Ҡояштан нур алып...15.05.2015
Ҡояштан нур алып... Көйөргәҙелә ҡеүәте 15 МВт булған ҡояш электр станцияһы төҙөлә башланы
Башҡортостанда ҡояш электр станциялары төҙөү буйынса “Авелар Солар Технолоджи”, “Хевел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форумда төҙөлгәйне. Уға ярашлы, республикала дөйөм ҡеүәте 59 МВт булған биш ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырылған.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов:
– Башҡортостандағы ҡояш электр станцияларының тәүгеһе беҙҙә төҙөлә башлауы – ҡыуа­ныслы ваҡиға. Был район ғына түгел, республика өсөн дә мө­һим. 50 гектар һөрөнтө майҙан сәнәғәт ере тип теркәлде. 5 мегаватлыҡ станция июлдә файҙаланыуға тапшырыла, ә ҡалғаны һуңғараҡ эшләнеп бөтөрәсәк, – тине.
Ҡояштан нур алып...“Авелар Солар Технолоджи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тенең төбәк директоры Айҙар Хафизов әйтеүенсә, компания үткәргән иҫәпләүҙәр буйынса, республика биләмәләрендәге ҡояш электр станциялары проектын тормошҡа ашырыу социаль-иҡтисади һөҙөмтәлелеккә өлгәшергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ федераль ҡаҙнаға, төбәк һәм район бюджеттарына һалым кереме артасаҡ. Халыҡҡа эш урын­дары ла өҫтәләсәк. Яңы энергия сығанаҡтары газ һәм нефтте экономияларға мөм­кинлек бирә.
Ҡулайламалар ҡояш нурҙа­рына ғына түгел, көндөҙгө яҡтылыҡҡа ла һиҙгер. Углеводородлы яғыулыҡ сығанаҡтары ҡулланылмағас, тирә-яҡ бысранмай.
– Төҙөлөш эштәре өс сиратта бара. Беренсеһе районды электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн етә. Ҡалған 10 мегаватлығы төҙөлөп бөткәс, ошо электр энергияһына Күмер­тауҙы ла күсерәсәкбеҙ, – тине “Күмертау электр селтәр­ҙәре”нең етештереү бүлеге директоры Анатолий Филатов.
Электр станциялары өсөн барлыҡ ҡорамал Яңы Чебоксар ҡалаһының “Хевел” заводында етештерелә. Киләсәктә “Авелар Солар Технолоджи” компанияһы дөйөм ҡеүәте 600 МВт булған бындай станцияларҙы Рәсәйҙең төрлө төбәгендә төҙөргә иҫәп тота. Зарарһыҙ сығанаҡ йорт­тарҙы, предприятиеларҙы, ра­йон­дарҙы, хатта бик күп ҡа­лаларҙы электр энергияһы менән тәьмин итә ала.
Ҡояштан нур алып...“Йәшел энергетика”ны бар ерҙә лә булдырыуҙың мәғәнәһе юҡ. Ул райондарҙың географик биләмәһенә ҡарап төҙөлә. Төп иғтибар республиканың көньяҡ төбәктәренә йүнәлтелгән.


Вернуться назад