ЙОНДОҘНАМӘ15.05.2015
(18 – 24 май)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Был осорҙағы эшмәкәрлегегеҙ әүҙем һәм һөҙөмтәле булмаҡсы. Бер үк ваҡытта ярайһы уҡ талсығыр­һығыҙ, моғайын. Аҙнаның тәүге көндәрендә ихтыяр көсө бер аҙ түбән булғанға күрә үҙаллы ҡарар ҡабул итеүҙән баш тартырға, бурыстарҙы башҡалар менән уртаҡлашырға кә­ңәш ителә. Көсөгөҙгә ышанып, иңе­геҙгә саманан тыш ҙур йөкләмәләр алмаһағыҙ ине.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Аҙна башында өр-яңы идеяла­рығыҙҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл булырһығыҙ. Һәр эште ныҡ­лы уйлап, алдан күҙаллап башҡар­һағыҙ, уңырһығыҙ. Бөтөн баш­лан­ғыстар өсөн уңышлы булған мәлде файҙаланып ҡалырға ашы­ғығыҙ. Аҙна аҙағында яҡшы һөҙөмтәләргә өмөт итә алаһығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Осорҙоң тәүге көндәре ғаилә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу, киләсәгегеҙҙе күҙаллау, берлектәге ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы. Аҙнаның икенсе яртыһында ыңғай мөмкинлектән файҙаланыу өсөн әүҙемлек һәм ҡәтғилек күрһәте­геҙ. Ошо рәүешле генә байтаҡ сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итә алырһығыҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Тап ошо мәлдә дошмандарығыҙ әүҙем­ләшер, зыян килтерергә тырышыр. Аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе аҙна уртаһында хәл итә алырһығыҙ, моғайын. Берәүгә лә насарлыҡ теләмәгеҙ, юғиһә барыһы ла үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтыр.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Матди мәсьәләләрҙе хәл итеп, кәйеф-сафа ҡороуға, ял итеүгә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ, моғайын. Аҙна башында бурысығыҙҙы ҡайтарыу­ҙарын һорарҙар. Шуға күрә сығым­дарығыҙҙы алдан күҙалларға тыры­шығыҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал. Үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ, кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ, тиҙҙән барыһы ла яйланыр.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Кеше менән аралашыуҙан баш тартып, яңғыҙ ҡалғығыҙ килер. Был тойғоно еңергә тырышығыҙ, сөнки әле барлыҡ эштәрҙе яйға һалыу, мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы мәл. Киләсәккә аныҡ маҡсат ҡуйып, уға өлгәшеү йәһәтенән ышаныслы аҙымдар яһарға ваҡыт. Аҙна аҙағына көс-ҡеүәтегеҙ артыр.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Осор айырыуса романтик мөнәсәбәттәр йәһәтенән уңышлы күренә. Ләкин күңел асыуҙар менән саманан тыш мауыҡмаһағыҙ ине. Аҙнаның икенсе яртыһында аналитик фекерләү талап ителер. Артабанғы тормошоғоҙ дөрөҫ йүнә­леште һайлауығыҙға бәйле буласаҡ. Хис-тойғо йоғонтоһонда түгел, ә аҡыл менән эш итегеҙ.

САЯН (23.10 — 21.11).
Аҙна ваҡ-төйәк мәшәҡәт менән үтер. Яҡындарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, ауыр саҡтарҙа үҙегеҙ ышанған кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Проб­ле­маларҙы үҙаллы хәл итәм тип, ҙурыраҡ хата яһауығыҙ бар. Аҙна аҙағында мөһим эш башламағыҙ.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Аҙна башында ҡылғандарығыҙ өсөн бик оҙаҡ үкенеүегеҙ ихтимал. Кәйефегеҙ төшөр, күңелегеҙ ҡыры­лыр, моғайын. Шуға күрә бер нәмәгә лә ҡатнашмаҫҡа, ашығыс ҡарар ҡабул итмәҫкә, мөһим эштәрҙе планлаштырмаҫҡа кәңәш ителә. Ҡыйын мәлдә яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға таянығыҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Ял итеү өсөн уңайлы осор. Сәйәхәттәр, командировкалар һөҙөм­тәле булыр, моғайын. Матди хәлегеҙ ҙә насар түгел. Шулай ҙа алдашыу юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итһәләр, ҡырҡа баш тартығыҙ. Сәйер ғәмәлдәрҙең дә зыяны файҙаһынан күберәк булыр.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Аҙна башында төрлө инстан­цияларға йөрөргә тура килер. Ығы-зығынан башығыҙ әйләнер, үҙегеҙҙе ҡулда тотоу еңелдән булмаҫ. Судҡа йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына саҡырыуҙары ихтимал. Шуға күрә барлыҡ мәсьәләләрҙе яңғыҙ хәл итергә тырышмағыҙ, дуҫтарығыҙға таянығыҙ.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Осор башында кәйефегеҙ бер аҙ ҡырылһа ла, күңел төшөнкөлөгө бик тиҙ үтер. Һеҙгә зыян итергә теләгән кешеләрҙең ниәте барып сыҡмаҫ. Аҙна уртаһында хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Барлыҡ мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итерһегеҙ. Яңы таны­шыуҙар, ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәр көтә.


Вернуться назад