Һүҙ юҡ, әҫәрҙең ҡиммәтен, бәҫен халыҡ күтәрә. Ә уның тел үҙенсәлектәрен, яҙыусының алымдарын тәнҡитсе белә. Тап шундай баһалау ҡеүәтенә эйә ғалим, уҡытыусы ине Ишбулды Вәлитов.1935 йылдың майында Күгәрсен районының Яңауыл ауылында тыуа ул. Мәктәпте тамамлағас, Мораҡ педагогия училищеһында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының урыҫ-башҡорт бүлегендә белем ала. Йәш белгес 1961 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡламай уны үҙе белем алған юғары уҡыу йортона саҡырып алалар. Ишбулды Ғиниәт улы бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшкә тәғәйенләнә. Өлкән уҡытыусы була, унан тел һәм әҙәбиәт факультетының декан урынбаҫары бурысын йөкмәй.
Ишбулды Вәлитов 1972 йылда “Зәйнәб Биишеваның ижади эволюцияһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, бер аҙҙан доцент исемен ала. Артабан оҙаҡ ваҡыт – 1977 – 1987 йылдарҙа – башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына етәкселек итә. Унан институттың әҙерлек бүлегенең мөдире итеп тәғәйенләнеп, был вазифаны ла намыҫлы атҡара. 1995 йылдан – башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессоры.
Ишбулды Ғиниәт улы эшмәкәрлек осоронда башҡорт халыҡ ижады, Октябрь революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте, башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса дәрестәр алып бара. Киң билдәле ”Ашҡаҙар” түңәрәгенә етәкселек итеп, студенттарҙың һәләтен үҫтереүгә күп көс һала. Йәштәрҙең ижад емештәре гәзит-журнал биттәрендә йыш донъя күрә, радиола яңғырай башлай, студенттар әҙәби кисәләрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, шағир Ғилман Ишкинин “Ашҡаҙар” түңәрәгенә тап Ишбулды Ғиниәт улы етәкселек иткән йылдарҙа әҙәбиәттә тәүге аҙымдарын яһай.
Ғалим И.Ғ. Вәлитов – 100-ҙән ашыу ғилми-методик хеҙмәт авторы. Был эштәр араһында, мәҫәлән, ”Ижади үрҙәргә” (1986) исемлеһен Жәлил Кейекбаев, Мостай Кәрим, Әхиәр Хәкимов һәм башҡаларҙың стиль һәм жанр үҙенсәлектәрен, шулай уҡ фольклорҙың әҙәбиәткә йоғонтоһон тикшереүгә арнай. Тәнҡитсе йәнә Азат Абдуллин, Рәшит Солтангәрәев, Шакир Янбаевтарҙың әҫәрҙәрен идея-тематик, жанр йәһәтенән тикшерә, ғилми-методик мәҡәләләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында даими баҫыла.
Абруйлы педагог, ғалим, филология фәндәре кандидаты, доцент, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Ишбулды Вәлитов институтта 2007 йылдың февраленә тиклем эшләп, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә 45 йыл ғүмерен бағышлай. Уның уҡыусылары Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә намыҫлы хеҙмәт итә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Остазыбыҙға ошо көндәрҙә 80 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ишбулды Ғиниәт улы арабыҙҙа юҡ инде, әммә уның эшмәкәрлек емештәре, күркәм башланғыстары, яҡшы кәңәштәре уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ижадташтары хәтерендә мәңге йәшәй.
Фәүриә АҠҠУЖИНА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент.