“Һауа ҡапҡаһы” төҙөкләндерелә16.05.2015
“Һауа ҡапҡаһы” төҙөкләндерелә Ошо көндәрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропортының яңы терминалы асылды.

Тантанала Шанхай хеҙмәттәшлек ойош­маһы­ның генераль секретары Дмитрий Мезенцев, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, Афғанстандың транспорт һәм граждандар авиацияһы министры Баташ Мөхәммәҙулла, Беларусь Респуб­ликаһының транспорт һәм коммуникациялар министры Анатолий Сивак, Ҡытайҙың транспорт министры Ян Чуаньтан, Ҡыр­ғыҙстандың транспорт һәм коммуникациялар министры Арғынбәк Малабаев, Мон­голияның юлдар һәм транспорт министры Намхай Тумурхуу, Тажикстандың транспорт министры Шерали Ганджалзода, “Үзбәкстан тимер юлдары” компанияһының идара рәйесенең беренсе урынбаҫары Даврон Дехканов һәм башҡалар ҡатнашты.
– Транспорт объекттары тарихында тәүге тапҡыр ошондай ҡоролманы бер үк ва­ҡытта туғыҙ министр аса. Был — иҫтәлек­ле, тарихи ваҡиға, әлбиттә, — тине рес­публика Башлы­ғы Рөстәм Хәмитов. — Аэропортыбыҙҙы яңыр­тыуҙы дауам итеү тураһындағы тәҡ­дим­де бойомға ашырып, бик дөрөҫ эшләгәнбеҙ. Быйыл эске һауа юлдары терминалын проектлайбыҙ, ә киләһе йылдан уны төҙөүгә тотонабыҙ. Һөҙөмтәлә аэропорт сәғәтенә 2 – 2,5 мең самаһы пассажирҙы хеҙмәт­лән­дереү мөмкинле­генә эйә буласаҡ.
Һуңынан ҡунаҡтар терминал залдарын ҡарап сыҡты, яңы инфраструктура менән танышты.

***

Өфөләге “Хилтон” отелендә Шанхай хеҙ­мәт­тәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәү­ләт­тәрҙәге транспорт министрҙарының VII кә­ңәшмәһе үтте.

Кәңәшмәлә Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, транспорт хеҙмәттәшлеге — Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағза­лары булған дәүләттәрҙең үҙ-ара эш ите­үендә өҫ­төнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, тип билдә­ләне. Ойошмала тормошҡа ашырылған кү­ләмле проекттар Ебәк юлы буйындағы илдәрҙе үҫтереүгә, төбәктәр һәм илдәр эсен­дәге баҙар ҡеүәтен асыуға, эш менән тәьмин итеүгә, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе булараҡ транспорттың әһәмиәтен көсәйтеүгә йоғонто яһаған барлыҡ тармаҡтарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.


Вернуться назад