Сочиға ла барҙыҡ16.05.2015
Сочиға ла барҙыҡ БДПУ-ла уҡығандарҙың республикала ғына түгел, ил, донъя кимәлендә үткән сараларҙа ла һынатмауы сер түгел. Университетта 1999 йылда эш башлаған “Кружева” халыҡ бейеүҙәре ансамблен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева етәкләй.
Репертуарыбыҙ бай: башҡорт бейеүҙә­ре­нән башлап урыҫ, татар, ҡаҙаҡ, украин, шулай уҡ һинд, корей, йәһүд, мексикан­дарҙыҡы ла бар. “Сәскә ат, илем!”, “Ариран”, “Русская шкатулка” бейеүҙәре ансамблдең йөҙөк ҡашына әүерелде. “Кружева” Төркиә, Көньяҡ Корея, Испания, Франция, Бөйөк Британияла үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡат­нашты, Санкт-Петербург ҡалаһында ойош­торолған “Төньяҡ Венеция” бәйгеһендә иң юғары урынға лайыҡ булды, былтыр Сочиҙа Олимпиадала ла сығыш яһаны. Күптән түгел ансамбль шулай уҡ Сочи ҡала­һында халыҡтарҙы бер-береһенең мәҙә­ни тарихы, рухи ҡиммәттәре менән таныштырыу, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу маҡ­са­тында үткәрелгән “Народные истоки” бәйге­һендә ҡатнашып, “Милли бейеү”, “Донъя халыҡ бейеүҙәре” номинацияларында беренсе урынды яулап ҡайтты.
Туған университеттың, Башҡортостан­дың данын яҡлауҙан тыш, сағыу сәйәхәт ҡылыу мөмкинлегенә һөйөндөк. Ысынлап та, Ҡара диңгеҙ ярында ял итеп, Рәсәйҙәге иң ҙур аквариумды күреп, Олимпия паркына экскурсияға барыу — тырыш һәм егәрлеләргә лайыҡлы бүләк.

Ләйсән ЙӘНЕКӘЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге
БДПУ студенты.



Вернуться назад