Таксистар ни өсөн һары төҫтө яратмай?15.05.2015
Республика парламентының май аҙағында үтәсәк пленар ултырышының көн тәртибе проектын төҙөү башланды. Ул даими комитеттар аша үтеп билдәләнә. Был айҙа беренсе булып Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет үҙ ултырышын үткәрҙе. Депутаттар хөкөмөнә ниндәй мәсьәләләр тәҡдим ителде?

Шундай көләмәс киң таралған. Автомобиль йөрөтөү таныҡлығы алыуға имтихан бара икән. Һынау үткәреүсе һорау бирә: “Һеҙ еңел машинала урам саты аша үтергә йыйынаһығыҙ. Уң яҡта – автобус, һулдан – мотоцикл, ә ҡаршы юл һыҙаты буйлап трамвай килә. Кем алдан үтергә тейеш?” “Әлбиттә, таксист!” – ти имтихан тапшырыусы. “Ниндәй таксист? – тип аптырай уҡытыусы. – Ул ҡайҙан килеп сыҡҡан бында?” “Шайтаным белһенме, улар ҡайҙан кинәт килеп сығалыр инде...” Һуңғы осорҙа ҡала урамдары буйлап аҡса артынан сапҡан таксистарға депутаттарҙың иғтибары арта төштө. Уларҙың эшмәкәрлеген дәүләт ҡанундарына буйһондороу талап ителә, ләкин мәсьәләне хәл итеү еңел түгел.
– Барлыҡ таксиҙарҙы һары төҫкә буятыу һәм был талапты үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ тураһындағы закондың ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятыуы һәр кемгә мәғлүм, – тине комитет рәйесе Елена Родина. – Үҙгә­реште индерергә тәҡдим иткәндәр таксиҙың алыҫтан уҡ күренеп торорға тейешлеген, был төр эшҡыуарлыҡты цивилизациялы итеү зарурлығын иҫбатларға тырышты. Ә таксистар үҙҙәре, тәбиғи, өҫтәмә сығымға барыу яҡлы түгел ине.
Был үҙгәреш “Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡты автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында”ғы Законда сағылыш тапты һәм былтыр 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. Әле республикала таксист булып эшләргә һигеҙ меңдән ашыу кешегә рөхсәт бирелгән. Шул иҫәптән 2013 йылда өс мең водитель лицензия алһа, былтыр ундайҙарҙың һаны 269 ғына булған. Рөхсәт биш йылға бирелә.
Ни өсөн таксист булып рәсми рәүештә эшләргә теләгәндәрҙең һаны ҡырҡа кәмегән һуң? Төп сәбәптәрҙең береһе шул: автомобилдең буяуын һарыға үҙгәртеү 50 мең һум самаһы аҡса талап итә. Ҡиммәт, әлбиттә. Кеше ташыуҙан уның хаҡы ҡасан сыға әле. Һөҙөмтәлә таксистарҙың байтағы законһыҙ эшләүгә күсә башланы. Комитет ултырышында әйтелгәнсә, бөгөн таксиҙарҙың 30 проценты тирәһе лицензияһыҙ хеҙмәт күрһәтә. Тап шуға күрә лә депутаттар ҡарауына ошо Закондың 15-се статьяһына үҙгәреш индерергә – таксиҙың мотлаҡ һары төҫтә булырға тейешлеге тураһындағы талапты алып ташларға – тәҡдим ителә.
“Таксиҙың ниндәй төҫтә булырға тейешлеге бөгөн төп проблемамы ни, депутаттарҙың бүтән эше юҡмы әллә?!” – тип аптыраусылар булыр, бәлки. Эш ҡарап тороуға ғына ябай кеүек, ғәмәлдә ул тәрәнерәк: бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, уның аша халыҡҡа хеҙмәт урындары булдырыуға һәм һалымды арттырыуға өлгәшеү. Социаль һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешле ҡаҙнаға аҡсаны эшҡыуарлыҡ бирә. Әгәр ҙә рәсми рәүештә эшләһә, әлбиттә. Тик, күреп тораһығыҙ, уны бындай шарттарға күндереүе еңел түгел һәм хатта ҡайһы бер талаптарҙы йомшартырға ла тура килә.
Комитет шулай уҡ торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәткәндә граждандарҙың яҡланыуын тәьмин итеү буйынса закон проектын һәм башҡа ҡануни акттарҙы ҡараны һәм парламентҡа тәҡдим итте.






Вернуться назад