Законһыҙ ғәмәлдәрҙе күрһәң...15.05.2015
Башҡортостанда “Һалым түләмәүселәр хаҡында һөйлә” мәғлүмәт-агитация кампанияһы дауам итә.
Сараның маҡсаты — һалым түләмәү осраҡтарына халыҡтың мөнәсәбәтен үҙгәртеү, ҡаҙнаға керемдәрҙе арттырыу, һалым ҡануниәтенең үтәлешен тәьмин итеү. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында билдәләүҙәренсә, әле аноним мәғлүмәт йыйыу системаһы ойошторолған. Ул һалым түләүселәргә юридик һәм физик берәмектәрҙең һалым өлкәһендәге законһыҙ ғәмәлдәре хаҡында хәбәр итеү мөмкинлеген бирә.
Тәү сиратта һалым түләүҙән тайпылыу, ойошманың активтарын боҙоп күрһәтеү, ялған килешеүҙәр, эш хаҡын “конвертта” биреү, бер көнлөк фирмаларҙы файҙаланыу, средстволарҙы ҡулаҡсаға әйләндереү, иҫәп-хисап алып бармау хаҡындағы мәғлүмәттәр тураһында хәбәр итергә кәрәк. Улар нигеҙендә иғтибарға алынырға тейешле тотош мәғлүмәт базаһы төҙөлә. Федераль һалым хеҙмәте уны үҙенең эшендә йылдам файҙалана. Бынан тыш, мәғлүмәтте һалым хеҙмәтенең http://www.nalog.ru/rn02/ рәсми сайтына һәм “Һалым түләмәү хаҡында хәбәр ит” электрон сервисына, 8 (347) 229-70-07 телефоны аша һалым хеҙмәте бүлексәһенә ебәрергә мөмкин.