(Лариса Абдуллина, “Яҙыусылар берлегенә инеү әҙипкә нимә бирә?”, 2015 йыл, 10 апрель)
Был бик фәһемле мәҡәләне уҡығас, мин дә һүҙгә ҡушылырға уйланым. Ни өсөн яҙыр-яҙмаҫтар Яҙыусылар союзына инергә ынтыла һуң? Бында әллә ни баш ватаһы юҡ, бөтәһе лә билдәле.Беренсенән, кеше китап та нәшер итер, бәлки, улар егерменән артыр, ләкин ул үҙен барыбер ысын әҙип итеп тоя алмай, сөнки билеты булмай тороп, ул үҙен “мин яҙыусы” тип әйтә алмай, әхлаҡи хоҡуғы юҡ. Шунлыҡтан, үҙен һәр ваҡыт ғәрип кеше һымаҡ кәм, ситкә тибелгән бәхетһеҙ әҙәм тип иҫәпләй. Ошо рәүешле көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Ә көнләшеү ижадҡа юлдаш түгел.
Икенсенән, билетһыҙ кеше ижад емешен Союзға тапшыра, ләкин унда ҡаҡланып ята. Минеке, мәҫәлән, алты йыл ятты. Шунан “Китап” нәшриәтенең шкафына бикләнә. Ә ике сират — бер ғүмер. Автор үлеп китә, китабы баҫылмай ҡала. Әгәр ҙә инде яҙыусы Союз ағзаһы икән, уның ҡулъяҙмаһы тура нәшриәткә бара, һәм ышаныс бермә-бер арта. Шулай итеп, бәхете булған автор вафат булмаҫ элек үҙ китабын ҡулына тотоп ҡарауға ирешә.
Өсөнсөнән, кеше ҡәнәғәтлек ала. Ул ижади йыйылыштарҙа ҡатнаша, әҙәби мөхиттә йәшәй, һәм был хәл сәмләндереп ебәрә. Иң мөһиме — автор оҫтара!
Союзға ингән ҡайһы берәүҙәр ижад итеүҙән туҡталып ҡала тигән фекер ҙә йәшәп килә. Был инде кешенең үҙенә бәйле. Кемдер ике шиғыр менән ишекте киң асып: “Мин — шағирә!” — тип күкрәк һуғып килеп инә, әммә ижады юҡ, икенсе берәү әллә нисә китаплы, халыҡҡа билдәле булып та, был сират күперен сыға алмай, сөнки ҡорбан итеп биргән малы юҡ.
Бындай кеше бюрократияға ҡаршы көрәшеп кәрһеҙләнгәс, ысынлап та, Союзға инеү менән тынысланып ҡалыуы ихтимал: теләгенә өлгәште бит инде, йәнәһе. Ундайҙар тураһында шуны әйтке килә: билет сәфәре уңышлы булһын өсөн юлға сығыусы кешегә бирелә. Ә беҙҙә ни өсөндөр юлы зыярат кәртәһенә килеп төртөлгән кешеләргә тапшырыла төҫлө. Был дөрөҫ түгел. Шулай уҡ ауылда йәшәгәндәргә Союз нимәгә, тип әйтеү ҙә килешмәй. Ғөмүмән, шағирҙар ауылда тыуа, ҡалала ғына вафат була.
Яҙыусылар союзына инеү әҙипкә нимә бирә, ти Лариса Хашим ҡыҙы. Иң тәүҙә ана шул “әҙип” исемен түгелме? Был һорауҙы кирегә әйләндерергә лә була. Союзға йәки башҡа йәмәғәт ойошмаһына, партияға кешеләр нимәлер алыр өсөн түгел, ә бирер өсөн инһен ине. Үҙеңде шуға бағышла, эшлә. Минеңсә, Яҙыусылар союзы ағзаларынан эш күрһәтеүҙәрен дә талап итергә тейештәр. Юғиһә ингән ишек сығыу яғына ла асыҡ булһын.
Заһит МУРСИЕВ,
яҙыусы түгел.