Урманда кем урлаша?15.05.2015
Һуңғы арала районыбыҙҙың “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәрендә беҙҙең төбәктә ағас урлау осраҡтары хаҡында йыш яҙалар. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре лә бындай енәйәттәр тураһында матбуғатҡа хәбәр итеп тора. Тик ағас урлаусылар һаны бер ҙә кәмемәй.

Минеңсә, ошондай енәйәттәргә кәртә ҡуйыу өсөн тәүҙә Белорет урмансылығының үҙендә тәртип урынлаштырырға кәрәк. Юғиһә күпселек осраҡта уның хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре уғры булып сыға. Мәҫәлән, халыҡтың мөрәжәғәте буйынса былтыр райондың урман хужалығы эшмәкәрлеген оҙаҡ тикшерҙеләр. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер лесничийҙар вазифаһынан бушатылды. Йәнәһе, берәү ҙә язаһыҙ ҡалмай. Тик тикшереү тамамланып, донъялар тынысланғас, элек эшенән ебәрелгән кешеләр яңынан вазифаһында тергеҙелә башланы. Шунан ҡайҙан тәртип булһын инде?.. Өфөнән министрлыҡ вәкилдәре килеп, тейешенсә тикшереү үткәрһә ине.






Вернуться назад