Вирус15.05.2015
– Ҡотҡарығыҙ, вирус!
– Эй, Аллам, ошо афәттән ҡотолоп булырмы-юҡмы?
Әйтмә лә инде, шунан күргән нужа. Тамам биҙрәтте бит.
Һуңғы арала Мишкәнең һәр мөйөшөндә бары вирус хаҡында һөйләйҙәр. Магазинда сиратта торғандар ҙа, почтаға йомош-юл менән килгәндәр ҙә ошо һүҙҙе ҡабатлай. Мине күреп ҡалыу менән барыһы ла күңелен өйкәгән хәбәрҙе әйтеп ҡалырға ашыҡты:
– Өлгөрбай ағай, беҙҙең райондағы вирусты бөтөрөргә ярҙам итегеҙ әле. Бөтөнләй хәлде алды бит.
– Һеҙ мине кем менәндер бутайһығыҙ, – тинем, кеселекле ғәфү үтенеп. – Мин бит табип түгел. Ни эшләп дауаханаға бармайһығыҙ һуң?
Шулай тип яуаплағас, кемдер мыҫҡыллы йылмайҙы, икенсеһе эсендәге “төйөр”өн сығарырға ашыҡты.
– Әйттегеҙ һүҙ! Дауаханаға барыу түгел, ул яҡҡа ҡарарға шөрләйбеҙ хәҙер. Әллә ниндәй зәхмәтле урын бит.
– Аңламайым бер нимә лә! Төшөндөрөп бирегеҙ...
Мишкәлә был сәйер вирустың аҙып китеүенең сәбәбе былай икән. 2000 йылда үҙәк дауаханала 60 урынлыҡ хирургия бүлеге төҙөй башлайҙар. Объекттың заказсыһы – Мишкә районы хакимиәте. Эш федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла. 2001 – 2004 йылдарҙа бинаның нигеҙе һалына, сығымды йәлләмәйҙәр, мул ҡыланалар. Тап шул аҡса тигән нәмәнән йоға ла инде төҙөүселәргә сәйер вирус. Бүленгән 8,4 миллион һумды тегеләй-былай туҙҙырғас, эш туҡталып ҡала.
Ваҡытында дауаламағас, вирус аҙғандан-аҙа. Бер сама арыуланғандай булғас, 2008 йылда ғына башланған төҙөлөш иҫтәренә төшә. Әммә, әлеге лә баяғы, мәкерле сир үҙ эшен ҡылып өлгөрә: нигеҙ емерелә башлаған.
“Бында бер ни ҙә төҙөп булмай, уны ҡабаттан үҙгәртергә кәрәк”, – тип фарман бирелә.
Яңынан эшкә тотоналар, проект-смета документтары әҙерләнә. Уларға ыңғай баһа бирәләр.
Объектҡа тағы 512, 7 миллион һум аҡса талап ителә. Ул 1 йыл да 10 айҙа төҙөлөп бөтөргә тейеш була. Әммә тиҙҙән проекттың тағы күп “вируслы” яҡтары асыҡлана. Шулай итеп, ул ете тапҡыр үҙгәртелә. Арҡыры ятҡанды буйға шылдырып һалған өсөн дә ҡутарып аҡса һораған заманда, берәү ҙә бушҡа эшләмәй. Тегендә лә бында ла 100, 200 меңләп аҡса осоп ҡына тора. Хәҙер инде был сығымдар 206 миллион һумға етеп, кәрәкле дөйөм хаҡ 718 миллион һумдан ашып китә. Әлеге лә баяғы, вирус төҙөүселәрҙең, яуаплы кешеләрҙең хәтерен дә зарарлап өлгөргән шул: түләүҙәр хаҡында теркәп барырға оноталар. Ауырығас ни, бер ойошманың ғына төҙөлөштө ослап ҡуйырға хәленән килмәй. Улар хәлдән тайғас, икенселәре дауам итә, унан өсөнсөләре маташа. Төп заказсылар ҙа, дауахана етәкселәре лә ауырый башлай. Хатта яуаплы органдар төҙөлөштөң барышын, ҡайҙа күпме аҡса киткәнен тикшерергә онота. Һатып алынған медицина ҡорамалдары талап ителгән тәртиптә һаҡланмай, һөҙөмтәлә боҙолоп сафтан сыға. 900 мең һумлыҡ офис йыһаздары ла зыян күрә. Бына шулай Мишкә дауаханаһында таралған оятһыҙлыҡ вирусы бик ҡиммәткә төшә.