110 миллион һумлыҡ булды.
“2012 – 2014 йылдан 2020 йылғы осорға тиклем ауыл биләмәләрен то­тороҡло үҫтереү” прог­рам­ма­һы буйынса 151 ғаилә үҙенең торлаҡ шарттарын яҡшыртты, шуларҙың 81-е – йәш бел­гес­тәр­ҙеке. Ошо маҡсатта бюджеттан 90,9 миллион һум аҡса бүленде.
Бөгөн районда 15 йәш белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа Хөкүмәт ярҙа­мынан файҙалана, шуларҙың алтауһы – махсус урта, ә туғыҙы юғары белемле. Былтыр ошо маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 1 миллион 172 мең һумлыҡ ярҙам алынды.
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – иҡтисад­тың төп таяныстарының бере­һе. Һеҙҙең район йүнселдәре тура­һында нимә әйтергә мөмкин?
– Беҙҙең районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлын­да ҡаршылыҡтар юҡ тип уйлайым. “Баш­ҡортостан Республикаһы­ның Дүртөйлө муниципаль районында 2013 – 2018 йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” программаһы эшләй, буш майҙандар бирелә, хакимиәттең рәсми сайтында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫте­реү” тигән айырым бүлек булдырылған, унда бөтөн кәрәкле мәғлүмәт бар.
Райондың сәнәғәт ойошмалары тото­роҡло эш­ләй. Бигерәк тә һөт аҙыҡ-түлек комбинаты, “Дүр­төйлө электр һәм йылы­лыҡ селтәрҙәре” му­ниципаль берләш­те­рел­гән предприятиеһы, “Дүр­төй­лө-керамик” төҙөлөш индус­трия­һы предприя­тиеһы, ”Дүртөйлө төҙөлөш детале” һ.б. ойошма­ларының һөҙөмтә­ләре яҡшы.
Беҙҙең райондан “Башнефть”тең күп кенә сервис предприятиелары киткәндән һуң, дүртөйлө­ләргә эшҡыуарлыҡтың үҫешенә нығыраҡ таянырға тура килде. Һәр 10 мең кешегә беҙҙә 224,5 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты тура килә. Ундай предприятиелар 5,7 мең кешене эш уры­ны менән тәьмин итә, был иһә – предприятие һәм ойош­маларҙа эшлә­гән­дәр­ҙең 34 проценты тигән һүҙ. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтан килгән һалым һәм йыйымдар район бюджетының 16,6 процентын тәшкил итә.
Эшҡыуарҙарға юридик һәм мәғлүмәт ярҙамы күрһәтелә, консультациялар үткә­релә. Хакимиәт­тең норматив-хоҡуҡи акттарын эшләгәндә улар­ҙың да тәҡ­дим­дәре иғтибарға алына.
– Социаль объекттарҙы төҙөүҙә көрсөк кү­ренештәре ҡамасаулай. Һеҙ­ҙә социаль-мәҙәни объекттарҙы төҙөү буйынса ниндәй пландар ҡаралған?
– Был объекттарҙы төҙөү планында яңы район биҫтәһе өсөн 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы проекты эшләнә. Ҡалала ҙур сауҙа үҙәге һалына, яңы район биҫтәһендә “Пятерочка” магазины төҙөлә.
Былтыр ҡаланың 5-се мәктәп бинаһы ремонтланды. Киләсәктә мәктәптең спорт майҙансығын төҙөкләндереү, бассейн түбәһен ябыу һәм йыһаз­дар алыуға өҫтәмә аҡса бүленәсәк.
– Районда бер сменала ғына уҡыу өсөн мәк­тәптәр етерлекме? Мәғариф өлкәһендә ниндәй уңыштарығыҙ бар? Уҡы­тыусы­ларҙы ниндәй проблемалар борсой?
– Районыбыҙҙың 30 мәктәбендә 6 720 уҡыусы белем ала (397 класс-комплект). Бөтә ауыл мәк­тәптәре лә бер сменала эшләй. Мәғариф учреждениелары тейешле типтағы биналарҙа урын­лашҡан, авария хәлендәге мәктәптәр һәм балалар баҡсалары юҡ. Уҡыусылар ҡайнар аш менән тәьмин ителгән.
