ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ15.05.2015
Милеккә дәғүә итә аламы?
Ирем менән законлы никахта түгелбеҙ. Фатир хосусилаштырылған, ул — минең милектә. Әле ирем йортта теркәлергә теләй. Был осраҡта, әгәр аҙаҡ берәй хәл була ҡалһа, ул күсемһеҙ милеккә дәғүә итә аламы?
Оксана САҘРИЕВА.
Октябрьский ҡалаһы.
Ҡануниәткә ярашлы, ирегеҙҙең фатирығыҙға хоҡуғы юҡ. Ләкин шуны иҫәпкә алырға кәрәк: икегеҙҙең бергәләп йәшәү осоронда шундай сетерекле хәлдәрҙең килеп сығыуы ихтимал, ирегеҙҙе хатта суд аша теркәүҙән төшөрөргә тура килмәгәйе.
Түләүҙең
бындай төрө юҡ
Өфө эргәһендәге райондарҙың береһендә йәшәйем, баш ҡалаға йөрөп эшләйем. Йыш ҡына электричкала барырға тура килә. Контролерҙан билет урынына квитанция һорай аламмы? Аҙаҡ һаҡлыҡ кассаһында түләр инем, сөнки ҡайһы ваҡыт ҡулда аҡса булмай.
Илнур.
Юҡ, әле юл хаҡы өсөн түләүҙең бындай төрө булдырылмаған. Билет электричкаға ултырғанға тиклем йә контролерҙан һатып алынырға тейеш.
Барлыҡ яраштыра...
Ирем хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Бәлиғ булмаған ике балабыҙ бар. Минең эш хаҡым бәләкәй. Ҡыҙҙарыма субсидия, балалар өсөн ташламалар юллай алмайым, сөнки иремдең элекке эш урынынан белешмә һорайҙар. Ә ул барып алырға теләмәй. Өҫтәүенә ирем бар аҡсаһын үҙенә сарыф итә. Миңә ни эшләргә?
Дилә.
Әлшәй районы.
Алиментты никахҡа теркәлгән хәлдә лә юлларға мөмкин. Әгәр ирегеҙ балаларын тәрбиәләшергә теләмәй икән, суд мәжбүр итер. Уға тиклем, бәлки, үҙе лә уйланыр һәм ыңғай ҡарар ҡабул итер.
Рубриканы Айһылыу Низамова алып бара.