Улар менән ауыл йәмле16.05.2015
Улар менән ауыл йәмле Яңы Бикмәт ауылында Зөбәржәт менән Шәүҡәт Дәүләтгәрәевтәр 61 йыл татыу ғүмер кисерә.

1954 йылдың йәмле йәй көнөндә армия сафында хеҙмәт иткән оҙон буйлы, таҙа кәүҙәле, асыҡ сырайлы Шәүҡәт тыуған ауылына ялға ҡайта. Шул саҡта таныша ул Таңатар ҡыҙы Зөбәржәт менән. Яңы Бикмәттә тағы бер йәш ғаилә барлыҡҡа килә. 1955 йылда уларҙың тәүге сабыйы Хәлил тыуа, унан Рәлиф, Рауил, Рәүеф, Хәлим донъяға ауаз һала. Шулай итеп, Дәүләтгә­рәевтәрҙең аҡыллы, тырыш, типһә тимер өҙөрҙәй биш батыр малайы үҫә.
Ғаилә башлығы Шәүҡәт ағай ғүмер буйы Яңы Бикмәттә колхозда мал ҡараусы булды. Уға күп эш йөкмәтелде. Үҙенең өлгөлө хеҙмәте өсөн Шәүҡәт Карам улына маҡтау грамоталары бирелде.
Һөйөклө тормош иптәше Зөбәржәт Ғәлийәздән ҡыҙы бәләкәйҙән колхозда баҫыу эштәрен башҡарған. Уларҙың алты кешелек ғаиләһен баҡсала үҫкән йәшелсә һәм берҙән-бер һыйыр аслыҡтан алып ҡалған. Дәүләтгәрәевтәрҙең биш балаһы ла һәйбәт уҡыған. Мәктәпте тамамлағандан һуң барыһы ла төрлө институттарҙа юғары белем алған. Бөгөн улар һәр береһе ғаилә ҡороп, ул-ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Хаҡлы ялда булһалар ҙа, Зөбәржәт менән Шәүҡәт Дәүләтгәрәевтәр әүҙем тормоштоң йәмен белеп, ейәндәренә күңел һәм йөрәк йылыһын биреп, балаларын шатландырып, матур йәшәй. Тап шундай кешеләр ауыл күрке лә инде.

Зөлфиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА,
ХI класс уҡыусыһы, балалар ижад йортоноң
“Йәш хәбәрселәр” берләшмәһе ағзаһы.


Вернуться назад