Ни өсөн артта урынлашҡан?15.05.2015
“Кеше иң ҙур гонаһтарҙы теле аша ҡыла”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Үҙеңә ҡағылмағанға ҡыҫылыу, башҡаларҙың араһына инеү, ғәйбәт һөйләү, алдау, әрләшеү, бүтәндәрҙе ҡыйырһытыу, кәмһетеү һәм башҡа алама ғәҙәттәр телде тыймауҙан килеп сыға. Һәр һүҙҙе уйлап һөйләргә кәрәк. Аллаһ Тәғәлә юҡҡа ғына телде теш һәм ирендәрҙең артына “бикләп” ҡуймаған.
Әжерен арттырып бирер
Бәндә фәрештә түгел. Ҡайһы берҙәрҙең тәбиғәте зәғифлек менән тулы, күңеленең аҙашып киткән саҡтары ла була. Тик бындай саҡтарҙа ул тәүбә итә белергә тейеш.
“Матур һүҙең, ғәфү итә белеүең кемгәлер битәрләй-битәрләй саҙаҡа биреүҙән яҡшыраҡ, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Әгәр ҙә кеше Исламды ҡабул итһә, Аллаһ уның элекке гонаһтарын ярлыҡар, һәр изгелегенә әжерен ундан ете йөҙ тапҡырға тиклем арттырып бирер”.
Фәҡир ҡалыуҙан ҡурҡма
Әйбереңде, малыңды башҡалар менән уртаҡлашыу – мосолмандағы иң яҡшы ғәҙәт. Ә саҙаҡаға мохтаждар күбәйеп кенә тора.
Биргән кеше рухи ҡәнәғәтлек кисерергә, ә алғаны файҙа күрергә тейеш, тип өйрәтә дин. Шуға ла саҙаҡа бирергә теләгәндә, бөлгөнлөккә төшөү менән ҡурҡытып, эргәлә шайтан йөрөргә тейеш түгел. “Фәҡир ҡалам тип хәүефләнеү дөрөҫ түгел, – тип өйрәтә “Ҡөрьән Кәрим”. – Бындай ҡурҡыу кешене яҙыҡ юлға төшөрә”.