Был студенттарға төп фәндәрҙән алда тәүлектәге 24 сәғәтте дөрөҫ һәм тулы ҡеүәткә ҡулланыу серҙәрен өйрәтәләрме икән әллә, тип уйлап ҡуям М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты яулаған яңы үр йә ойошторған сара хаҡында ишеткәс. Һәр яҡлап та әүҙемлектәренең ғилләһен асыҡлар өсөн “Ҡорос” фольклор-театр ансамбленең отчет концертына юлландым.Шығырым тулы тамаша залында тәртип, тынлыҡ урынлашҡан. Студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа етди, байрамса кәйефтә. Беҙ ҡараясаҡ театрлаштырылған концерт бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған, исеме – “Һуғыш әрнеүҙәре йөрәктә...” Әммә шаршау яу яланын тасуирлаған сығыштан түгел, ә башҡорт халҡының һүҙ сәнғәтенең ҙур ҡомартҡыларының береһе — “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштереү менән асылды. Урал менән Шүлгәнде, уларҙың ата-әсәһен, Һомай ҡошто уйнаған һәр студент изгелек һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат төшөнсәләре менән һуғарылған әҫәрҙең асылын тулы сағылдырҙы, тойғо-кисерештәре аша заман шаңдауын яңғыратты.
Факультеттың иң әүҙем студенттарынан булған Гөлнур Хужәхмәтова, Гүзәлиә Миңлебаева ишеттергән һоҡланғыс моңло йырҙар, күмәк ҡыҙҙар башҡарыуындағы бейеүҙәр тамашаны тын да алмай ҡарарға мәжбүр итте. Нәжиб Асанбаевтың “Яралы яҙмыш” драмаһынан өҙөк күрһәткән студенттарҙың йәшлеге, эскерһеҙ ихласлығы менән йәлеп иткән уйыны үҙе бер ғәжәп күренеш булды.
Концерт барышында һәр “артист” сәхнәлә үҙен тотошо, асыҡ, ҡыйыу тауышы, хатта ҡарашы менән ысын театр әһелдәренекенән һис тә ҡалышманы. Ҡасан һәм нисек итеп бөтәһенә өлгөрәләр һәм өйрәнәләр икән тигән һорауыма яуап таптым, буғай. Баҡтиһәң, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов, “Ҡорос” ансамбле менән өс йыл дауамында шөғөлләнеп, студенттарға сәхнә серҙәрен аса, белем өләшә.
– Ай һайын бер тамаша әҙерләйбеҙ. Һуңғы осорҙа “артистарыбыҙ”ҙың актерлыҡ оҫталығын байтаҡ туплағанын тойоп, Наил Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде” комедияһы буйынса спектакль сығарҙыҡ. Уның менән “Ҡорос” төрлө район-ҡалаларҙа ла сығыш яһап өлгөрҙө, халыҡ бик дәррәү ҡабул итте, – ти етәксе. – Ә был театрлаштырылған тамаша минең күптәнге хыялым ине. I – IV курс студенттарының һәләттәре, тырышлығы менән маҡсатыбыҙға өлгәштек, тип уйлайым.
“Һуғыш әрнеүҙәре йөрәктә...” концертының милләтебеҙҙең шаулы үткәне, киләсәге өсөн борсолоп та, ғорурланып та ижад ителгән шиғырҙар теҙмәһе менән тамамланыуы осраҡлы түгел. Ә уларҙы үҙ йөрәге аша үткәргәндәй әсенеп, сәмләнеп һөйләгән студенттарға “афарин” тип әйтмәй булмай. Татыу, дәртле, камиллыҡҡа ынтылған егет һәм ҡыҙҙарҙың әүҙемлек сере һәр эште үҙ ваҡытында, ҡоростай ҡеүәт, Аҡмулланыҡылай тәрән, төплө белем ярҙамында башҡарыуҙа икәненә лә төшөндөм тамаша аҙағында.