Үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу көсәйә16.05.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың транспорт министры Ян Чуаньтан менән осрашты.
Төбәк етәксеһе ҡунаҡты республика, уның сәнәғәт ҡеүәте менән таныштырып, нефть сығарыу, эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия, ауыл хужалығы кеүек тармаҡтарҙың үҫеш алыуын, автомобиль юлдары төҙөүҙе, яңыртыуҙы айырып билдәләне.
Осрашыуҙа һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан менән Ҡытай төбәктәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙең әүҙем үҫеүе телгә алынды. Әле бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыуға әҙерләнә. Рөстәм Хәмитов Ҡытай менән туранан-тура авиация бәйләнешенең булмауына зарланды, был эштең киләсәктә мотлаҡ башҡарылыуына өмөт белдерҙе.
Ян Чуаньтан, үҙ сиратында, Ҡытай менән Рәсәй араһында, шул иҫәптән Башҡортостан менән Ҡытай провинциялары араһында ла хеҙмәттәшлек тармаҡтарының күплеген, транспорт өлкәһендәге бәйләнештәрҙең киләсәге айырыуса ҙур булыуын билдәләне.
Осрашыу хаҡындағы тулы мәғлүмәт менән Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.