Районыбыҙҙа профилле уҡытыу өсөн бөтөн шарттар ҙа булдырылған. Һәләтле балалар менән эшләү ҙә йылдан-йыл камиллаша. Барлыҡ уҡыу­сыларҙың 6 проценты төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Былтыр 13 уҡыусыбыҙ Бөтә Рәсәй бәйгеһенең республика этабында еңеү яуланы, ете уҡыусы иң көслө унау иҫәбенә инде, 34 уҡыусыбыҙ – республика кимәлендә, ә ун бише Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеүсе йәки призер булды. Районыбыҙҙа сығарылыш кластарының миҙал яулаусылары, олимпиада һәм бәйге еңеүселәре өсөн слет ойоштороу традицияға әйләнде.
Мәғариф милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Рәсәй Федерацияһының иң алдынғы уҡытыу­сыһы” бәйгеһендә 28 уҡытыусыбыҙ еңеүсе булды. Ике остаз – Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусы­лары исемлегендә.
Эшләп килгән мәғариф учреждение­ларының бөтәһе лә тиерлек 70 – 80-се йылдарҙа төҙөлгән, шуның өсөн йыл да ремонт эштәренә аҡса бүлеү талап ителә.
– Мәҙәниәт йылында дүртөйлөләр ниндәй уңыштарға иреште, иҫтә ҡалырлыҡ ниндәй әһәмиәтле саралар үткәрелде?
– Мәҙәниәт йылында ҡабул ителгән проект­тарҙы, сараларҙы, акцияларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары йәлеп ителде. Форсаттан файҙаланып, мәҙә­ниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығы­тыу һәм ремонтлау өҫтөндә әүҙем эш башҡа­рылды.
Йылдың иң ҙур күләмле проекты – “Башҡорт­остандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафоны. Уны беҙҙең район иң беренселәрҙән булып ҡабул итте. Был сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашып, райондың мәҙәни эшмәкәрлеген ыңғай баһаланы.
Нефтселәрҙең Техник йортон район хосуси милкенә тапшырыу, унда йәштәр үҙәген асыу түләүле хеҙмәттәр төрөн киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Үткән йылда мәҙәниәт учреждениелары 11 мил­лион һумлыҡ түләүле хеҙмәт күрһәтте.
– Әҙәбиәт йылына маҡсаттарығыҙ ниндәй һәм уны нисек үткәрергә уйлайһығыҙ?
– Дүртөйлө районында башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы билдәләү уңайынан тантаналы сара ойошторолдо.
Әҙәбиәт йылы сиктәрендә Ш. Бабичтың музейында, Н. Нәжмиҙең йорт-музейында уларҙың тормош һәм ижад юлына арналған әҙәби кисәләр, яҡташ яҙыусылар менән осрашыуҙар, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китап аҙналыҡтары, билдәле драматургтарҙың пьесалары буйынса спектакль ҡуйыу кеүек бик күп саралар үткәрелде.
9 апрелдә иһә Әҙәбиәт йылы уңайынан беҙҙең район “Әҙәби нағыш” эстафетаһын ҡабул итте. Киләсәктә төр­лө конкурстар ойоштороу, республика бәйгеләрендә ҡатнашыу, “Йәйҙе китап менән”, “Уңышлы кешеләр уҡырға ярата” тигән әҙәби акциялар, Бөтөн донъя китап көнө сиктәрендә “Һәр ваҡыт уҡы! Бөтә ерҙә уҡы!” флешмобы, “Йәштәргә ниндәй китап кәрәк?” әҙәби форумы, яҙыу­сы­ларға һәм шағирҙарға арналған фильм­дар күрһәтеү, әҙәби юбилейҙар мара­фоны, урындағы ижадсылар менән осра­шыу­ҙар үткәреү, районыбыҙҙың “Әҙәби карта”һын тулыландырыу кеүек сараларҙы планлаштырабыҙ.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Ринат Мәсғүт улы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Элена ҒИЛМУЛЛИНА әңгәмәләште.






Вернуться назад