Көҙгө сатнаһа, нимәгә юрарға?15.05.2015
– Яңы йортобоҙҙа көҙгө сатнағас, ни уйларға белмәй аптырап ҡалдым. Бындай осраҡты насарға юрағандарын күрә торғайным. Ни эшләргә миңә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ә. МАЛАБАЕВА.
Стәрлебаш районы.

– Бисмилләһир-рах­мә­нир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын йән эйәләре араһында иң күркәме итеп яралтҡан. Баш­ҡа­ларға аҡыл күп­ме­лер ки­мәлдә би­рел­һә, кеше­лә ул сикһеҙ. Әҙәм балаһы зиһенен даими үҫте­рә ала, уйлау, фе­кер­ләү, ғилем туплау мөмкинлегенә эйә. Өҫ­тәүенә уның күңеленә хис, хыял кеүек ғәжәп матур тойғолар ҙа һалынған.
Раббыбыҙ әҙәм балаһының йөҙөн дә матур итеп яһаған. Шуға күрә пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә көҙгөгә ҡараған кешегә: “Битемде гүзәл иткән кеүек, холҡомдо, йөрөш-торошомдо ла күркәм ҡыл, Аллаһым”, – тип доға ҡылырға ҡушҡан.
Ошондай һәр яҡлап камил әҙәм балаһы яңылыш яҡҡа китмәһен, тура юлдан йөрөһөн өсөн Аллаһ Тәғәлә динен биргән. Раббыбыҙҙың был ҡануны тормош асылын төшөндөрә, дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Унан сығып, әлеге һорауға яуап эҙләгәндә, иң тәүҙә шуны белергә кәрәк: Ислам дине шомланырға, шикләнергә рөхсәт итмәгән. Әгәр ҙә ки көҙгө ватылһа йә башҡа ниҙер булһа, насарға юрау – шайтан эше. Ә бындай ырымдар халыҡта байтаҡ. Мәҫәлән, ҡара бесәй осраһа, йә буш күнәкле кеше тап булһа, юл уңмаҫ, тип кире боролғандар бар. Ырымға ышанып, бөгөн башҡарыр мөһим эште аҙаҡҡа ҡалдырырғамы ни? Алда бит ни булыры билдәһеҙ. “Бөгөн башҡарыр эшеңде иртәгәгә ҡалдырма”, – тигән был йәһәттән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниҙәндер ҡурҡып, шомланып, күрәҙәсегә йөрөгәндәр күбәйә бара. Ә бындай “уңышҡа юл күрһәтеүсе”, “яраттырыу­сы”, “һөйҙөрөүсе”ләр килгәнде көтөп кенә тора, еңел юл менән аҡса табырға тырыша. Халҡыбыҙҙың “Күрәҙәсегә барма – башыңа бәлә алма” тигән аҡыллы һүҙен иҫебеҙҙән сығармаһаҡсы, хөрмәтле йәмәғәт.
Ғөмүмән, тормошта осраған төрлө бәләкәй күренештәргә – көҙгө ярылыуға, өйҙән сығыр алдынан төймә өҙөлөп төшөүгә, юлды ҡара бесәй ҡыйып уҙыуға, буш күнәкле кеше осрауға һәм башҡаларға – бөтөнләй иғтибар итергә ярамай. Һәр көндө Аллаһ Тәғәләнең ихтыярына тапшырып, ҡөҙрәтенә инанып, хәләл көсөңдө һалып үткәрергә кәрәк. Ә төрлө ырымдарҙың әҙәм балаһының тормошона, күңеленә зыян килтереүе, уны тура юлдан яҙҙырыуы ихтимал. Ә мосолмандар һәр ваҡыт күркәм уйлы, матур һүҙле булырға, бер-береһен рухландырып, яҡшы кәңәш-фекер биреп, ярҙамлашып йәшәргә тейеш. Шул ваҡытта тормошобоҙ ҙа, эшебеҙ ҙә бәрәкәтле, уң булыр, иншаллаһ.
Әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙгә йәнә шуны ла әйтмәксемен: яңы йортта насар уй, шом менән йәшәй башлау һис тә килешкән эш түгел. Өй – һинең ҡәлғәң, балалар үҫкән изге урын, тимәк, унда фәҡәт күркәм хис-тойғо, яҡты ышаныс, изгелек хөкөм һөрөргә тейеш. Йортҡа күсеү менән Ҡөрьән уҡытыу, яңы тормошҡа аят-сүрә менән аяҡ баҫыу мөһим. Ошо ғәмәлде, бәлки, башҡармаған булһағыҙ, мотлаҡ үтәгеҙ. Изге доғаның көсө сикһеҙ – бер ниндәй шомланыуға, ҡурҡыуға урын ҡалмаҫ. Шул уҡ ваҡытта Ҡөрьәнде бер генә тапҡыр түгел, ваҡыты-ваҡыты менән уҡытып торорға кәрәк. Шул саҡта йортобоҙ имандан яҡтырып, һәр көнөбөҙгә бәрәкәт биреп торор, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад