“Май указдары” үтәлде16.05.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының 2012 йылдың
7 майындағы 596-606-сы указдарының үтәлеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте өсөн был указдарҙың үтәлеше төп өҫтөнлөктәр иҫәбенә инә. Һәр йүнәлеш буйынса күләмле эш башҡарыла.
– Һуңғы өс йылдағы эш йомғаҡтарын баһалаһаҡ, указдарҙың төп положениелары дөйөм алғанда үтәлде, — тине төбәк етәксеһе. — Әлбиттә, Хөкүмәттән әүҙемлек талап иткән айырым йүнәлештәр ҙә юҡ түгел. Әммә төп мәсьәләләр буйынса Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанда башҡарылған эшкә ыңғай баһа бирә. Был уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы, төҙөлөш тармағындағы ыңғай үҙгәрештәргә ҡағыла.