Ғүмер — Раббыбыҙ тарафынан бирелгән иң ҙур бүләк. Ошо һүҙҙәрҙе көн һайын ҡабатлайым һәм йәшәүҙән туймайым. Тормош ифрат матур бит: донъяларҙы йәмләп, көн дә ҡояш ҡалҡа, ҡоштар һайрай, баҫыуҙарҙа иген тирбәлә, ямғыр тамсылап уҙа, балалар шау-гөр килә…
Бына тағы йәмле яҙға аяҡ баҫтыҡ. Ҡояш нурына иркәләнеп, йәм-йәшел үлән шытып сыҡты. Димем, боҙон ағыҙып бөтөп, тынысланып ҡалғандай… Илаһи рәхәтлек! Йәшәгән һайын йәшәге килә!
Һәр көнөмдө Аллаһ Тәғәләгә шөкөрана ҡылып, иртәнге намаҙҙан башлайым. Үткән тормошомдо барлап алам. “Ауырлыҡҡа кем дә түҙә, бәхеткә түҙеп ҡара”, – тип йырлайҙар бит. Ысынлап та, ҡыйынлыҡтар әҙәм балаһын сыныҡтыра ғына икән. Уларҙы күп күрелде. Ике йәшлек сағымда атайымды, кулаклыҡта ғәйепләп, ҡулға алғандар. Әсәйемде өс балаһы – апайым, мин һәм 40 көнлөк кенә энем – менән өйөбөҙҙән ҡыуғандар. Башта мунсала торғанбыҙ, унан да сығарғас, туғандарға барып һыйынғанбыҙ. Балаларынан башҡа бер ние ҡалмаған ғәзиз әсәйемдең, хатта еҙ тасын да тартып алғандар. “Баланы йыуындырырға кәрәк бит, зинһар, ҡалдырығыҙ”, – тигәс: “Кулак көсөгөн эткә ырғыт”, – тип яуаплағандар. Хәлле кешеләргә ялланып эшләп, әсәйем беҙҙе үлемдән һаҡлап алып ҡалған. Бер йылдан һуң атайымдан хат килгәс, уның янына – Ханты-Мансиға – юлланғанбыҙ. Беҙҙе туғаныбыҙ оҙата барған.
Биш йылға хөкөм ителгән атайыма тыуған яғы Дәүләкәнгә ҡайтыуҙы тыйғандар. Рөхсәт һуңынан ғына бирелгән. Атайым да, әсәйем дә диндар булды. Ә ул осор – мәсеттәр емерелгән, мулла-мәзиндәр эҙәрлекләнгән мәл… Ауылға ҡайтыуына күп тә үтмәй, атайымды йәнә ҡулға алдылар. Яҡын иптәшенең сабыйына исем ҡушҡаны өсөн яҙылған ялыу нигеҙендә ун йылға хөкөм ителде ғәзиз кешебеҙ. Ә беҙ инде — “халыҡ дошманы” балалары. Пионерға ла, комсомолға ла алманылар. Ә ғәйепһеҙгә рәнйетелеүҙәр, кәмһетелеүҙәр…
Үткәндәрҙе уйлайым да атайым менән әсәйемдең түҙемлегенә хайран ҡалам. Уларҙың рух көсө беҙгә йәдкәр итеп бирелгән. Ҡәҙерлеләремдең бер-береһенә асыулы ҡарашын һис ҡасан күрмәнем, ауыр һүҙ әйтешкәндәрен ишетмәнем. Татыулыҡ өлгөһө ине улар. Әл-хәмдү лил-ләһ, ун йыл мөҙҙәтен тултырып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты атайым. Ауырлыҡ-һынауҙы еңергә доғалары, беҙҙе өҙөлөп һөйөүе ярҙам иткәндер, моғайын.
Мин дә күңелемдән гел аят-сүрә уҡып йөрөнөм. Матур тормош юлы үттем: мәктәптә уҡыттым, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы мөдире, тәрбиәсе булдым. Тырышлығым бушҡа китмәне. “Мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемем, миҙалдарым, маҡтау грамоталарым бар. Эшемдән дә, шәхси тормошомдан да уңдым. Хәҙер инде 88 йәштәмен, өс балам, һигеҙ ейән-ейәнсәрем бар. Дин юлында шөкөрана ҡылып, Хоҙайым биргән яҡты ҡояштан ләззәт алып, хуш еҫле үләндәрен сәләмәтлек өсөн файҙаланып йәшәйем. Кешеләргә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән балаларыма һоҡланып туймайым. Барыһына ла бәхет, сәләмәтлек теләп: “Бәндәләреңде ҡайғы-хәсрәттән һаҡла, Раббым”, – тип башлайым һәр көнөмдө.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һеҙгә әйтер һүҙем бар. Изгелекле, бер-берегеҙгә аяулы булығыҙ. Кемдер хаҡында әйтергә матур һүҙегеҙ булмаһа, өндәшмәй ҡалығыҙ, башҡаларҙан ғәйеп эҙләмәгеҙ. Һәр беребеҙ — Аллаһ бәндәһе. Раббыбыҙ йөрөр юлдарыбыҙға иман нуры һипһен. Хоҙай бүләк иткән ғүмерҙе һаҡлап, йәштәргә өлгө күрһәтеп, тормошобоҙға шөкөрана ҡылып, йән тыныслығында көн итәйек. Донъя шундай йәмле бит – йәшәп туйғыһыҙ!